Румянцевтар — Паскевичтар һарайы

Румянцев һәм Паскевичтар һарайы — XVIII—XIX быуат архитектура ҡомартҡыһы, Гомель ҡалаһының төп иҫтәлекле урындарының береһе, композицион үҙәге. һарайҙан тыш, ҡала паркын, Петропавловск соборын, сиркәү-кәшәнәне һ.б. үҙ эсенә ала

Румянцевтар — Паскевичтар һарайы
Нигеҙләү датаһы 1796
Рәсем
Дәүләт  Беларусь
Административ-территориаль берәмек Гомель[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+3:00[d]
Дата производства 1796
Архитектор Адам Идзковский[d]
Архитектура стиле русский классицизм[d][1] һәм палладианство[d]
Мираҫ статусы государственный список историко-культурных ценностей Республики Беларусь[d]
Страница на сайте Глобус Беларуси globus.tut.by/gomel/inde…
Категория Викисклада для интерьера элемента Category:Interior of the Rumiancaŭ-Paskievič Palace[d]
Карта
 Румянцевтар — Паскевичтар һарайы Викимилектә

. М. Залеский һүрәтендә һарай (XIX быуат)

Румянцевтар ваҡытында һарай үҙгәртергә

 
шҺарай фасады

Һарайҙы ағас замок урынында һуңғы Гомель старостаһы Михаил Фредерик Чарторыйский төҙөтә.

1775 йылдың 10 июлендә Бөйөк Екатерина граф Петр Александрович Румянцевҡа Гомель старосталығын бирә һәм Гомелдә һарай төҙөр өсөн уға ҡаҙнанан аҡса бүлә[2].

1777 йылда һарай проекты төҙөлә, 1794 йылда һарай төҙөлә башлай һәм 1785 йылда тамамлана.[2]. Проектың авторын Таврия һарайы менән Троицкий соборын төҙөгән Иван Старовты атайҙар. Шулай уҡ авторы тип Растреллиның уҡыусыһы Юрий Фельтенды ла атайҙар[3]. Төҙөү процесы менән архитектор Я.Н. Алексеев етәкселек иткән, ә Карл Бланк консультациялар биргән[4].

Архитектор өсөн илһам сығанағы булып данлыҡлы итальян архитекторы Андреа Палладионың Ротонда виллаһы торған[3].

Төҙөлгән һарай рус палладиантлығының иртә өлгөһө булып тора. Ул бейек цоколдә ике ҡатлы бина, үҙәктә көмбәҙгә оҡшаған бельведер менән тамамланған. Һарайҙың композицион үҙәге булып көмбәҙ менән квадрат зал тора.

Һарайҙың тышҡы декоры тулыһынса иртә классицизм стилендә башҡарылған. Фасадтарҙың төп биҙәлеше булып коринф ордерының портиктары тора. Бинаның бөтә периметры буйлап ике рәттә урынлаштырылған тура мөйөшлө тәҙрә уйымдары пилястралар менән аралашҡан.

Беренсе ҡатында күркәм бүлмәләр, икенсе ҡатында торлаҡ бүлмәләр урынлашҡан, ә цоколь ҡаты хужалыҡ ихтыяждары һәм хеҙмәтселәрҙе урынлаштырыу өсөн ҡулланылған.

Румянцевтың вафатынан һуң һарайҙы уның улы — билдәле дипломат, дәүләт эшмәкәре, меценат Румянцев Николай мираҫ итеп алып ҡала.

Николай Петрович Румянцев Англиянан архитектор Джон Кларкты саҡыра, ул Гомелдә 1800 йылдан алып 1826 йылға тиклем йәшәгән һәм эшләгән. Кларк Румянцев һарайын үҙгәртеп ҡороу ғына түгел, шулай уҡ Петропавловск соборының, Волотовта Никольский ҡорамының һәм Рәсәйҙә беренсе панкастер мәктәбенең проектын тормошҡа ашырған.

Һарайҙы реконструкциялау барышында Кларк ярҙамсы флигелдәрҙе төп бина менән ионик ордер портиктары менән биҙәлгән галереялар менән тоташтыра[5].

Румянцев Николай һарайҙа бай китап коллекцияларын һаҡлай, ул үлгәндән һуң улар Мәскәүҙә Рәсәй дәүләт китапханаһын ойоштороу өсөн нигеҙ була.

1826 йылда Николай Румянцев вафат була, һәм һарай П.А.Румянцевтың икенсе улы — Сергей Петрович Румянцевҡа ҡала, ул 1828 йылда һарайҙы залогҡа һала, 1834 йылда ҡаҙнаға һата.

Паскевичтар ваҡытында һарай үҙгәртергә

 
Румянцев-Паскевич һарайының башняһы, Сож йылғаһы яғынан күренеше

1834 йылда һарайҙы 800 мең һумға билдәле рус полководецы И.Ф. Паскевич һатып ала. 1837—1851 йылдарҙа ул архитектор А. Идзковский ярҙамында һарайҙы реконструкциялай һәм парк төҙөй[6].

Идзковский төҙөлөштө флигелдәрҙән башлай. Төньяҡ флигелдә өсөнсө ҡат өҫтәп төҙөй, эске планировкаһын үҙгәртә, фасадтан ионик ордер портиктарын алып ташлай. Һарайҙың көньяҡ флигеле тулыһынса һүтелә — уның урынына Идзковский дүрт ҡатлы башня төҙөй (1850 йылдан 1851 йылға тиклем). 32 метр бейеклектәге башняның һуңғы ҡатында сәғәт механизмы, шулай уҡ балкон менән веранда була. Был ҡоролма Паскевичтың шәхси резиденцияһы кеүек төҙөлә. Бында йорт хужаһының китапханаһы була, бай сәнғәт әҫәрҙәре коллекцияһы һаҡлана[7].

Идзковский шулай уҡ төп бинаның архитектураһына үҙгәрештәр индерә: бельведерҙың ярым түңәрәк тәҙрәләрен яңынан эшләй, Сож йылғаһы яғына сыҡҡан ете колонналы портиктың фронтонын үҙгәртә. Бынан тыш бинаның был фасадында веренда төҙөй. Реконструкция барышында һарайҙың төп бинаһының һәм галереяларының кәрниздәрендә статуялар ҡуя[7].

Һарайҙың интерьерын биҙәү эше буйынса итальян архитекторы Винценто Винценти яуаплы була[7][8].

1842—1922 йылдарҙа һарайҙың террасаһында Бертель Торвальдсен эшләгән кенәз Юзеф Понятовский һәйкәле булған, ул Варшава өсөн тәғәйенләнгән һәм Модлин ҡәлғәһенән Паскевич тарафынан алып киленгән була. 1921 йылда Польшаға унан 1772 йылда сығарылған мәҙәниәт ҡиммәтәрен кире ҡайтарыу тураһындағы Рига тыныслыҡ килешеүенән һуң һәйкәл Варшаваға кире ҡайтарыла.

Усадьбаның һуңғы хужалары — фельдмаршал улы Федор Паскевич һәм уның ҡатыны Ирина. Һарайҙы Румянцевтарҙың туғандарының улы граф Андрей Васильевичҡа 1500000 млн һумға тәҡдим итәләр, әммә ул баш тарта, һарай революция тарафынан тартып алына һәм уның коллекциялары 1919 йылда барлыҡҡа килгән Гомель өлкә тыуған яҡты өйрәнеү музейына тапшырыла, ә Ирина Паскевич ҙур булмаған фатирға күсә.

Һарай-музей үҙгәртергә

Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында зыян күргән һарайҙы һуғыштан һуң тергеҙәләр һәм унда Пионерҙар һарайы урынлаша. 1990 йылдарҙың икенсе яртыһында ул тулыһынса музейға тапшырыла.

1995 йылда XVIII—XIX быуат һарайы бүлмәләренең интерьеры тергеҙелә.

 
Һарай алдында Н.П. Румянцев һәйкәле

1996 йылда һарай ҡаршыһындағы паркта скульптор Н.А. Рыженков проекты буйынса Николай Румянцевтың һәйкәле ҡуйыла[9]. Һәйкәлде Румянцевтар нәҫеленең гербы биҙәй[10].

2007 йылдың ғинуарында һарай фронтонында алты антик скульптура ҡуйыла, улар Иван Паскевич ваҡытында һарайҙы А.Идзковский реконструкциялаған осорҙа барлыҡҡа килгән, 1856 йылдың ғинуарында Федор Паскевич талабы буйынса алына һәм һуғыштар осоронда юғала. Еврипид, Афродита, Афина, Арес, Нимфа һәм Бахустың скульптуралары мәрмәр валсығынан, аҡ цементтан һәм кварц ҡомонан эшләнә. Авторы — белорус скульпторы Виктор Смоляр[11].

Музей коллекцияһы даими тулылана. Атап әйткәндә, 2009 йылда музей коллекцияһын яҡынса 2000 әйбер тулыландыра[12].

2010 йылда реставрация оҫтаханалары асыла[13].

Беларусь символикаһында һарай. үҙгәртергә

 
2000 йылғы 20 мең һумлыҡ белорус купюраһында һарай
 
2009 йылғы 20 һумлыҡ белорус купюраһында һарай
 
2012 йылғы почта маркаһында һарай
  • Һарай һүрәте 2000 йылдан сығарылған 20 меңлек купюрала урынлашҡан[14].
  • Һарай һүрәте Беларустең 2012 йылғы почта маркаһында урынлашҡан[15].
  • Һарай һүрәте 2009 йылда сығарылған 20 һум белорус купюраһында урынлашҡан.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Гомельский городской исполнительный комитет
  2. 2,0 2,1 Гомельский дворец Румянцевых и Паскевичей: от старого замка к современному зданию. Гомельский новостной портал (19 март 2012). Дата обращения: 14 март 2014. Архивировано 14 март 2014 года.
  3. 3,0 3,1 Андрей Самусик. Дворцово-парковый комплекс Румянцевых-Паскевичей. "Отдых и путешествия", № 12, 2002 г.. Дата обращения: 14 март 2014. Архивировано 14 март 2014 года. 2014 йыл 14 март архивланған.
  4. Татьяна Литвинова. Дворец Румянцевых и Паскевичей в Гомеле. Информационный бюллетень IATP, № 10 (апрель-июнь 2004 г.). Дата обращения: 14 март 2014. Архивировано 14 март 2014 года. 2014 йыл 14 март архивланған.
  5. Дворцово-парковый ансамбль г. Гомель (кадастр). Национальное агентство по туризму. Дата обращения: 15 март 2014. Архивировано 15 март 2014 года. 2014 йыл 15 март архивланған.
  6. 5
  7. 7,0 7,1 7,2 А.С.Кузьмич. История формирования дворцово-паркового ансамбля Румянцевых, Паскевичей. Гомельская городская централизованная библиотечная система. Дата обращения: 15 март 2014. Архивировано 15 март 2014 года. 2014 йыл 15 март архивланған.
  8. Гомельские укрепления. Форты Гродненской Крепости. Дата обращения: 14 март 2014. Архивировано 14 март 2014 года.
  9. Александр Рогалёв. Гомельские курьёзы. Памятник княгине Ирине Ивановне Паскевич. Блог Александра Рогалёва (15 декабрь 2013). Дата обращения: 15 март 2014. Архивировано 15 март 2014 года.
  10. Дворцово-парковый ансамбль Гомеля (текст для гидов-экскурсоводов). Гомельская область (информационный портал). Дата обращения: 15 март 2014. Архивировано 15 март 2014 года. 2014 йыл 15 март архивланған.
  11. Сергей Вершинин. 150 лет спустя… Гомельские ведомости (28 ғинуар 2013). Дата обращения: 15 март 2014. Архивировано 15 март 2014 года. 2014 йыл 15 март архивланған.
  12. Фонды дворца Румянцевых и Паскевичей в Гомеле обогатились тысячами предметов, Naviny.By 2015 йыл 20 март архивланған.
  13. На минском часовом заводе «Луч» начат выпуск GPS-навигаторов, Народная газета 2014 йыл 15 март архивланған.
  14. В Беларуси вводится 20-тысячная купюра, Podrobnosti.Ua
  15. Список почтовых марок Беларуси. Belarussiancollection.Com. Дата обращения: 14 март 2014. Архивировано 14 март 2014 года.

Һылтанмалар үҙгәртергә