Ряшина Соломея Демидовна
Соломея Демидовна Ряшина (14 август 1924 — 26 апрель, 2003) — совет машиналар эшләү алдынғыһы, СССР Юлдар министрлығының Красноярск паровоз-вагон ремонтлау заводында иретеп йәбештереүсе, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971).
Ряшина Соломея Демидовна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 14 август 1924 |
Тыуған урыны | Красноярск крайы, СССР |
Вафат булған көнө | 26 апрель 2003 (78 йәш) |
Вафат булған урыны | Красноярск, Рәсәй |
Һөнәр төрө | иретеп йәбештереүсе |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәСоломея Демидовна Ряшина 1924 йылда Красноярск крайының Подсопки ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Һуғышҡа тиклем Куйбышев исемендәге колхозда эшләй.
1943 йылдан Ҡыҙыл Армияла, зенит частарында хеҙмәт итә. 1946 йылды демобилизациялана һәм Красноярск ҡалаһында фотоҡағыҙ фабрикаһына эшкә урынлаша.
1949 йылда паровоз-вагон ремонтлау заводында иретеп йәбештереүсе өйрәнсеге булып эшләй башлай. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә һөнәрҙе тулыһынса үҙләштерә, артабан шәхси келәймәһе менән эшләй башлай. Ул хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреүгә йүнәлтелгән бер нисә инициативаның авторы булып тора. Ленин орденына тәҡдим ителә (1960 йыл)[1].
Һигеҙенсе биш йыллыҡ заданиеларын уңышлы үтәп сыға, йөкләмәләрҙе арттырып үтәй.
СССР Юғары Советы Президиумының 1971 йылдың 4 майындағы указы менән машиналар эшләүҙә юғары производство күрһәткестәре өсөн Ряшина Соломея Демидовнаға Ленин ордены менән ««Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы» тапшырылып, Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.
Красноярск крайы һәм ҡала советының депутаты була.
Красноярск ҡалаһында йәшәй. 2003 йылдың 26 апрелендә вафат була. Красноярскиҙа Бадалык зыяратында ерләнә[2].
Наградалары
үҙгәртергәХеҙмәт уңыштары өсөн лайыҡ була:
- «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы (04.05.1971)
- ике Ленин ордены (07.03.1960, 26.04.1971)
- башҡа миҙалдар.
- Красноярск ҡалаһының почётлы гражданы.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Героическая летопись . www.sc19.ru. Дата обращения: 8 март 2020.
- ↑ © Ряшина Соломея Демидовна . spb-tombs-walkeru.narod.ru. Дата обращения: 8 март 2020.
Литература
үҙгәртергә- Дәғүәселәр. Красноярск, 1976 йыл.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Ряшина Соломея Демидовна . «Герои страны» сайты.