Ҡотошов Рәйес Рәхимйән улы

тарихсы
(Рәйес Ҡотошов битенән йүнәлтелде)

Ҡотошов Рәйес Рәхимйән улы (7 август 1948 йыл) — тарихсы, ғилми хеҙмәткәр һәм дәүләт эшмәкәре. 1975—1994 йылдарҙа Өфө фәнни үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми хеҙмәткәре, 1998—2003 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең ЗАГС идаралығы етәксеһе урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2017).

Ҡотошов Рәйес Рәхимйән улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 РСФСР
Тыуған көнө 7 август 1948({{padleft:1948|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (76 йәш)
Тыуған урыны Өмбәт, Муйнаҡ ауыл Советы, Ейәнсура районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө тарихсы
Эш урыны Башҡорт дәүләт университеты
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы

үҙгәртергә

Рәйес Рәхимйән улы Ҡотошов 1948 йылдың 6 авгусында Башҡорт АССР-ының Ейәнсура районы Өмбәт ауылында тыуған. 1955 йылда урындағы ете йыллыҡ мәктәптең беренсе синыфына бара, 1962 йылда уҡыуын ошо уҡ райондың Күгәрсен ауылындағы Һүрәм урта мәктәбендә дауам итә һәм 1966 йылда бында 11 синыфты тамамлап, урта белем тураһында танытма ала.

Артабан бер йыл дауамында тыуған ауылындағы Хоҙайбирҙин исемендәге колхозда малсы булып эшләй.

1967 йылдың ноябрендә Совет Армияһына саҡырыла, хәрби хеҙмәтте диңгеҙ авмацияһы ғәскәрҙәре составында Белоруссия биләмәләрендә үтә һәм 1969 йылдың 12 декабрендә запасҡа ҡайтарыла.

1970 йылдың ғинуарынан Ейәнсура районының «Октябрь байрағы» гәзитендә хәбәрсе булып эшләй.

1970 йылдың сентябренән Рәйес Ҡотошов — Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университетының тарих факультеты студенты. Юғары уҡыу йортон 1975 йылда, «тарих һәм йәмәғәт белеме уҡытыусыһы» тигән һөнәр алып, уңышлы тамамлай.

СССР Фәндәр Академияһы Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты юллауы һәм саҡырыуы буйынса үҙаллы хеҙмәт эшмәкәрлеген ошо ғилми учреждениела стажёр—тикшеренеүсе булып башлай. 1978—1981 йылдарҙа ошо институттың аспирантураһында уҡый һәм артабан 1994 йылғаса кесе ғилми хеҙмәткәр һәм ғилми хеҙмәткәр вазифаларында ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлеген дауам итә. Был осорҙа ул «Башҡортостан тарихы» исемле күп томлы фәнни хеҙмәтте төҙөүҙә туранан-тура ҡатнаша.

Бер үк ваҡытта 1979—1983 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты тарих факультетының киске бүлегендә студенттар уҡыта.

1994—1997 йылдарҙа Рәйес Рәхимйән улы Башҡортостан Республикаһының Архив эштәре буйынса дәүләт комитетында яуаплы вазифа башҡара.

1998 йылда Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Кабинетының ЗАГС идаралығы етәксеһе урынбаҫары итеп тәғәйенләнә һәм бында 2004 йылғаса эшләй.

2004 йылдан 2007 йылда хаҡлы ялға киткәнсе — Башҡортостан Республикаһының Үҙәк тарих дәүләт архивының методик бүлек етәксеһе.

Ғилми хеҙмәттәре

үҙгәртергә

Китаптары

үҙгәртергә
  • Генеалогия балакатайцев / И. В. Галлямов, Р. Р. Кутушев. - Уфа: Белая река, 2013- - . - 25 см (рус.)
    • Кн. 1 : Старая Маскара, Новая Маскара, Ашаево Белокатайского района Республики Башкортостан. - 2013. - 407 с. . - 500 экз.. - ISBN 978-5-87691-091-2 (в пер.) (рус.)[1]
  • К истории государственной символики Башкортостана / Р. Р. Кутушев, И. Ф. Байков. - Уфа: Китап, 2011. - 133 с.: ил., ноты ; 25 см. - В прил. включ. законодат. материалы. - 2000 экз. - ISBN 978-5-295-04334-5 (в пер.) (рус.).
  • Навеки с Россией : сб. док. и материалов. - Уфа: Китап. Ч. 2. - 2008. - 317, [1] с., [8] л. ил. - 3000 экз. - ISBN 978-5-295-04418-2 (в пер.)
  • История Башкортостана с древнейших времен до наших дней : в 2 т. - Уфа : [б. и.] (рус.).
    • Т. 1: История Башкортостана с древнейших времен до конца XIX века / [И. Г. Акманов, Н. М. Кулбахтин, Н. А. Мажитов и др.]. - 2004. - 486 с. : ил. - 3000 экз. - ISBN 5-295-03488-7 (в пер.)[2]

Фәнни мәҡәләләре

үҙгәртергә

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2017).

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә