Рәсәй ҡәүемдәре (һындар серияһы)
Рәсәй ҡәүемдәре, рус. «Народности России», «Народы России» — Рәсәй Император фарфор заводы (ИФЗ) фарфор статуэткалар серияһы, 1907-1917 йылдарҙа ҡойолған.
Рәсәй ҡәүемдәре | |
Ил | Рәсәй империяһы |
---|---|
Илһам сығанағы | A Description of All the Peoples Inhabiting the Russian State[d] |
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән | фарфор[d] |
Етештереүсе | Император фарфор заводы |
Рәсәй ҡәүемдәре Викимилектә |
Күпселек моделдәрҙең авторы скульптор Каменский Павел Павлович.
Әлеге ваҡытта 74 үҙенсәлекле һын булыуы тураһында билдәле[1] (шулай уҡ күп һанлы күсермәләре һаҡланған). Иң тулы серияһы Эрмитаж Дәүләт Фарфор музейында, Рәсәй этнография музейы коллекцияһында иһә серияның 47 һыны урынлашҡан [2].
Барлыҡҡа килеүе
үҙгәртергәСерия 1907 йылда император Николай II инициативаһы менән эшләнә башлай һәм Романовтар йортоноң 300 йыллығына арнала ( 1913 йылда)[1].
Концепция эшләүҙең баштағы бурыстары завод директоры барон Вольф Николай Борисович иңенә төшә[3]. Элекке фарфор һындарҙан айырмалы, был серияны этнографик тикшеренеүҙәргә, йәнни сығанаҡтарға, шулай уҡ 1897 йылғы халыҡ иҫәбе мәҡлүмәттәренә таянып эшләргә ҡарар ителә [3]). Заводҡа консультант сифатында Антропология һәм Этнография музейы директоры академик В. В. Радлов саҡырыла.
Проектҡа етәкселек итеү скульптор Павел Каменскоийға (1858—1922) йөкмәтелә. Күпселек һындарҙы рәссам Мария Герцак биҙәй.
1915 йылда әлеге ваҡытта һаҡланған моделдәрҙең барыһы ла әҙер була. Музейҙар моделдәрҙең күсермәһен ала, ә ике тапҡырға кесерәйтелгән статуэткалар һатыуға сығарыла[4] (18-19 см самаһы бейеклектә)[2][4]..
1917 йылдан һуң Совет Рәсәйендә статуэткалар ҡабатлап ике тапҡыр сығарыла (сауҙаға һәм дипломатик бүләктәргә)[5].
Скульптуралар ҡойоу ысулы менән, глазурлау һәм ике тапҡыр юғары температурала яндырып эшләнгән. Һындарҙың бейеклеге 38 - 45 сантиметр тәшкил итә.
Галерея
үҙгәртергә-
Курдтар һәм һарттар
-
Игенсе һыны (уртала)
-
Архангельск, Һарытау губернаһы, Олонец ҡатын-ҡыҙҙары һындары
-
Самоедтар һәм алеуттар
Исемлек
үҙгәртергәҺындар шул осорҙа ҡабул ителгән ҡәүемдәр атамалары менән бирелгән (хәҙер уларҙың күбеһе иҫкергән). Ҡайһы бер халыҡтарҙың ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ һындары ла яһалған, әммә серияла бының системаһы юҡ.
XXI быуатта
үҙгәртергәИФЗ 2007 йылдан атаҡлы серияны ҡабатлап сығара башлай, 36 скульптура эшләнгән[6][7]. 2012 йылда серияны дауам итергә булалар — «Ҡәүемдәр. Коллекция XXI» тигән проект эшләнә.
2013 йылда Рәсәй этнография музейы һәм Кунсткамера «Рәсәй халыҡтары образдары» тигән күргәҙмә үткәрә[7].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Хмельницкая Е. С. «Фарфоровая Россия» П. П. Каменского. — 2014.
- ↑ 2,0 2,1 ФИГУРЫ ИЗ БОЛЬШОЙ СЕРИИ «НАРОДЫ РОССИИ» (ВОСТОЧНОСЛАВЯНСКИЕ НАРОДЫ). РУССКИЕ. САНКТ-ПЕТЕРБУРГ. ИМПЕРАТОРСКИЙ ФАРФОРОВЫЙ ЗАВОД. 1909—1913 ГОДЫ // РЭМ 2017 йыл 1 декабрь архивланған..
- ↑ 3,0 3,1 Изображение народов Севера и Сибири в фарфоре. История создания серии фигур «Народности России» на Императорском фарфоровом заводе в Санкт-Петербурге в 1907—1917 гг. // Таймырский краеведческий музей
- ↑ 4,0 4,1 Народы России в фарфоровой миниатюре и кукольном промысле / Н. В. Чаус // Современные проблемы сервиса и туризма. — 2012. — № 4. — С. 97-103.
- ↑ Декоративная скульптура «Олонецкая женщина». Предварительная оценка 115 000—140 000 р. Аукционный дом «Кабинет» 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ В Санкт-Петербурге показывают разные народности России в фарфоре.
- ↑ 7,0 7,1 Выставка «Образы народов России» (РЭМ) 2018 йыл 22 сентябрь архивланған..
Библиография
үҙгәртергә- Лукаш И. С. Фарфоровая Россия. На выставке в Севре. — Париж, 1929.
- Зиновьева Т. Этнографические фарфоровые фигурки. // Декоративное искусство СССР. — 1982. — № 11.
- Хмельницкая Е. С. «Фарфоровая Россия» П. П. Каменского. — 2014.