Рәүилә (исем)
Викидатала элемент юҡ |
Рәүилә- мосолман, шул иҫәптән башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары исеме.
Этимологияһы
үҙгәртергәРәүилә исеме ғәрәп теленән килеп ингән. Яҙғы ҡояш, сәйәхәтсе тигән мәғәнәләргә эйә.[1]
Билдәле шәхестәр
үҙгәртергәХажиева Рәүилә Миңлеғәли ҡыҙы (15 август 1930 йыл — 18 август 2021 йыл) — бейеүсе. 1952—1972 йылдарҙа хәҙерге Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле бейеүсеһе, 1972 йылдан бөгөнгө Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы. 1975—1985 йылдарҙа Әбйәлил районы хужалыҡтарының бейеү ансамблдәре етәксеһе. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1967). Йәштәр һәм студенттарҙың VII Бөтә донъя фестивале лауреаты (Вена, 1959).
Диңгеҙбаева Рәүилә Муса ҡыҙы (10 декабрь 1958 йыл) — агроном, педагог. Баймаҡ районындағы Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының директор урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2004).
Мәсәлимова Рәүилә — йырсы,Башҡортостандың атҡаҙанған артисы.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |