Рәсәй таможня академияһы

Рәсәй таможня академияһы (РТА; тулы рәсми атамаһы — «„Рәсәй таможня академияһы“ юғары белем биреүҙең дәүләт ҡаҙна мәғариф учреждениеһы») — Рәсәйҙең Рәсәй һәм БДБ дәүләттәре өсөн профессиональ кадрҙар әҙерләүсе дәүләт юғары уҡыу йорто. Академияны ойошторған Рәсәй Федерацияһы Федераль таможня хеҙмәте структураһына инә[3]. Рәсәйҙә таможня эштәре өлкәһендә белгестәр әҙерләү һәм ҡайтанан әҙерләү менән шөғөлләнгән берҙән-бер вуз[4][5][6]. Люберцы ҡалаһында урынлашҡан, Санкт-Петербург, Владивосток һәм Дондағы Ростов ҡалаларында филиалдары бар.

Рәсәй таможня академияһы
Нигеҙләү датаһы 1993
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Люберцы
Баш компания (ойошма, предприятие) Федераль таможня хеҙмәте[d][2]
Рәсми сайт rta.customs.ru
Карта
 Рәсәй таможня академияһы Викимилектә

1991 йылдың 25 октябрендә Рәсәй Федерацияһының дәүләт таможня комитеты ойошторола. Профессиональ кадрҙар әҙерләү өсөн 1993 йылдың 22 сентябрендә Министрҙар Советының 940-сы менән Рәсәй таможня академияһы ойошторола, ул федераль дәүләт учреждениеһы статусын ала. Беренсе уҡыу йылы 1994 йылдың 2 октябрендә башлана, академияны философия фәндәре докторы, таможня хеҙмәте генерал-полковнигы Николай Блинов етәкләй[6][7].

20062015 йылдарҙа академия башлығы булып элек Ҡораллы Көстәре Генераль штабының Хәрби академияһын етәкләгән запастағы генерал-полковник Виктор Чечеватов тора[7].

2015 йылдың 16 апрелендә Рәсәй таможня академияһы начальнигы вазифаһына иҡтисад фәндәре докторы, профессор, генерал-майор Владимир Мантус тәғәйенләнә<[8].

Структураһы

үҙгәртергә
 
 
Рәсәй таможня академияһының Санкт-Петербургтағы (һулда) һәм Дондағы Ростовтағы (уңда) филиалдары биналары

Рәсәй таможня академияһы структураһын өс факультет (таможня эше, иҡтисад һәм юридик), шулай уҡ өс институт (дистанцион уҡытыу, квалификация күтәреү һәм белемде арттырыу, ғилми-тикшеренеү, хоҡуҡ эшмәкәрлеге институттары). Уҡыу процесын 24 кафедрала ойоштора[9].

Рәсәй таможня академияһында юғары белем биреүҙең күп кимәлле системаһы бар: бакалавриат — 4 йыл, специалитет — 5 йыл, магистратура — 2 йыл, аспирантура — 3-4 йыл (уҡытыу йүнәлешенә бәйле). Бакалавриат йүнәлеше: «Иҡтисад», «Менеджмент», «Юриспруденция»; специалитеттыҡы: «Таможня эше»; магистратура: «Юриспруденция», «Иҡтисад», «Менеджмент»; аспирантура — «Иҡтисад», «Юриспруденция», «Информатика һәм иҫәпләү техникаһы», «Сәйәси фәндәр һәм төбәкте өйрәнеү», «Тарих фәне һәм археология»[10].

Рәсәй таможня академияһында көндөҙгө, көндөҙгө-ситтән тороп, ситтән тороп уҡыу формаһы тормошҡа ашырыла[11].

Филиалдары

үҙгәртергә

Рәсәй таможня академияһының өс филиалы бар:

Символикаһы

үҙгәртергә

Эмблемаһы

үҙгәртергә

Рәсәй Федераль таможня хеҙмәтенең 2006 йылдың 21 ноябрендәге1194 һанлы бойороғо менән Рәсәй таможня академияһының эмблемаһы раҫлана. Ул дүртмөйөшлө геральдик ҡалҡандан ғибәрәт. Уның аҫ яғы фтгуралы йәйә рәүешендә эшләнгән; ҡалҡан йоҡа алтынлатылған ҡайма менән ике өлөшкә бүленгән. Ҡалҡан майҙанының өстән бер өлөшөн алып торған өҫкө яғында факел һәм алтын төҫтәге кадуцей, улар бер-береһенә арҡыры һалынған. Аҫҡы өлөшөндә — Рәсәй таможня академияһының бәләкәйләтелгән эмблемаһы. Ҡалҡан Рәсәй Федерацияһы дәүләт гербы сәмреҡошоноң алтын фонында һүрәтләнгән, лавр ботағы менән ситләнгән. Ботаҡтар нәҙек алтын ҡаймалы сағыу йәшел төҫтәге таҫма менән үрелгән. Таҫмала Рәсәй таможня академияһының тулы һәм ҡыҫҡартылған атамаһы алтынлатып яҙылған[12].

Форма кейеме

үҙгәртергә

Рәсәй Федерацияһының 273-ФЗ «Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында» федераль законының 38-се статьяһының 1-се һәм Рәсәй таможня хеҙмәтенең 2103 йылдың 6 авгусындағы 1459-сы бойороғо менән Рәсәй таможня академияһы студенттары өсөн махсус кейем формаһы ҡабул ителгән[13].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. (unspecified title) — 2017-05-22 — 2017. — doi:10.6084/M9.FIGSHARE.5032286
  2. Единый Государственный Реестр Юридических Лиц, ЕГРЮЛ
  3. Федеральная таможенная служба России. Досье. ТАСС (28 июль 2016). Дата обращения: 29 март 2017.
  4. Малова Д. Я б в таможенники пошёл, пусть меня научат // Ракурс : информационно-аналитическое издание. — 2016. — № 4 (8). — С. 34—37.
  5. Фуколова Ю., Иванющенкова М. Где учеба и опасна, и трудна // Коммерсантъ Деньги : журнал. — 2001. — № 21 (325). — С. 40.
  6. 6,0 6,1 Об Академии. rta.customs.ru. Официальный сайт Российской таможенной академии. Дата обращения: 15 март 2017. 2018 йыл 17 май архивланған.
  7. 7,0 7,1 Лепина М. Следствие не доверилось генералу // Коммерсантъ : газета. — 8 ноября 2008. — № 203 (4020). — С. 2.
  8. Аксенова М. РТА — лидер таможенной науки // Таможня : информационно-аналитическое обозрение. — 2016. — № 15 (398).
  9. Структура и органы управления. rta.customs.ru. Официальный сайт Российской таможенной академии. Дата обращения: 15 март 2017. 2017 йыл 30 март архивланған.
  10. Информация об образовательных программах высшего образования. rta.customs.ru. Официальный сайт Российской таможенной академии. Дата обращения: 15 март 2017. 2017 йыл 26 апрель архивланған.
  11. Контингент обучающихся по программам высшего образования по состоянию на 01.03.2017. rta.customs.ru. Официальный сайт Российской таможенной академии. Дата обращения: 15 март 2017. 2017 йыл 16 март архивланған.
  12. Геральдические знаки - эмблемы, эмблемы для структурных подразделений ФТС России, региональных таможенных управлений и подчиненных им таможен, таможен, непосредственно подчиненных ФТС России, и учреждений, находящихся в ведении ФТС России. Сайт «Ведомственная геральдика». Дата обращения: 27 март 2017.
  13. Форма студента. rta.customs.ru. Официальный сайт Российской таможенной академии. Дата обращения: 15 март 2017. 2017 йыл 30 март архивланған.

Һылтанмалар

үҙгәртергә