Российский Дмитрий Михайлович
Российский Дмитрий Михайлович (1887 −1955) — совет терапевы һәм медицина тарихсыһы, Мәскәү университеты профессоры, РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре.
Российский Дмитрий Михайлович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР |
Тыуған көнө | 7 июль 1887 |
Тыуған урыны | Одесса, Херсон губернаһы[d], Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 1955 |
Ерләнгән урыны | Введенское зыяраты[d] |
Һөнәр төрө | ғалим |
Эшмәкәрлек төрө | медицина һәм история медицины[d] |
Эш урыны | Мәскәү император университеты[d] |
Уҡыу йорто | Мәскәү университетының медицина факультеты[d] |
Ғилми дәрәжә | медицина докторы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Российский Дмитрий Михайлович Викимилектә |
Биографияһы
үҙгәртергәПолковник Михаил Александрович Российский (1862—1910) ғаиләһендә тыуған. Әсәйе Мария Дмитриевна. 1-се Мәскәү классик гимназияһын көмөш миҙал менән тамамлай (1906). Мәскәү университетының медицина факультетына уҡырға инә, уны отличие менән тамамлай (1911).1912 йылдан Мәскәү университетының медицина факультетында хеҙмәткәр, һуңынан госпиталь терапевтик клиникаһы кафедраһы мөдире була. «О влиянии экстракта из инфундибулярной части гипофиза на обмен веществ у животных» эксперименталь хеҙмәте өсөн медицина докторы ғилми дәрәжәһе бирелә (1915). МДУ-ның физика-математика факультетының биология бүлеген тамамлай (1920).
1-се Мәскәү медицина институтының поликлиника кафедраһы мөдире (1921—1953). Бер үк ваҡытта 1948 йылда — медицина тарихы кафедраһы мөдире. Фармакология кафедраһы мөдире (1953—1955).
Российскийҙың фәнни эшмәкәрлеге клиник медицина, фармакология һәм медицина тарихы мәсьәләләренә арналған. «Основы эндокринологии» һәм «Клиническая эндокринология» беренсе ватан ҡулланмаларын булдырыуҙа ҡатнаша. Шәкәрҙеке булмаған диабет тураһында монография яҙа. Ағыуланыуҙар һәм ағыу ҡайтарғыстар, бальнеология, клиник лаборатор тикшеренеүҙәр ысулдары буйынса хеҙмәттәр баҫтыра. Студенттарҙы амбулатор уҡытыу методикаһын эшләй. Медицина тарихына Российский 150-гә яҡын хеҙмәт бағышлай . Улар араһында иң мөһиме — «Ватан медицинаһы һәм һаулыҡ һаҡлау тарихы, Библиография (996—1954)». «Мәскәү дәүләт университетының медицина факультетына 200 йыл» тигән һуңғы хеҙмәте үлгәндән һуң баҫылып сыға (1955).
Российский Бөтә Рәсәй эндокринологтары йәмғиәте рәйесе, Мәскәү һәм Бөтә Союз тарихи-медицина ғилми йәмғиәттәре рәйесе, киҙеү менән көрәш буйынса Бөтә Союз комитетының рәйесе, яңы дарыу матдәләре табыу буйынса комиссия рәйесе, Фармакология комитеты, СССР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының ғилми медицина Советы ағзаһы.
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә. РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре.
1955 йылда вафат була. Введенский зыяратында ерләнгән (4 уч.).
Хеҙмәттәре:
- О влиянии экстракта из инфундибулярной части Glandulae Pituitariae на обмен веществ у животных, дисс., М., 1914
- Клинические лабораторные методы исследования, М.— Пг., 1923, М.— Л., 1931
- Лекарственные растения СССР, М., 1926
- Грипп, М., 1942; Отечественные лекарственные растения и их врачебное применение, М., 1944
- 200 лет медицинского факультета Московского государственного университета — 1 Московского ордена Ленина медицинского института, М., 1955
- История всеобщей и отечественной медицины и здравоохранения, Библиография (996—1954 гг.), М., 1956.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Российский Дмитрий Михайлович . Дата обращения: 12 апрель 2018.
- Российский Дмитрий Михайлович . Дата обращения: 12 апрель 2018.
- Российский Дмитрий Михайлович (130 лет со дня рождения) . Дата обращения: 12 апрель 2018. 2018 йыл 13 апрель архивланған.