Садай Владимир Леонтьевич

Эссэлэмэгэлэйкум уэ рэхмэтуллаhу уэ бэрэкэтуhy Кэзерле мухэрирзэр Садай Владимир Леонтьевич (31 март 1926 йыл22 июль 1992 йыл) — сыуаш яҙыусыһы, прозаик, тәржемәсе. 1951 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. РСФСР Юғары Советы Президиумының Маҡтау грамотаһы эйәһе (1976).

Биографияһы үҙгәртергә

Владимир Садай (төп исем-шәрифе Владимир Леонтьевич Цырульников) 1926 йылдың 31 мартында Ульяновск өлкәһенең Сынлы районында урынлашҡан Кайсар (сыуашса Каша) ауылында тыуа. Урта мәктәпте тамамлағас, Ватанды һаҡлаусылар сафына баҫа. Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғандан һуң Алыҫ Көнсығышта япон ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғыша, Монголия, Ҡытай, Кореяла хәрби хеҙмәт үтә.

Запасҡа киткәндән һуң ике йыл яуаплы сәркәтип, «Пĕрлешӳллĕ ĕç» (Уртаҡ эш) газетаһы редакторы вазифаһында эшләй.

1946 йылда Владимир Садай үҙенең «Атăл тупинче» («Иҙелдә») әҫәрен Чебоксарыға ебәрә. Уны Василий Алагер ентекләп уҡый. Ул йәш яҙыусыны маҡтай һәм шул уҡ ваҡытта уға ҡайһы бер аңлашылмаусанлыҡтарҙы төҙәтергә кәңәш итә. 1951 йылда оҙаҡ эшләгәндән һуң, Владимир Леонтьевич повесын барыбер ҙә әҙәби дәрәжәгә еткерә.

1951 йылда Чебоксарға күсеп килә. «Ялав» журналы һәм «Çамрăк коммунист» газетаһы редакцияларында хеҙмәт һала, М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтын тамамлай.

Яҙыусы 1991 йылдың 22 июлендә Чебоксарҙа вафат була.

Ижады үҙгәртергә

В. Садай ҡәләменән бик күп хикәйәләр, романдар сыға. 20 дән артыҡ китап баҫтырылған, 10 — урыҫ телендә. «Летчики» («Осоусылар») романы өсөн 1955 йылда МО СССР премияһына лайыҡ була.

  • «Летчики» (1951, 1957, 1986)
  • «Туссем каллех пĕрле» (Дустар тағын бер ҡат бергә) 1962
  • «Çăлтăрсем тапăра анаççĕ» 1968 (Йолдызлар килә таборға)
  • «Çĕр çирĕм утăм та виçĕ талăк» 1969 (Йөҙ егерме аҙым да өс тәүлек)
  • «Çĕр тата çын» 1972 (Ер менән кеше)
  • «Ваттисем пĕрлех кăвакартăмăр», в 2 томах, 1976, 1981;
  • «Летчики», 1955;[1]
  • «Звезды над табор», 1975.[2]

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Сығанаҡтар үҙгәртергә

  • Абрамов, В. А. Садай (Цырульников) Владимир Леонтьевич / В. А. Абрамов // Чувашская энциклопедия. — Чебоксары, 2009. — Т. 3 : М-Се. — С. 609—610.
  • Афанасьев, П. Садай (Цырульников) Владимир Леонтьевич // Афанасьев, П. Писатели Чувашии / П. Афанасьев. — Чебоксары, 2006. — С. 348—349.
  • Кузьмина, Е. Прозаик, очеркист и переводчик… / Е. Кузьмина // Цильнин. новости. — 2011. — 9 апр. (№ 18). — С. 10.
  • Павлова, С. В. Некоторые стилевые особенности лирической прозы в чувашской литературе второй половины XX века : [на примере творчества чуваш/ прозаиков Ю. Скворцова, В. Садая, А. Артемьева, В. Игнатьева[ / С/ В/ Павлова // Вестн. Чуваш. ун-та. Гуманит. науки. — 2008. — № 4. — С. 298—302.
  • Свешникова, Т. Прозаик, очеркист, переводчик / Т. Свешникова // Грани. — 2001. — 10 апр.
  • Тимуков, А. Н. Садай (Цырульников) Владимир Леонтьевич / А. Н. Тимуков // Краткая чувашская энциклопедия. — Чебоксары, 2001. — С. 358.
  • Цырульников Владимир Леонтьевич (Садай) // Энциклопедия чувашской журналистики и печати. — Чебоксары, 2014. — С. 495.
  • Цырульникова, А. Воспоминания о В. Садае / А. Цырульникова // Канаш (Ульянов. обл.). — 2000. — 25 февр. (№ 8). — С. 5.
  • Юман, А. Яркий талант / А. Юман // Ульянов. правда. — 1996. — 26 марта.
  • Ялгир, П. Садай (Цырульников) Владимир Леонтьевич // Ялгир, П. Литературный мир Чувашии / П. Ялгир. — Чебоксары, 2005. — С. 99.