Рәүфә

башҡорт ҡатын-ҡыҙ исеме

Рәүфә — башҡорт ҡатын-ҡыҙ исеме.

Рәүфә

Этимологияһы

үҙгәртергә

Рәүфә исеме башҡорт теленә ислам дини йоғонтоһонда, ғәрәп теленән неологизм булараҡ ингән, шәфҡәтле, мәрхәмәтле мәғәнәһенә эйә[1].

Шәхестәр

үҙгәртергә

Сәйетғәлина Рәүфә Әхтәм ҡыҙы (1 октябрь 1941 йыл) — Малаяҙ ауылындағы 1-се урта мәктәбендә башланғыс кластар буйынса директор урынбаҫары, уҡытыусы, 113-сө Малаяҙ урта һөнәри белем биреү училищеһы методисы. Педагогик стажы — 50 йылға яҡын. РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы алдынғыһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1996).

Илһамова Рәүфә Мөхөтдин ҡыҙы (1955 йыл) — мәғариф алдынғыһы. 1978 йылдан Өфө ҡалаһының хәҙерге Фатима Мостафина исемендәге 20-се гимназияһының рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2010).

Рәхимова Рәүфә Гәрәй ҡыҙы (3 август 1968 йыл) — иҡтисадсы, журналист, йәмәғәт эшмәкәре. Башҡортостанда аҙна һайын бушлай баҫтырылған «ВONUS» гәзите һәм «ProUfu.ru» порталы мөхәрририәте директоры. «Изгелек» хәйриә фонды Бағыусылар кәңәшмәһе рәйесе, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатын тамамлаусылар ассоциацияһы «Беренсе» төбәк йәмғиәт ойошмаһы рәйесе.

Кариева (Рәхмәтуллина) Рәүфә — яҙыусы-прозаик. Тажик милли университетын тамамлаған.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ