Солтанова Рәшиҙә Искәндәр ҡыҙы

дәүләт, партия һәм йәмәғәт эшмәкәре
(Рәшиҙә Солтанова битенән йүнәлтелде)

Солтанова Рәшиҙә Искәндәр ҡыҙы (19 июль 1947 йыл) — комсомол, профсоюз, партия органдары һәм дәүләт хеҙмәте ветераны. 1994 йылдан Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Кабинетының социаль-гуманитар бүлеге мөдире; 1999—2003 йылдарҙа — ЗАГС-тар идаралығы начальнигы. Башҡортостан Республикаһының өсөнсө саҡырылыш (2003—2008) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты; 1998 йылдан Башҡортостандың Ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2000). «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2021) һәм Салауат Юлаев ордендары кавалеры (2017). Учалы районының Муса Мортазин исемендәге премияһы лауреаты.

Солтанова Рәшиҙә Искәндәр ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған ваҡыттағы исеме Солтанова Рәшиҙә Искәндәр ҡыҙы
Тыуған көнө 19 июль 1947({{padleft:1947|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (77 йәш)
Тыуған урыны Наурыҙ, Учалы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө дәүләт хеҙмәткәре
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы

үҙгәртергә

Рәшиҙә Искәндәр ҡыҙы Солтанова 1947 йылдың 19 июлендә Башҡорт АССР-ының Учалы районы Наурыҙ ауылында тыуған.

1964 йылда урта мәктәпте, 1969 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай һәм хеҙмәт эшмәкәрлеген Өфөләге 1-се интернат-мәктәптә (хәҙер Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты уҡытыусы булып башлай.

Ошо уҡ йылда республиканың комсомол органдарына эшкә тәҡдим ителә: ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетына лектор итеп саҡырыла. Артабан өлкә комитеттың инструкторы итеп тәғәйенләнә, бер нисә йылдан бүлек мөдире итеп раҫлана.

1979 йылда Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре профессиональ союзының Башҡортостан өлкә комитеты рәйесе итеп һайлана.

1985 йылдан Рәшиҙә Солтанова партия эшендә. 1991 йылға тиклем КПСС-тың Өфө ҡалаһы Киров район комитеты секретары.

1991 — 1994 йылдарҙа — «Мәрхәмәт» хәйриә йәмғиәтенең идара рәйесе.

1994 — 1999 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Кабинетының социаль-гуманитар бүлеге мөдире.

1999 — 2003 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Кабинетының һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағындағы ЗАГС идаралығы начальнигы.

2003 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт, туризм һәм йәштәр эштәре буйынса комитетының рәйес урынбаҫары.

2021 йылдың мартында Рәшиҙә Солтанова «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены менән бүләкләнде[1].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

үҙгәртергә
  • Башҡортостан Республикаһының ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе (1998 йылдың апреленән).

«Башҡортостан Республикаһының ҡатын-ҡыҙҙар союзы» төбәк йәмәғәт хәрәкәтенең 2018 йылдың 15 декабрендә үткән унынсы отчет-һайлау конференцияһында Рәшиҙә Солтанова йәнә ойошма рәйесе итеп һайланды[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә