Император фарфор заводы

Император фарфор заводы — нәфис фарфор изделиеларын етештереү буйынса Европалағы иң боронғо, ә Рәсәйҙә тәүге һәм иң ҙур предприятиеларҙың береһе. Санкт-Петербургта урынлашҡан, 1744 йылда ойошторолған.

Император фарфор заводы
Тармаҡ Фарфоро-фаянсовая промышленность[d]
Нигеҙләү датаһы 1744
Рәсем
Рәсми атамаһы Ленінградський фарфоровий завод імені Михайла Ломоносова
Эшмәкәрлек төрө фарфоровая мануфактура[d]
Кем хөрмәтенә аталған Ломоносов Михаил Васильевич
Нигеҙләүсе Дмитрий Иванович Виноградов[d]
Дәүләт  Рәсәй
Ойоштороу-хоҡуҡ формаһы публичная компания[d]
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Санкт-Петербург, Рәсәй
Рәсми сайт ipm.ru
Хеҙмәттәре тупланмаһы Royal Collections of the Netherlands[d][1]
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы Imperial Porcelain Manufactory
Карта
 Император фарфор заводы Викимилектә

Башта «Нева порцелин мануфактураһы», 1765 йылдан — Император фарфор заводы, 1917 йылдан — Дәүләт фарфор заводы (келәймәһе — ГФЗ — аббревиатура (Государственный фарфоровый завод)). 1924 йылдан — Ленинград фарфор заводы. 1925 йылда Рәсәй Фәндәр академияһының 200 йыллығы айҡанлы предприятиеға М. В. Ломоносов исеме бирелә; заводтың рәсми исеме — М. В. Ломоносов исемендәге Ленинград фарфор заводы, ҡыҫҡаса ул — Ломоносов фарфор заводы (ЛФЗ — аббревиатураһы (келәймә) Ленинград фарфор заводы тип тә аңлатыла) — 2005 йылға тиклем[2][3].

XVIII быуат

үҙгәртергә

XVIII быуатта Рәсәйҙә фарфорға ҡыҙыҡһыныу бермә-бер арта. Императрица Елизавета Петровнаның камергеры, барон Николай Корф дипломатик йомош менән Стокгольмда булғанында императрицаның ҡушыуы буйынса, Санкт-Петербургта фарфор фабрикаһын ойоштороу маҡсатында, 1744 йылдың 1 февралендә Христофор Гунгер менән килешеү төҙөй. Буласаҡ порцелин мануфактураһын ойоштороу һәм уның эшен юлға һалыу Император ғали йәнәптәре кабинеты идарасыһы барон Иван Черкасовҡа йөкмәтелә.

Гунгер матди ярҙам һәм был йүнәлештә ирекле эшләү хоҡуғын ала, әммә фарфор етештереүҙе нолдән башлау өсөн уның етерлек белеме булмай. 1744 йылдың аҙағында Гунгер, уға өйрәнсек итеп ҡуйылған Дмитрий Виноградов менән бергә, Гжель балсығы менән тәжрибәләр үткәреүгә тотона. Рәсәйҙә йәшәгән йылдарында (1744—1748 йй.) ул сифаты шикле булған ҡара төҫтәге һәм дөрөҫ булмаған формалағы алты сынаяҡ етештерә. Гунгер фабриканы ҡорғанда бер нисә хатаға юл ҡуя, өҫтәүенә өйрәнсегенә фарфор етештереү технологияһы серҙәрен асырға теләмәй. Черкасов фарфор эшләү эшен Дмитрий Виноградовҡа ышанып тапшырырға мәжбүр була. Виноградов 10 йыл дауамында Санкт-Петербургта юғары сифатлы фарфор етештереүҙе юлға һалыуға өлгәшә. Ул 1747—1748 йылдарҙа, тәжрибәләр үткәреү һөҙөмтәһендә, «ярайһы уҡ аҡ һәм үтә күренмәле, глазуры сынаяҡтан айырылмаған фарфор» алыуға өлгәшә; 1750—1751 йылдарҙа тәүге табакеркалар һәм ваҡ-төйәк һауыт-һаба етештереү яйға һалына. 1751 йылда император фарфор заводында етештерелгән фарфор табакерка императрица Елизавета Петровнаға бүләк ителә[4]. Табакеркалар император фарфор заводның күпләп һатыуға сығарған продукцияһының тәүге төрө була. Тәүге осорҙа эшләнгән ҙурыраҡ әйберҙәр әллә ни уңышлы килеп сыҡмай. Етештереү күләмдәре ярайһы уҡ ҙур булғанға күрә, табакеркаларға һүрәттәр төшөрөү өсөн Император Сәнғәт академияһы уҡыусыларға йәлеп ителә.

1758 йылда Черкасов һәм Виноградов вафат була, 1759 йылдың яҙында Саксониянан саҡырылған оҫта И. Г. Миллер фарфор эшен ҡайтанан юлға һала. Уның етәкселегендә фабрика яңы урынға, Славянка йылғаһы янына күсерелә[5]. 1762 йылда фабрикаға күҙәтеү М. В. Ломоносовҡа йөкмәтелә, әммә шул уҡ йылда уҡ А. В. Олсуфьев идаралығына ҡайтарыла.

1764 йылдың мартынан фабрикала француз Арну, унан һуң Карловский эшләй. 1776 йылда Олсуфьев урынына Н. Г. Теплов килә, ә 1773 йылда фабрика генерал-прокурор А. А. Вяземскийҡарамағына бирелә, ул хужалыҡ өлөшөн алып барыуҙы яҡшырта һәм Европа оҫталарын эшкә саҡырған.

1779 йылда заводтың модельмейстеры вазифаһына француз Жан-Доминик Рашет (Рәсәйҙә Яков Иванович Рашет исемен ала) саҡырыла. Сирек быуат дауамында бында эшләп, ул нәфис фарфор етештереүҙе үҫтереүгә тос өлөш индерә. Ул үҙенең киң билдәле һәм ҙур тарихи-этнографик һәм художестволы ҡиммәттәренә эйә булған «Рәсәй дәүләте халыҡтары» серияһы (1780 йылдарҙа) менән дан ҡаҙана. Рашет моделдәре буйынса «Арабеска сервизы» (1784) һәм урыҫ фарфор сәнғәтенең башҡа өлгөләре (мәҫәлән, 27 сантиметрлыҡ Екатерина II бюсы) булдырыла. Екатерина II заказы буйынса эшләнгән Арабеска сервизы батша һарайындағы тәүге парад сервиздарҙың береһе була. Ул. 973 предметтан һәм 25000 һумдан ашыу тора[5].

Екатерина II идара иткән осорҙа етештерелгән һауыт-һаба һәм әйберҙәрҙең бейеклеге 40-50 сантиметрҙан ашмаған. Заводтың технологик мөмкинлектәренә бәйле булған. Өҫтәүенә Наполеон I идараһы ваҡытында Севр заводы ла кабинеттар һәм һарайҙар өсөн ҙур фарфор әйберҙәр етештереүҙе юлға һала, һәм был модаға әйләнеп китә[4].

1792 йылда идаралыҡ кенәз Н. Б Йосоповҡа тапшырыла. Ул идаралыҡ иткәндә «Екатерина фарфоры техник камиллыҡҡа һәм юғары нәфислек ҡиммәтенә өлгәшә». Йосопов туранан-тура күҙәтеүҙе Самуил Самойлович Фигнерға йөкмәтә.

Павел I идара иткәндә завод эшселәренең хеҙмәт шарттары яҡшыртыла: 1797 йылда хәстәхана төҙөлә. 1800 йылда икмәк һатыу ойошторола, сөнки икмәк заводында эшләүселәр эш хаҡынан тыш икмәктә алыр була[4]. Павел I хакимлыҡ итеү аҙағында заводта 202 хеҙмәткәрҙәр штатта тора. Завод Һарай контораһы, шулай уҡ ситтән килгән заказсылар заказдары буйынса ла продукция етештерә.

Павел I идараһы ваҡытында завод йыл һайын 5000 боттан ашыу Глухов балсығын тотона, өҫтәүенә был балсыҡты тик бер генә алпауыт Маркевич ҡына килтерә. 2000 боттан ашыу кварц, шпат — 1300 боттан ашыу шпат тотонола. Улары Олонецкий губернаһынан килтерелә. Был ваҡытта заводта табакерка етештереү туҡтала, әммә фарфор йомортҡалар әүҙем етештерелә, улар Пасха байрамында ғәли йәнәптәренә бүләк итеп тапшырыла[4].

Тәүҙә завод Император фарфор мануфактураһы статусына эйә була һәм Нева ярҙары буйында, Петербургтан 10 саҡрым алыҫлыҡта, Шлиссельбург трактында урынлаша. Уның эргәһендә генә 1730 йылда төҙөлгән Преображен сиркәүе эшләй, ә эргәһендә Фарфор заводы зыяраты барлыҡҡа килә. XХ быуатта был участка тотошо менән ҡала һыҙатына инә (Обухов оборонаһы проспекты, 151).

1800 йылда Санкт-Петербургта заводтың фирма магазины асыла, шундай уҡ тѳрҙәге продукция Мәскәүгә килтереп һатыла[4]. Был магазиндарҙың эшләү тәжрибәһе һатып алыусылар араһында эре, бай йөкмәткеле итеп биҙәлгән әйберҙәрҙең ҙур һорау менән файҙаланылыуын күрһәтә, ғәҙәттә уларҙы хәлле кешеләр һатып ала. Ғәҙәти әйберҙәргә ихтыяж аҙ була, сөнки улар башҡа фарфор фабрикалары продукцияһынан сағыштырмаса ҡиммәтерәк тора. 1806 йылда завод продукцияһы Новгород йәрминкәһендә күрһәтелә. 1810 йылда завод тауарҙары Ригала ла һатыла.

1802 йылда император Александр I указы сығара, уға ярашлы, завод фарфор, Гатчиналағы завод һәм ҡаҙна ҡарамағындағы фаянс заводы Император Ғали Йәнәптәре кабинеты буйһоноуына күсә. Буйһондороуҙы алмаштырыу менән бергә заводта киң масштаблы үҙгәртеп ҡороу үткәрелә. Гатчина фабрикаһы ябыла. Фаянс заводы ла ябыла, уның активы Император фарфор заводы һәм Император быяла заводыараһында бүленә. Шулай уҡ завод эшләгән ваҡытта етештерелгән фарфор изделиелары арзанлатып һатыла[4]. 75000 һумлыҡ бурыс ҡаплатыла, ә завод ҡорамалдарын яңыларына алмаштырыу өсөн 5 йыллыҡ мөҙҙәт менән 20 000 һумлыҡ заём бирелә. Завод мәктәбе һәм мәрмәр оҫтаханаһы ябыла. Завод бер-береһенән бойондороҡһоҙ ике өлөшкә бүленә — һөнәрселек һәм туранан-тура директорға буйһонған хужалыҡ бүлектәренә.

Заводтың яңы етәксеһе Д. А. Гурьев тәжрибәле керамист Ф. Ф. П. Гаттенбергерҙы[6] директор итеп тәғәйенләй һәм Берлин король фарфор заводынан өс өҫтаны — арканист Шульц, механик Шрейберг һәм әйберҙе утта сыныҡтырыусы Зейффертты, модельмейстер Муснерҙы эшкә саҡыра. Улар араһынан тик Зейфферт ҡына заводҡа һиҙелерлек ярҙам күрһәтә. Ул заводтағы ҡайһы бер производство етешһеҙлектәрен атай. Шулай уҡ, иң Сәнғәт академияһынан С. С. Пименов саҡырыла.

1806 йылда Гурьев инициативаһы буйынса фарфор һәм фаянсты сит илдән индереүҙе тыйған закон ҡабул ителә. Әммә был саралар Император фарфор заводының изделиеларын һатыу проблемаһын хәл итмәй, ләкин Рәсәй Империяһы территорияһында башҡа фарфор һәм фаянс етештереүсе производстволарҙың артыуына булышлыҡ итә.

1815 йылда заводҡа Франциянан технолог, биҙәүсе, рәссам һәм токарь кеүек байтаҡ ҡына белгестәр эшкә килә. 1831 йылда күңелһеҙ хәл булғанға тиклем заводтың модельмейстер оҫтаханаһына Пименов етәкселек итә: Николай I академия күргәҙмәһе өсөн әҙерләнгән үҙенең бюсы һәм императрица бюсынан ҡәнәғәт булмай. Модельмейстер бүлексәһен етәкләү 15 йыл заводта эшләгән И. А. Воронихинға йөкмәтелә.


1837 йылда заводта изделие өлгөләрен күрһәтеү бүлмәһе асыла, 1845 йылдан ул музейға әйләнә. Завод клиенттары продукцияны өлгөләрҙе күрһәтеү бүлмәһендә лә, шулай уҡ Санкт-Петербург үҙәгендәге фирма магазинында ла һайлау мөмкинлеген ала[5].

Николай I идара иткән дәүерҙә заводҡа Комаров, П. И. Пенский, В. Е. Галямин, А Д. Озерский, П. А. Языков идара итә.

1880-се йылдарҙа шәхси кешеләргә фарфор һатыу тыйыла. Завод директоры булып Д. Н. Гурьев эшләй, ә Николай II дәүерендә — Н. Б фон Вольф (1910 йыл тиклем), ә 1911 йылдан — Н. В. Струк.

XIX быуат аҙағында император Александр III, император ғаиләһе өсөн бирелгән заказдар буйынса изделие ике данала етештерелергә тейеш, тигән күрһәтмә бирә, сөнки береһе завод музейында ҡалырға тейеш, тип иҫәпләй ул. XХ быуатта, шул иҫәптән совет осоронда ла завод музейын тулыландырып тороу традициялары һаҡлана.

1901—1907 йылдарҙа Адамсондың түбәндәге скульптуралары бисквитта эшләнә: «диңгеҙ шыбырлауына тыңлап», «Тулҡын үбеүе», ,"Венераның тыуыуы"; «Караптың һуңғы һулышы», «Демон», «Күңел әрнеүе»


.

1917 йылдағы революциянан һуң завод

үҙгәртергә

Октябрь революцияһынан һуң завод Игенселек комиссариаты ҡарамағында була. 1918 йылда завод Халыҡ мәғарифы комиссариаты ҡарамағына тапшырыла. Завод республика әһәмиәтендәге тәжрибә керамика лабораторияһы статусын ала. Заводҡа яңы исем дә бирелә — Дәүләт фарфор заводы (ГФЗ)[7]. 1918 йылдың көҙөндә художество директоры итеп С. В. Чехонин тәғәйенләнә. Уның менән бергә талантлы рәссамдар: М. М. Адамович, Н. И. Альтман, З. М. Богуславская һәм башҡалар заводҡа эшкә урынлаша. 1918 йылда «революцияның бөйөк кешеләренең» бюстарын һәм «революцион лозунгылар яҙылған утилитар-декоратив әйберҙәр» эшләүгә заказдар бирелә.

1918 йылда Дәүләт фарфор заводының филиалы асыла, ул завод биналарында һәм барон фон Штиглицтың техник рәсем төшөрөү училищеһы базаһында эшләй.

1919 йылда завод Аҙыҡ-түлек комиссариатынан 1,5 миллион һумлыҡ суммаға мискиндәр ҙәм сынаяҡтар етештереүгә заказ килә. Был изделиеларға «Компрод» келәймәһе ҡуйыла.

1920-се йылдарҙа бында билдәле рәссам-супрематистар: Казимир Малевич, Илья Чашник, Николай Суетин, шулай уҡ ғалим-технолог Николай Качалов эшләй.

Парижда Халыҡ-ара декоратив сәнғәт күргәҙмәһендә

үҙгәртергә

1925 йылда Парижда халыҡ-ара күргәҙмә үткәрелә, йәш Совет иле сәнғәте киң күрһәтелә. Унда Адамович, Чехонин, Данько, Щекотихина, Кобылецкая, Суетин эштәре күрһәтелә. Күргәҙмә йомғаҡтары буйынса завод ҙур алтын миҙалға лайыҡ була. Рәссамдар Р. Ф. Вильде, Н. М. Суетин, А. В. Щекотихин, С В. Чехонин, З. В. Кобылецкая, шулай уҡ скульпторҙар Н. Я. Данько, А. Т. Матвеев, Д. И. Иванов һәм В. В. Кузнецовтар шәхси миҙалдар яулауға өлгәшә.

Заводта традицион урыҫ стиле виртуозы Алексей Воробьевский 60 йылдан ашыу эшләй.

Заводтың хәҙерге заман тарихы

үҙгәртергә

2002 йылдан завод «Уралсиб» башлығы Николай Цветковтың милке булып тора. 2005 йылда акционерҙар ҡарары буйынса яңынан «Император фарфор заводы» тип үҙгәртелә.

Продукцияһы

үҙгәртергә

Келәймәләре

үҙгәртергә

Шулай уҡ ҡара

үҙгәртергә
  • Список скульптур Амандуса Адамсона
  1. Keizerlijke Porselein Manufactuur St. Petersburg // Servies van Anna Paulowna — 1815.
  2. Императорский Фарфоровый Завод. 1744—1904. Под научной редакцией В. В. Знаменова. «Глобал Вью», «Оркестр». Санкт-Петербург. 2008
  3. Советский фарфор. Искусство Ленинградского фарфорового завода им. М. В. Ломоносова, Ленинград. 1974
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 4,5 Императорский фарфоровый завод 1744—1904. — Издание управление Императорскими заводами, 1904. — С. 29. — 447 с.
  5. 5,0 5,1 5,2 Императорский фарфоровый завод 1744—1904. — Издание управление Императорскими заводами, 1904. — С. 31. — 447 с.
  6. Гаттенбергер, Франц Иванович // Русский биографический словарь : в 25 томах. — СПб.М., 1896—1918.
  7. Э. Самецкая «Советский агитационный фарфор», М., Collector’s book, С. 19

Һылтанмалар

үҙгәртергә