Рубик шаҡмағы (мадьярса  bűvös kocka, рус. кубик Рубика йәки Рубик кубигы; иң әүәл Тылсымлы кубик исеме менән билдәле) — механик башватҡыс. 1974 йылда венгер скульпторы һәм архитектура уҡытыусыһы Эрнё Рубик уйлап сығарған, 1975 йылда патент алған.

Рубик шаҡмағы

43 252 003 274 489 856 000 (43 квинтилион) комбинация булыуы мөмкин.

Башватҡыс пласстмассанан эшләнгән куб (иң тәүҙә 3 × 3 × 3). Тыштан ҡарағанда ҙур куб, 3 күсәр тирәләй әйләнә алған, 54 ваҡ кубиктан торған кеүек. Ҙур кубың һәр ҡыры 9 квадраттан тора һәм һәр ҡыр буялған. Шулай итеп ҙур кубтың ҡыры 6 төҫкә буялған. Кубтың ҡырҙарын бороу, төҫтәрҙе бутарға мөмкинлек бирә. Уйнаусыға һәр төҫтө үҙенең ҡырына йыйыу мәсьәләһе тора.