Рысева Дарья Александровна

Рысева Дарья Александровна (5 март 1998 йыл) — Рәсәй волейболсыһы. 2019 йылда Йәйге универсиада чемпионы. Йәштәр командалары араһында Европа чемпионы, йәштәр араһында донъя чемпионатында көмөш миҙал яулаусы[1]. Волейбол буйынса спорт мастерлығына кандидат.

Дарья Рысева
Шәхси мәғлүмәт
Енесе

ҡатын-ҡыҙ

Тулы исеме

Дарья Александровна Рысева

Гражданлығы

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Тыуған датаһы

5 март 1998({{padleft:1998|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (26 йәш)

Тыуған ере

Силәбе, Силәбе өлкәһе, Рәсәй

Буйы

175 см

Биографияһы үҙгәртергә

Анастасия Викторовна Рысева 1998 йылдың 5 мартында Силәбе ҡалаһында тыуған. «Йәшлек-Метар» балалар һәм үҫмерҙәр мәктәбендә волейбол менән шөғөлләнә һәм спортсы булараҡ үҫә.

Дарьяның беренсе өлкән клубы булып Мәскәү ҡалаһы Нур клубы тора. Һуңынан Яңы Уренгойҙан Факел өсөн уйын үткәрә[2].

2015 йылда ул, Мәскәү Заречье-Одинцово клубы менән контрактҡа ҡул ҡуя. Был клубта 4 йыл уйнай[3]. 2018 йылда Калининград ҡалаһының Локомотив клубына күсә. Бәйләүсе позицияһында уйнай. 2019 йылда "Локомотив" составында Рәсәй чемпионатының көмөш призёры була.

2019 йылда Италияла Йәйге Универсиадала Рәсәй милли йыйылма командаһы составында турнир еңеүсеһе була[4].

2018 йылдан беренсе Рәсәй йыйылма командаһына саҡырыла. 2019 йылда милләттәрҙең ҡатын-ҡыҙҙар лигаһында йыйылма команда өсөн уйында ҡатнаша.

Ҡаҙаныштары үҙгәртергә

Йыйылма командалар менән үҙгәртергә

  • 2016 йылда йәштәр араһында Европа чемпионы;
  • 2017 йылда йәштәр араһында донъя чемпионатының көмөш призёры;
  • 2019 йылда Йәйге универсиадала чемпион.

Клубтар менән үҙгәртергә

  • 2019 йылда Рәсәй чемпионатының көмөш призёры.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Молодежная сборная России по волейболу взяла «серебро» на Чемпионате мира в Мексике. Телеканал 360°. Дата обращения: 19 март 2020.
  2. Игрок: Рысева Дарья Александровна Локомотив. ЖК «Локомотив - Калининградская область». Дата обращения: 19 март 2020.
  3. РЫСЕВА Дарья Александровна | Российские спортсмены и специалисты | Спортивная Россия. www.infosport.ru. Дата обращения: 19 март 2020.
  4. Эхо Универсиады. Дарья Рысева: «Для меня полуфинал получился тяжелее финала». ЖЕНСКАЯ СБОРНАЯ РОССИИ ПО ВОЛЕЙБОЛУ. Дата обращения: 19 март 2020.(недоступная ссылка)

Һылтанмалар үҙгәртергә