Рупя (ҡәлғә, Румыния)

Рупя (Рупя ҡаласығы; рум. Cetatea Rupea, нем. Burg Reps, мадьярса  Khalmi vár) — Рупя ҡалаһының көнбайыш өлөшөндә 120 метрлыҡ базальт ҡаяла боронғо ҡәлғә, Брашов ҡалаһынан төньяҡҡа ҡарай 70 км алыҫлыҡта Румынияның үҙәк өлөшөндәге Сигишоара яғына ҡарай боронғо юлда урынлашҡан. Ҡәлғә урынында ҡаҙыныуҙар һөҙөмтәһендә палеолит һәм иртә неолитҡа ҡараған ауыл ҡалдыҡтары табылған.

Рупя
Рәсем
Дәүләт  Румыния[1]
Административ-территориаль берәмек Рупя[d] һәм Брашов[d][1]
Урын Рупя[d][1]
Мираҫ статусы культурная ценность Румынии национального уровня[d][1]
Указания, как добраться La vest de localitate, pe Dealul Cohalmului[1]
Карта
 Рупя Викимилектә

Әлеге ҡәлғә рим легионерҙары баҫып алған элекке даки оборона ҡоролмалары емереклектәрендә төҙөлгән. Исеме латинса rupes — «таш» һүҙенән килеп сыҡҡан. 10 быуаттан ҡәлғә даими киңәйтелгән. Беренсе яҙма мәғлүмәт 1324 йылға ҡарай, унда Трансильвания сакстары Венгрия короле Карл I ҡаршы баш күтәрә һәм ҡәлғәлә йәшеренә[2]. XIV быуаттан Рупя төбәктең мөһим фортификация ҡоролмаһы була, сөнки бында Трасвильвания, Молдова һәм Валахия аша төп юлдар үтә.

Урындағы киң таралған риүәйәт буйынса, Дакия батшаһы Децебал нәҡ бында Траяндың Икенсе даки походы ваҡытында үҙенә-үҙе ҡул һала (105–106). Шул дәүерҙә ҡәлғә Рамидав исеме менән билдәле була.

Антик дәүер

үҙгәртергә

Ҡәлғә районында археологик ҡаҙыныуҙар барышында боронғо кешеләрҙең тораҡ эҙҙәре табылған. Атап әйткәндә таш эш ҡоралдары, керамика, ерләү урналары. Табылдыҡтар палеолит һәм иртә неолит осоронда (б.э. тиклем 5500–3500) бында ауылдар урынлашҡанлығын ышаныслы раҫларға мөмкинлек бирә. Даки батшалығы ваҡытында был урындарҙа ҡаласыҡ төҙөлә, ул Румидав (йәки Рамидав) кеүек билдәле була. Рим даки ерҙәрен баҫып алғандан һуң, легионерҙар бында форт төҙөй, ул Кастра Рупес (таштан ҡәлғә) тип атала. Был нығытма сауҙа маршруттарын һаҡлаусы рим оборона линияһы системаһына инә.

Урта быуаттар

үҙгәртергә

Урта быуаттарҙа Рупя ҡәлғәһе тураһында беренсе яҙма телгә алыу 1324 йылдарҙа төҙөлгән документтарға ҡарай. Унда таш нығытма Сastrum Kuholm тип атала. Шул йылда немец колонистары вариҫтары (Трансильвания сакстары) Венгрия короле Карл I ҡаршы баш күтәрә, ҡаласыҡты яулап ала һәм унда үҙ гарнизонын урынлаштыра. Шул уҡ ваҡытта, бәлки, XII быуаттан уҡ ҡәлгә урынлашҡан тау итәгендә ҡала булған.

Һуңыраҡ ҡәлғә Ғосман империяһы ғәскәрҙәренең үҙәк Европаға баҫып инеүен кире ҡағыу өсөн мөһим роль уйнай. 1432 һәм 1437 йылдар араһында Рупяны төрөктәр баҫып ала һәм талай.

XVII-XVIII быуаттар

үҙгәртергә
 
Рупяның боронғо картаһы

Ҡәлғәнең етди етешһеҙлеге һыу сығанағының булмауы тора. Тимәк, Рупя оҙайлы ҡамауҙы тота алмаған. Был проблема 1623 йылда хәл ителә, ҡаяла 59 метр тәрәнлектәге ҡоҙоҡ ҡаҙалар. Был эштәр бер нисә айға һуҙыла. Ҡойо төҙөү инициаторы булып Габор Бетлен тора.

1643 йылда тергеҙелгән ҡәлғәлә көслө янғын сыға. Уның эҙемтәләренән һуң ҡаласыҡ емереклектәргә әйләнә һәм ҡалдырыла. Ләкин XVII быуат аҙағында Трансильвания сакстарынан тирә-яҡтағы халыҡ нығытмаларҙы үҙаллы тергеҙә һәм дошман һөжүме ваҡытында уны хәүефһеҙ һыйыныу урыны кеүек ҡуллана башлай. Һуңғараҡ сакстар ҡәлғәне ҡаршылыҡһыҙ Гасбургтар ҡулына тапшыра һәм бында Австрия һалдаттарының гарнизоны урынлаштырыла.

1704 йылда ҡәлғәне һуғышһыҙ куруцтар — антигабсбург ихтилалында ҡатнашыусылар баҫып ала.

Чума эпидемияһы ваҡытында 1716 йылда ҡәлғәлә йоғошло ауырыуҙан ҡасырға маташып, урындағы халыҡ йәшеренә.

1788 йылда ҡәлғә сираттағы төрөк һөжүменән йөҙләгән халыҡтың һыйыныу урыны була. Әммә 1790 йылда көслө штормдан һуң бинаның ҡыйығы емерелә һәм ҡаласыҡ тағы ташландыҡ хәлдә була.

XIX-XX быуаттар

үҙгәртергә

Ҡаласыҡ оҙаҡ ваҡыт емереклектәрҙә ята. Шул уҡ ваҡытта Рупя ҡалаһы үҙе Трансильванияның иң уңышлы ҡалаларының береһе була. Төп халҡы булып этник немецтар тора. Икенсе донъя һуғышынан һуң бөтә немецтар ҙа депортациялана. Коммунистик режим ваҡытында Румыния властары бында базальт сығара башлау өсөн ҡәлғәнең емереклектәрен һүтеп алырға планлаштыра. Бәхеткә күрә был пландан баш тарталар. 1954 йылда таш диуарҙарын өлөшләтә тергеҙеү һәм һаҡланып ҡалған фортификация ҡоролмаларын консервациялау буйынса эштәр башлана. Шуға ҡарамаҫтан, 1990 йылдар башына ҡәлғә насар торошта була. Элекке ҡоролмаларҙан тик бер генә оборона башняһы һаҡланып ҡалған була.

2010 йылдан 2013 йылға тиклем Рупя ҡәлғәһе емереклектәрендә комплекслы реставрациялау буйынса эштәр үткәрелә. Тулыһынса ете төп башня һәм эсендә торлаҡ ҡаралтылар тергеҙелә. Аҡсаның төп өлөшөн мәҙәни мираҫты һаҡлау буйынса программа сиктәрендә Европа берлеге бирә. Бөтәһе 32 миллиондан ашыу лей тотонола. 2013 йылдың 15 июнендә тергеҙелгән комплексты асыу тантанаһы үтә. Ошо уҡ 2013 йылда ҡәлғәгә 61 мең турист килә. 2014 йылда килеүселәр һаны 115 мең кешегә етә, ә 2015 йылда — 150 меңдән ашып китә.

Тасуирламаһы

үҙгәртергә

Ҡәлғә аҫтан өҫкә күтәрелгән спираль (ҡабырсаҡ) рәүешендә һәм диңгеҙ кимәленән 500 метрҙан ашыу бейеклектә урынлашҡан.

Рупя өс автономиялы объекттан тора: Өҫкө ҡәлғә (цитадель), Урта ҡәлғә, Түбәнге ҡәлғә һәм форбург. Һәр береһе таш стена менән уратып алынған. Нығытманың оборона мөмкинлектәрен даими көсәйтеп, башнялар төрлө ваҡыттарҙа төҙөлгән. Үрге ҡәлғә, моғайын, X быуатта төҙөлгән. XIII быуатҡа ҡараған цитадель киңәйтелгән, ә уның нығытмаларын көслөрәк яһағандар. Шул уҡ ваҡытта стеналарын һәм башняларын урта быуат немец традицияларына ярашлы төҙөгәндәр. Артабан урта ҡәлғә барлыҡҡа килгән, унда дошман һөжүме ваҡытында тирә-яҡтарҙан йөҙләгән кеше йәшеренгән. Моғайын, был Рышнов ҡәлғәһе төҙөлөшө осрағы менән, крәҫтиәндәр үҙҙәре был эштең инициаторы була.

Үрге ҡәлғәнең майҙаны 1500 кв метр. Бында биналар тергеҙелгән, улар Урта быуаттарҙа ҡасаҡтар өсөн дошман һөжүменән һыйыныу урыны булып хеҙмәт иткән. Һуңғы ваҡыттарҙа ҡәлғәлә комендант һәм юғары ҡатлам вәкилдәре йәшәгән. Урта ҡәлғә XV быуатта барлыҡҡа килгән, ә тиҙҙән форбург та барлыҡҡа килә. Урта ҡәлғәгә инеү ҡапҡа менән үҙенсәлекле биш мөйөшлө башня аша ғына мөмкин булған. XVIII быуатта бөтә комплексы һиҙелерлек киңәйтелә.

Хәҙерге заманда ҡулланылышы

үҙгәртергә

Комплекс эсендә бер нисә даими экспозиция урынлашҡан, улар ҡәлғә, төбәк һәм ҡала тарихына арналған.

2013 йылдан ҡәлғәлә тарихи һәм музыка фестивалдәр үткәрелә. Башлыса бында 1929 йылда Рупя ҡалаһында тыуған композитор Вильгельм Георг Бергер хөрмәтенә тантаналар үтә.

Галереяһы

үҙгәртергә
  • Liviu Stoica, Gheorghe Stoica, Gabriela Popa. Castele și cetăți din Transilvania: județul Brasov. — București, 2011. — ISBN 978-973-0-11186-6.
  • Kiss Gábor. Erdélyi várak, várkastélyok. 2. kiadás. — Budapest. Panoráma, 2011. — С. 120–125. — ISBN 963-243-388-2.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә