Рохлин Дмитрий Герасимович

Рохлин Дмитрий Герасимович (20 март 1895 йыл - 1981 йыл) — СССР-ҙың ғалим-рентгенолог-радиологы, профессор (1932), Медицина фәндәре академияһының ағза-корреспонденты (1946), остеопатология, палеопатология һәм һөйәк-быуын ауырыуҙарын рентгенодиагностикалау өлкәһендә фәнни мәктәпкә нигеҙ һалыусы.[1]

Рохлин Дмитрий Герасимович
Зат ир-ат
Вафат булған көнө 1981
Вафат булған урыны Санкт-Петербург, РСФСР, СССР

Биографияһы

үҙгәртергә

1919 йылда Ҡазан (Волга буйы) федераль университеты мединцина факультетын тамамлай. Минск һәм Варшавала табиб-терапевт һәм педиатр булып эшләй, ә 1923 йылда Үҙәк рентгенология һәм яман шеш институтына эшкә күсә. Санкт-Петербург ренттенодиагностика бүлеге һәм рентгеноостеология, рентгеноантропология һәм быуындар патологияһы лабораторияһында мөдир була (1941 йылга тиклем). Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында бер нисә фронттың төп рентгенологы булып хеҙмәт итә. 1945 йылдан 1972 йылға тиклем И.П.Павлов исемендәге 1-се Ленинград медицина институтының рентгенология һәм радиология кафедраһын етәкләй, унда нормаль һәм патологик остеология һәм палеопатология музейын ойштора. 1973 йылдан патологоанатомдарға консультантив ярҙам күһәтә.

Рохлин һөйәк һәм быуындар төҙөлөшөн, уларҙың йәш үҙенсәлектәре, шулай уҡ һөйәк системаһының патологик процесстары эволюцияһы мәсьәләләренә бағышланған 300-ҙән артыҡ фәнни эш алып бара. «Боронғо кешеләр ауырыуҙары» китабында ҡайһы бер тарихи шәхестәрҙең һөйәк ҡалдыҡтары буйынса уларҙың үлем сәбәптәрен, хеҙмәт һәм көнкүреш шарттарын, кисерелгән йәрәхәттәрен өйрәнә. Рохлин тарафынан һөйәк һәм быуындар ауырыуҙарына, бигерәк тә Остеомиелит ауырыуына диагностика принциптарын әҙерләнә.

Рохлин 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены,Ҡыҙыл Йондоҙ ордены һәм миҙалдар менән бүләкләнгән.[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Библиография

үҙгәртергә
  • Биографический словарь профессоров I Ленинградского (бывш. Женского) института им. акад. И. П. Павлова за 50 лет, 1897—1947, с. 104, Л., 1947;
  • Профессор Дмитрий Герасимович Рохлин (К 80-летию со дня рождения), Вестн. рентгенол. и радиол., JVo 3, с. 90, 1975.

Хеҙмәттәре

үҙгәртергә
    • Костная система при эндокринных и конституциональных аномалиях, JI.— М., 1931
    • Возрастные особенности костной системы, ч. 1—2, Л., 1933 —1934 (совм. с Левенталем Э. Е.)
    • Рентгенодиагностика заболеваний суставов, ч. 1 — 3, Л., 1939— 1941
    • Кости и суставы в рентгеновском изображении, Туловище, Л., 1952, Голова, Л., 1955, Конечности, Л., 1957 (совм. с др.)
    • Болезни древних людей, М.— Л., 1965
    • Ионизирующее излучение в диагностике и лечении рака щитовидной железы, Л., 1972 (совм. с Задворновой В. П.)

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  1. РОХЛИН Дмитрий Герасимович.(недоступная ссылка)
  2. РОХЛИН Дмитрий Герасимович.
  3. Живы в памяти.
  4. Живы в памяти.