Богданович Николай Модестович

Богданович Николай Модестович (18561903) — Рәсәй империяһының дәүләт эшмәкәре, ғәмәли статский советник (1903).

Николай Модестович Богданович
Николай Модестович Богданович
Ломжа губернаһының вице-губернаторы
18 октябрь 1887 — 15 март 1890
Алдан килеүсе: Михаил Николаевич Севастьянов
Дауамсы: Дионисий Николаевич Лабудзинский
Флаг
Флаг
Лифляндия губернаһының вице-губернаторы
15 март 1890 — 10 декабрь 1892
Алдан килеүсе: Герман Августович Тобизен
Дауамсы: Александр Николаевич Булыгин
Флаг
Флаг
Тобол губернаһы губернаторы
10 декабрь 1892 — 8 март 1896
Алдан килеүсе: Владимир Александрович Тройницкий
Дауамсы: Леонид Михайлович Князев
Флаг
Флаг
Өфө губернаторы
19 октябрь 1896 — 6 май 1903
Алдан килеүсе: Николай Христофорович Логвинов
Дауамсы: Иван Николаевич Соколовский
 
Тыуған: 1856({{padleft:1856|4|0}})
Үлгән: 6 (19) май 1903({{padleft:1903|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})
Өфө
Атаһы: Модест Иванович Богданович


Биографияһы

үҙгәртергә

Дворян; билдәле хәрби тарихсы, генераль штабтың Николай академияһы атҡаҙанған профессоры, генерал-лейтенант Богданович Модест Иванович ғаиләһендә тыуған (1805—1882).

1865 йылда Санкт-Петербург университетын тамамлай һәм юстиция министрлығында эшләй башлай. 1876 йылда Киев губернаһы прокуроры ярҙамсыһы итеп тәғәйенләнә; 1879 йылда Петербург округ суды прокуроры ярҙамсыһы вазифаһын биләй. 1887 йылда Ломжа, 1890 йылда — Рига вице-губернаторы итеп тәғәйенләнә. Тиҙҙән Тобольск губернаторы вазифаһын биләй. Тобольск губернаторы булараҡ, шәхсән, йыл һайын тиерлек, ревизия өсөн губерна өйәҙҙәре буйлап йөрөй, урындағы халыҡтың проблемаларын асыҡлай, шулай итеп губернаның иң һөҙөмтәле эшмәкәрҙәренең береһе булып китә. 1896 йылдың мартынан октябренә тиклем эске эштәр министрлығының баш төрмә идаралығы етәксеһе, 1896 йылдың 19 октябренән 1903 йылдың 6 майына тиклем — Өфө губернаторы. 1902 йылда эске эштәр министры В. К. Плевеға “Башҡорт дайсаларын ыҙанлау тураһында положение” (1898 йылдың 20 апрелендә ҡабул ителә) указының үтәлешен тиҙләтеү, “Башҡорттар тураһында положение” ҡарарын юҡҡа сығарыу һәм башҡорттарға ҡарата 1902 йылғы “Крәҫтиәндәр тураһында дөйөм положение” указын ҡулланыу проекты менән мөрәжәғәт итә. 1903 йылда Златоуст (Косотур) заводының эш ташлаған эшселәренең талаптарын үтәүҙән баш тарта.

1903 йылдың 6 майында Өфөнөң Ушаков паркында, эсерҙарҙың хәрби ойошмаһы ағзаһы Егор Дулебов, Богдановичты Златоуст ҡалаһында демонстранттарҙы атыуҙа ҡатнашлығы өсөн, атып үлтерә.

6 май көнө сәғәт 4-тә Өфө губернаторы, элекке Тобольск губернаторы вазифаһын биләүсе Богданович Николай Модестович хыянатсыл рәүештә үлтерелә.

Рәсәй телеграф агентлығы телеграф хәбәрҙәренән шулар билдәле була.

Сәғәт дүртенсе киткәндә Н. М. Богданович бик күп халыҡ йөрөгән ҡала паркында бер үҙе йөрөй. Соборға терәлеп торған ҡабырға яҡтағы аллея буйлап үтеп барғанда, Николай Модестовичты ике йәки өс (аныҡ билдәле түгел) енәйәтсе ҡаршы ала; береһе, баш эйеп, мисәтләнгән пакет бирә, ҡалғандары бер үк ваҡытта арҡаһына һәм күкрәгенә бер нисә тапҡыр ата; Николай Модестович шунда уҡ үлә; сиркәү ҡарауылсыһы беренсе булып яуыз эште күрә, енәйәтсене тоторға ташлана, әммә, үҙенә төбәлгән атыштан ҡурҡып, енәйәтселәргә йәшеренергә мөмкинлек бирә.

Н. М. Богданович мәрхүмдең мәйетен ярып ҡарап, суд-медицина экспертизаһы былай тип билдәләй: «һатлыҡ атҡан пуля йәнһеҙ кәүҙәнең арҡаһына ҡаҙалған; йөрәк — ике, үпкә дүрт, бауыр, ашҡаҙан һәм ҡулы — икешәр пуля менән йәрәхәтләнгән; һәр пуля, һуңғыларынан тыш, һис шикһеҙ үлемесле; тикшереү эше алып барыла. Енәйәтселәр әлегә табылманы».

10 майҙа сәғәт 12-лә Тобольск губерна идаралығы бинаһында губерна башлығы д.с.с. А. П. Лаппа-Старженецкий етәкселегендә идаралыҡтың бөтә хеҙмәткәрҙәре һәм айырым бүлектәрҙең башлыҡтары ҡатнашлығында мәрхүм Н. М. Богдановичкә йыназа уҡыу ойошторола. Богданович Николай Модестовичты намыҫлы һәм һәләтле администратор, Тобольск губернаһы халҡының мохтажлығына иғтибарлы, кеше хәленә инеүсән, үҙенә идара итеүгә ышанып тапшырылған губерна файҙаһына үҙен һәм көсөн аямай хеҙмәт иткән кеше булараҡ белгәндәр, уның ваҡытһыҙ үлеменә ҡайғырып илағандар[1].

  • Тобольск губернаһының Тюкалинский өйәҙендә 1894 йылда нигеҙ һалынған күскенселәр ҡасабаһы уның исеме менән Богданович тип аталған (хәҙер Омск өлкәһе Кормиловский районы Богдановка ауылы)
  • Өфө ҡалаһында парк уның исемен йөрөткән.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Тобольские губернские ведомости. № 19. 13 мая 1903. Тобольск

Һылтанмалар

үҙгәртергә