Рустов мәсете (әзерб. Rustov məscidi; рус. Рустовская мечеть) - Әзербайжанда 1903 йылда Губин районы Рустов ауылында Һажи Зәйнәләбдин Тагиев (әзерб. Hacı Zeynalabdin Tağıyev) ярҙамында төҙөлгән тарихи-архитектура ҡомартҡыһы.

Рустов мәсете
әзерб. Rustov məscidi
Нигеҙләү датаһы 1903
Рәсем
Дәүләт  Әзербайжан
Административ-территориаль берәмек Губинский район[d]
Архитектура стиле Мосолман архитектураһы
Карта
 Рустов мәсете Викимилектә

Әзербайжан Республикаһы Министрҙар кабинетының 132-се ҡарары менән мәсет урындағы әһәмиәткә эйә күсемһеҙ тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡылары исемлегенә индерелә (2 август 2001 йыл).Ҡомартҡы 2008 йылда реставрацияланған.

Рустов ауылы мәсете 1903 йылда меценат Һажи Зәйнәләбдин Тагиев аҡсаһына төҙөлә. Апрель оккупацияһынан һуң мәсет ябыла һәм иген һаҡлағыс булараҡ ҡулланыла[1]. Әзербайжандың бойондороҡһоҙлоғо тергеҙелгәндән һуң бина ҡабаттан мәсет булараҡ файҙаланыла. Мәсет Әзербайжан Республикаһы Министрҙар Кабинетының 2001 йылдың 2 авгусындағы 132-се ҡарары менән урындағы әһәмиәткә эйә күсемһеҙ тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡылары исемлегенә индерелә[2].

Мәсеттә дәүләт тарафынан теркәлгән дини йәмәғәт эшләй[3].

Архитектураһы

үҙгәртергә

Мәсеттең нигеҙе кафедра кимәленә тиклем йылға ташынан башҡарылған. Йылға ташы һәм ваҡланған эзбизташ комбинацияһынан торған стеналар михраб өлөшөндә, ә ҡалған урындарынүлсәмдәре (20х20х4) һәм (27х13х6) яндырылған кирбестән. Стеналарҙың түбәһенән фронтон ситтәре буйлап 9 рәт кирбес кәрниз үтә. Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн икенсе ҡат балкон өҫтөндә урынлашҡан. Икенсе ҡатҡа һәм сарҙаҡҡа төньяҡ стенаның уң мөйөшөнән башланған баҫҡыс буйлап күтәрелергә мөмкин. Мәсеттең ҡыйығы япмаһының конструкцияһында имән балкалар ҡулланылған

Мәсеттең көньяҡ фасадында юнылған эзбизташта түңәрәк тәҙрә аҫтында эпиграфик яҙыу соҡоп яҙылған, һәм мәсет Беренсе тапҡыр Хажи Йософ тарафынан төҙөлгән, тип яҙылған[4]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Azərbaycan Respublikası Məscidlərinin Ensiklopediyası. — Beynəlxalq Əlhuda. — P. 120.
  2. Azərbaycan Respublikası Nazirlər Kabinetinin 2001-ci il 2 avqust Tarixli 132 nömrəli qərarı ilə təsdiq edilmişdir (әзерб.). mct.gov.az (2 avqust 2001). Дата обращения: 14 октябрь 2022. Архивировано 7 iyul 2021 года.
  3. Quba rayonu, Rustov kənd məscidi (әзерб.). Azərbaycan Dini Qurumlarla İş üzrə Dövlət Komitəsi. Дата обращения: 14 октябрь 2022. Архивировано 21 июль 2017 года.
  4. Qubanın tarixi məscidləri