Сава Хенция (рум. Sava HențiaSava Henția; 1 февраль 1848 йыл21 февраль 1904 йыл — румын рәссамы, биҙәүсе һәм иллюстрациялаусы.

Сава Хенция
рум. Sava Henția
Тыуған көнө

1 февраль 1848({{padleft:1848|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})

Вафат булған көнө

21 февраль 1904({{padleft:1904|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (56 йәш)

Ил

 Румыния

Автограф

 Сава Хенция Викимилектә

Биография

үҙгәртергә

Сава Хенция күп балалы рухани ғаиләһендә тыуған.1862 йылда башланғыс мәктәпте тамамлағандан һуң, уны фотоһүрәттәрҙе ретушировать итергә өйрәткән ағаһында эшләй. Киләһе йылда Сава ҡорһаҡ тифы менән ауырый, ә уны дауалау өсөн ҡулланған хинин ишетеү һәләтенә зыян килтерә.

Фотография  менән  мауығыу уның сәнғәттә карьераһын дауам итергә ярҙам итә. 1865 йылдан 1870 йылға тиклем Сава Бухарест милли сәнғәт университетында Георге Татресеск һәм теодор Аман менән бергә уҡый. Аҙаҡ, стипендия алыуға өлгәшкәс, ул Парижға бара һәм нәфис сәнғәт Академияһына уҡырға инә, Александр Кабанелдең абруйлы оҫтаханаһына урынлаша.1873 йылда Бухарестҡа әйләнеп ҡайта һәм "Елена Доамна" балалар йортона рәсем һәм каллиграфия уҡытыусыһы булып китә.

Дүрт йылдан һуң, Кароль Давила докторы тәҡдиме буйынса, армия корпусының медицина хеҙмәтенә бара, рус-төрөк һуғышында (бойондороҡһоҙлоҡ өсөн һуғыш). Ошо ваҡытта һуғыш һәм походтарҙы һүрәтләгән өсөн  күп эскиздар эшләй, улар нигеҙендә һуңынан акварелдәр барлыҡҡа килә. Уның "Калафаттағы артиллерия батареяһы" тигән картинаһы 1977 йылда румын почта маркаһында төшөрөлә.

Һуғыштан һуң уҡытыусы булып эшләй, китап биҙәүсе һәм иллюстрациялаусы ла була. 1901-1902 йылдар араһында ул башҡа рәссамдар менән берлектә Бребуй ғибәҙәтханаһындағы фреска һәм алтарь яҙыуҙарын тергеҙеүҙә ҡатнаша. Черника ғибәҙәтханаһына нигеҙ һалыусыларҙың портреттарын яҙа.

Уның Себештағы тыуған йортотарихи ҡомартҡы тип иғлан ителгән. 2001 йылда ҡаралмағанлыҡтан, йорттоң ҡыйығы емерелеп төшә. Һуңыраҡ йорт емерелеүен дауам итә, һуңынан уның алғы стенаһы һәм нигеҙе генә тороп ҡала.  Бынан һуң йорт һәйкәлдәр исемлегенән сығарыла. Рәссам хөрмәтенә Бухарест ҡалаһының урамына уның исеме бирелгән.

Галереяһы

үҙгәртергә