Рәсәй Федерацияһының Бюджет кодексы

Рәсәй Федерацияһы бюджет ҡануниәтенең хоҡуҡи нигеҙҙәрен булдырған норматив хоҡуҡи акт

Рәсәй Федерацияһының Бюджет кодексы  — Рәсәй Федерацияһы бюджет ҡануниәтенең, Рәсәй Федерацияһы бюджет системаһы ойошторолоуының һәм эш итеүенең  дөйөм принциптарын, бюджет хоҡуҡ мөнәсәбәттәре субъекттарының хоҡуҡи хәлен нығытыусы кодлаштырылған норматив хоҡуҡи акт, ул Рәсәй Федерацияһында бюджет процесының һәм бюджет-ара мөнәсәбәттәрҙең нигеҙҙәрен, Рәсәй Федерацияһы  бюджет системаһының бюджет средстволарына түләү һалыу тураһындағы суд акттарын үтәү тәртибен, Рәсәй Федерацияһы бюджет ҡануниәтен боҙған өсөн яуаплылыҡ нигеҙҙәре һәм төрҙәрен билдәләй.  

Федераль закон
Рәсәй Федерацияһының Бюджет кодексы
Номер: 145-ФЗ
Ҡабул ителгән: Дәүләт Думаһы тарафынан 1998 йылдың 17 июлендә
Раҫлау: Федерация Советы тарафынан 1998 йылдың 17 июлендә
Ҡул ҡуйыу: Рәсәй Президенты тарафынан 1998 йылдың 31 июлендә
Көсөнә ингән: 1 ғинуар 2000 йыл
Первая публикация: Собрание законодательства Российской Федерации 10.04.1995, № 31, ст. 3823;
«Российская газета»,
12.08.1998
Ғәмәлдәге редакция: 28.12.2016
Тулы текст Викикитапханала?.

Ҡабул итеү үҙгәртергә

1997 йылдың 9 июнендә Бюджет кодексы проекты Дәүләт Думаһына индерелә. 13 июндә депутаттар тарафынан беренсе уҡыуҙа,  3 июлдә икенсе һәм өсөнсө уҡыуҙа ҡабул ителә. Шунан һуң Федерация Советына ебәрелә, әммә 1998 йылдың 9 июлендә кире ҡайтарыла. Рәсәй Федерацияһының  Бюджет кодексы 1998 йылдың 17 июлендә, Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы палаталарының яраштырыу комиссияһы ултырышынан һуң Дәүләт Думаһы тарафынан ҡабул ителә һәм Федерация Советы тарафынан хуплана[1]. 1998 йылдың 31 июлендә Рәсәй Федерацияһы Президенты  Борис Ельцин ҡул ҡуя,  2000 йылдың 1 ғинуарынан көсөнә инә («Рәсәй Федерацияһының Бюджет кодексын ғәмәлгә индереү тураһында» 1999 йылдың 9 июлендәге N 159-ФЗ Федераль законға ярашлы)[2].

Кодекстың төҙөлөшө үҙгәртергә

Бюджет кодексы преамбуланан, 5 өлөштән, 10 киҫәктән, 31 бүлектән һәм 388 статьянан тора[3].

Беренсе өлөш. Дөйөм положениелар үҙгәртергә

  • 1-се бүлек. Рәсәй Федерацияһының  бюджет ҡануниәте
  • 2-се бүлек. Рәсәй Федерацияһының, Рәсәй Федерацияһы субъекттарының һәм муниципаль берәмектәрҙең бюджет вәкәләттәре 

Икенсе өлөш. Рәсәй Федерацияһының бюджет системаһы  үҙгәртергә

  •  I киҫәк. Рәсәй Федерацияһының бюджет ҡоролошо
  • 3-сө бүлек. Рәсәй Федерацияһының бюджет системаһы 
  • 4-се бүлек. Рәсәй Федерацияһының бюджет классификацияһы 
  • 5-се бүлек. Рәсәй Федерацияһының бюджет системаһы принциптары 
  •  II киҫәк. Бюджеттарҙың килемдәре
  • 6-сы бүлек. Бюджеттарҙың килемдәре тураһында дөйөм положениелар 
  • 7-се бүлек. Федераль бюджет килемдәре
  • 8-се бүлек. Рәсәй Федерацияһы субъекттары бюджеттарының килемдәре
  • 9-сы бүлек. Урындағы бюджеттарҙың килемдәре
  • III киҫәк. Бюджеттарҙың сығымдары
  • 10-сы бүлек. Бюджеттарҙың сығымдары тураһында дөйөм положениелар 
  • 11-се бүлек. Рәсәй Федерацияһының, Рәсәй Федерацияһы субъекттарының, муниципаль берәмектәрҙең  сығым йөкләмәләре
  • IV киҫәк. Бюджеттарҙың баланслылығы
  • 13-сө бүлек. Бюджет дефициты һәм уны финанслау сығанаҡтары
  • 13.2-се бүлек. Федераль бюджеттың нефть һәм газ килемдәрен файҙаланыу 
  • 14-се бүлек. Дәүләт һәм муниципаль бурыс
  • 15-се бүлек. Рәсәй Федерацияһының тышҡы бурыс талаптары 
  • 16-сы бүлек. Бюджет-ара трансферттар
  • 17-се бүлек. Дәүләт бюджеттан тыш фондтарының бюджеттары 

Өсөнсө өлөш. Рәсәй Федерацияһында бюджет процесы  үҙгәртергә

  • V киҫәк. Бюджет процесында ҡатнашыусылар
  • 18-се бүлек. Бюджет процесында ҡатнашыусыларҙың вәкәләттәре 
  • 19-сы бүлек. Федераль кимәлдәге бюджет процесында ҡатнашыусыларҙың вәкәләттәре 
  • 19.1-се бүлек. Ваҡытлыса финанс администрациялауын индергәндә Рәсәй Федерацияһы субъекттары дәүләт власы органдарының һәм урындағы үҙидаралыҡ органдарының вәкәләттәрен тормошҡа ашырыу 
  •  VI киҫәк. Бюджет проекттарын төҙөү
  • 20-се бүлек. Бюджет проекттарын төҙөү нигеҙҙәре 
  • VII киҫәк. Бюджеттарҙы ҡарау һәм раҫлау
  • 21-се бүлек. Бюджеттарҙы ҡарау һәм раҫлау нигеҙҙәре
  • 22-се бүлек. Федераль бюджет тураһында Федераль законды ҡарау һәм раҫлау 
  • 23-сө бүлек. Федераль бюджет тураһында Федераль законға үҙгәрештәр индереү
  • VIII киҫәк. Бюджеттарҙың башҡарылыуы
  •  24-се бүлек. Бюджеттарҙың башҡарылыу нигеҙҙәре
  • 24.1-се бүлек. Рәсәй Федерацияһы бюджет системаһы бюджеттары средстволарына түләү һалыу буйынса суд акттарын башҡарыу 
  • VIII.1 киҫәк. Бюджет отчетлылығын төҙөү, тышҡы тикшереү, ҡарау һәм раҫлау 
  • 25.1-се бүлек. Бюджет отчетлылығын төҙөүҙең, тышҡы тикшереүҙең, ҡарауҙың һәм раҫлауҙың нигеҙҙәре 
  • 25.2-се бүлек. Рәсәй Федерацияһының бюджет отчетлылығын төҙөүҙең, тышҡы тикшереүҙең, ҡарауҙың һәм раҫлауҙың нигеҙҙәре 
  • IX киҫәк. Дәүләт (муниципаль) финанс контроле
  • 26-сы бүлек. Дәүләт (муниципаль) финанс контроле нигеҙҙәре

Дүртенсе өлөш. Бюджетты боҙоуҙар һәм бюджеттың мәжбүр итеү саралары  үҙгәртергә

  • 29-сы бүлек. Бюджетты боҙоуҙар һәм бюджеттың мәжбүр итеү сараларын ҡулланыу тураһында дөйөм положениелар 
  • 30-сы бүлек. Бюджетты боҙоуҙарҙың төрҙәре һәм уларҙы ҡылған өсөн ҡулланылыусы бюджеттың мәжбүр итеү саралары 

Бишенсе өлөш. Йомғаҡлау положениелары үҙгәртергә

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә