Саам мифологияһы
Саамдарҙың — Норвегияла, Рәсәйҙә, Финляндияла һәм Швецияла йәшәүсе Төньяҡ Европа халҡының традицион инаныуҙары — иң элек, кәсепселек кәсебе булған культы: традицион кәсептәр йәки тәбиғәт күренештәренең эйәһе тип һаналған төрлө рухтарҙы хөрмәтләү, изге таштарға-сейдтарға[1] табыныу. Саам мифологияһы уртаҡ фин-уғыр мифологияһының бер өлөшө.
Саам мифологияһы | |
Барлыҡҡа килгән | саамы[d] |
---|---|
![]() |

Хәҙерге саамдарҙың дине — лютеранлыҡ (шул иҫәптән лестадианлыҡ); саам халҡының бер өлөшө араһында православие таралған.
Саамдарҙың традицион инаныуҙары
үҙгәртергәТрадицион инаныуҙарының дөйөм ҡылыҡһырламаһы
үҙгәртергәСаамдарҙың традицион дини инаныуҙарында Төньяҡ Азия халыҡтарының (ханттар, мансиҙар, нивхиҙар, ульчтар, нанайҙар, эвенктар, юкагирҙар, өлөшләтә яҡуттарҙың) инаныуҙары менән күп уртаҡлыҡтары күҙәтелә, уларҙың традицион ижтимағи һәм хужалыҡ итеү тәртибе күбеһенсә саамдарҙыҡына яҡын. Аҙ ғына айырмалыҡтарҙың береһе саамдарҙа ата-баба культы йәшәүенә ҡайтып ҡала, сөнки күпселек осраҡта Себер халыҡтарында бындай культ булмаған[1].
Шул уҡ ваҡытта саамдарҙың традицион дини инаныуҙарында йәшәү рәүеше төрлө булған, ләкин улар менән йәнәш йәшәгән халыҡтарҙан — норвегтарҙан, рустарҙан, финдарҙан һәм шведтарҙан — үҙләштереүҙәр тойомлана.
Кәсепселек культы
үҙгәртергәСаамдарҙа кәсеп культы өҫтөнлөк иткән. Болансылыҡ, балыҡсылыҡ һәм һунарсылыҡ саамдарҙың төп кәсебе булғанлыҡтан, шул кәсептәрҙең һәр береһенең үҙенең рух-эйәһе булған[1].
Болансылыҡ рухтары
үҙгәртергәБолан эйәбикәһе (Луот-хозик) йәки Болан эйәһе (Луот-хозин) болансылыҡты («хозик» һәм «хозин» — рус теленән сыҡҡан һүҙҙәр) ҡурсалаған. Саамдың күҙаллауҙарында Луот-хозик тундрала йәшәгән, кешегә оҡшаған була, йөҙө кешенекенсә һәм аяҡтары менән йөрөгән, ләкин төньяҡ боланына оҡшап, йөн менән ҡапланған була. Саамдар әйтеүенсә, йәйен, боландар тундрала ирекле көтөлгәндә, боландың эйәбикәһе уларҙы һаҡлаған. Һуйылған төньяҡ боландар һөйәктәрен болан эйәбикәһенә ҡорбанға килтереү фарыз булған[1].
Саамдар араһында шулай уҡ Гофиттерак тип аталған тундраның күҙгә күренмәгән рухтары тураһында ышаныу йөрөгән: улар ҡайһы берҙә ҡыңғырауҙар сыңы менән үҙҙәрен танытҡан һәм күҙгә күренмәгән ҙур боландар көтөүенә эйә булған, тип иҫәпләнгән[1].
Балыҡсылыҡ рухтары
үҙгәртергәБалыҡсылыҡты яҡлаусы диңгеҙ аллалары бер нисәү булған. Шуларҙың береһе — Аккрува, балыҡ-кеше, уның кәүҙәһенең аҫҡы өлөшө — балыҡ, ә башы һәм кәүҙәһенең өҫкө яртыһы кешенекенсә булған[1].
Һунар рухтары
үҙгәртергәҺунарҙы ҡурсалаусы — ҡара һәм ҡойроҡло Мец-эйә («урман эйәһе») иҫәпләнә. Ихтирам күрһәтмәгән өсөн язалап, ул кешене ҡара урман шырлығына индерергә мөмкин, тип һаналған[1].
Саамдар урман хайуандарынан һоро айыуға айырым хөрмәт күрһәткән һәм ҡурҡҡан, ә бүрене ҡәһәрләнгән, нәжес хайуан тип иҫәпләгән[1].
Ата-бабалар культы
үҙгәртергәШулай уҡ (сайво, йәки ситте тип аталған) мәрхүмдәрҙе лә саамдар хөрмәт иткән. Ата-бабалар тереләрҙең йәшәүенә, һауа торошона йоғонто яһай, кәсептә ярҙам итә, тип иҫәпләнгән. Мәрхүмдәрҙе ашатҡандар, уларға ҡорбан килтергәндәр[1].
Сейдтарҙы хөрмәтләү
үҙгәртергәСаамдар араһында сейдтарға — ғәҙәттә ҙур тәбиғи таштарҙан (һарыҡташ) торған изге таштарға табыныу таралған булған. Ғәҙәттә сейдтар тирәләй ҡойма ҡорғандар, уларға ҡорбан килтергәндәр. Сейдтар кәсептә ярҙам итә, тип иҫәпләнгән. Сейдтар культы, күрәһең, ата-бабалар культы менән бәйле булған[1].
Шаманлыҡ
үҙгәртергәСаамдарҙа шаман, ҡанбаба (жрец) һәм сихырсы функцияларын үтәгән культ әһелдәре (нойда, нойд, кебун) айырылып торған. Камлау ваҡытында улар дөңгөр (каннус, кобдас) йәки махсус билбау (почень) ҡулланған.
Бөйөк аллалар[2][3]
үҙгәртергә- Торден йәки Тир — күк күкрәтеүсе һәм йәшен аллаһы
- Сторюнкар йәки Бөйөк Изге — фауна һәм флора аллаһы
- Байве — Ҡояш персонификацияһы
Хәҙерге саамдарҙың дине
үҙгәртергәЯҡынса XV быуаттан саамдарҙы христианлаштырыу башлана, әммә христиан диненә тиклемге инаныуҙар — болансылыҡ, балыҡ тотоу, изге таштарға табыныу менән бәйле йолалар — әле бик оҙаҡ һаҡлана. Хатта XX быуат башында ла саамдар араһында шаманлыҡ яҡлылар осраған.
Саамдарҙа христиан дине — күп осраҡта лютеранлыҡ, шул иҫәптән лестадианлыҡ (1840 йылдарҙа Ларс Леви Лестадиус нигеҙ һалған христианлыҡты тергеҙеү өсөн консерватив хәрәкәттәрҙең береһе). Рәсәй саамдары араһында, шулай уҡ Норвегия һәм Финляндия саам-сколттары (сколттар, көнсығыш саамдары) араһында православие таралған.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Карел-фин мифологияһы
- Тундраның ҙур кешеһе
- Эскимостар фольклоры
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Байва // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Барбмо // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Валит // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Вольтер Э. А. Тара, верховный бог эстов // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Токарев С. А. Религия лопарей // Религия в истории народов мира. — Изд. 3-е, испр. и доп. — М.: Политиздат, 1976. — С. 179—180. — 575 с. — (Библиотека атеистической литературы). — 100 000 экз.
- Харузин Н. Н. Русские лопари. — М., 1890.