Росляков Андрей Григорьевич

Росляков Андрей Григорьевич (9 октябрь 1927 йыл24 декабрь 2015 йыл) — СССР һәм Рәсәй хирургы, ХДМИ ректоры (1972—1994), СССР МФА ағза-корреспонденты (1986), РМФА ағза-корреспонденты (1991), Рәсәй ФА ағза-корреспонденты (2014).

Росляков Андрей Григорьевич
Тыуған көнө

9 октябрь 1927({{padleft:1927|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})

Вафат көнө

24 декабрь 2015({{padleft:2015|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:24|2|0}}) (88 йәш)

Биографияһы үҙгәртергә

Амур өлкәһе Тамбовка ауылында 1927 йылдың 9 октябрендә тыуған.

Совет-япон һуғышында ҡатнашыусы.

1954 йылда Хабаровск дәүләт медицина институтын (хәҙер — Алыҫ Көнсығыш дәүләт медицина университеты) һәм П. Ф. Лесгафт исемендәге Ленинград институтын (ситтән тороп) тамамлай.

1954 йылдан алып — Хабаровск дәүләт медицина институтында эшләй, уның хирургия факультеты кафедраһында ординатор була (1954—1957), ассистент (1957—1964), шул уҡ кафедрала доцент, педиатрия факультеты деканы (1964—1972) һәм институты ректоры (1972—1994), ә 1994 йылдан алып ғүмеренең аҙағына тиклем — профессор-консультант була

1963 йылда кандидатлыҡ, ә 1972 йылда — докторлыҡ диссертацияларын яҡлай.

1986 йыл — СССР МФА ағза-корреспонденты итеп һайлана.

1991 йыл — РМФА ағза-корреспонденты.

2014 йыл — Рәсәй ФА ағза-корреспонденты.

2015 йылдың 24 декабрендә вафат була.

2019 йылдың сентябрендә университет бинаһында уның иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асыла[1][2].

Фәнни эшмәкәрлеге үҙгәртергә

Ғилми тикшеренеүҙәре аҙыҡ эшкәртеү органдары системаһы патологияһын, эренле үпкә һәм плевра ауырыуҙарын, артериаль гипертонияны дауалау менән бәйле.

А. Г. Росляков етәкләгән кафедра симптоматик гипертонияны хирургик юл менән дауалау өлкәһендә тикшеренеүҙәр алып бара: аритмия һәм йөрәк ауырыуҙарын, плевра һәм үпкә ауырыуҙары эренләүе, ашҡаҙан-эсәк тракты ауырыуҙарын дауалау, анестезиология һәм реаниматология мәсьәләләре менән шөғөлләнә.

120-нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы, шул иҫәптән 3 монография: «Последствия обширной резекции кишечника» (1954), «К эпидемиологии рака желудка на Дальнем Востоке — регионе интенсивного освоения» (1984), «Неотложная релапаротомия» (1989)- яҙған.

Наградалары үҙгәртергә

Иҫкәрмә үҙгәртергә

  1. Торжественное открытие мемориальной доски Андрею Григорьевичу Рослякову (1927–2015) (pdf). fesmu.ru. Дата обращения: 29 ноябрь 2019.(недоступная ссылка)
  2. Об увековечении памяти и установке мемориальной доски Рослякову Андрею Григорьевичу. Решение Хабаровской городской Думы Хабаровского края от 20 августа 2019 года № 1160. docs.cntd.ru. Дата обращения: 29 ноябрь 2019.

Өҙөмтә хатаһы: <references> билдәләнгән "snoska1" исемле <ref> тамға алдағы текста ҡулланылмай.
Өҙөмтә хатаһы: <references> билдәләнгән "snoska2" исемле <ref> тамға алдағы текста ҡулланылмай.

Һылтанмалар үҙгәртергә