Роза Аманова (23 февраль 1973, Туҡтағол, Ош өлкәһе) — билдәле ҡырғыҙ йырсыһы. Дастансы (фольклор әҫәрҙәре — эпос йырсыһы). Композитор, комуз уйнаусы. Ҡырғыҙстан халыҡ артисы (2009). Ҡаҙағстандың атҡаҙанған артисы (1998). Әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә Токтогул исемендәге Ҡырғыҙстан дәүләт премияһы лауреаты (2011). Ҡырғыҙ Республикаһы композиторҙар союзы ағзаһы. Ҡырғыҙ традицион музыка фонды рәйесе.

Роза Аманова
ҡырғ. Роза Аманова
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Ҡырғыҙстан
Тыуған көнө 23 февраль 1973({{padleft:1973|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (51 йәш)
Тыуған урыны Токтогул[d], Ош өлкәһе[d], Ҡырғыҙ Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Һөнәр төрө яҙыусы
Эш урыны «Манас» Ҡырғыҙ-төрөк университеты
Уҡыу йорто Кыргызская Национальная консерватория им. К. Молдобасанова[d]
Ғилми дәрәжә сәнғәт фәндәре докторы[d]

Сәнғәт докторы, профессор (ҡырғыҙ халыҡ-профессиональ традицион музыкаһы өлкәһендә). Этномузыка белгесе.

Ижади эшсәнлеге үҙгәртергә

Урта мәктәпте тамамлағас, Бишкәктә музыка мәктәбендә уҡый. Муратаала Куренкеев исемендәге музыка училищеһында, һуңыраҡ Милли консерваторияла уҡый. Белеме буйынса Роза Аманова — комузсы. Йырсы Эстебес Турсуналиев, Асек Жумабаев, Болуш Мадазимов кеүек танылған аҡындар менән танышҡандан һуң, ул йырсы була, өҫтәүенә, уға ата-әсәһенең ижади тәрбиәһе тәьҫир итә.

Тәүге әҫәрҙәре үҙгәртергә

Роза Аманова үҙенең хеҙмәт юлын башлап ебәргән беренсе әҫәрҙәре: «Өрүк комуз», «Ооган ыйы», «Ынтымак», «Арманда кетти бир ак куу», «Ала-Тоо көрккө келбейт эл болбосо», «Ҡарлуғас». Автор А. Омуркановның «Мен сени сагынгым келет» тигән һүҙҙәренә яҙылған йыры йырсыға оло дан килтерә, шул уҡ исемдәге клип төшөрөлә. Бынан тыш, ул Ҡырғыҙстандың ҙур авторҙарының комуз менән бергә башҡарылған бик күп йырҙарын башҡара («Омурлук жарга», «Элегия», «Дил билет», «Дайның барбы?», «Эстей жүр», «Кандай жансың?», «Айыбым жок», «Эне бешик», «Жандай көргөн адамым», «Ак калпакчан бирөө бар») Улар халыҡ араһында бик ныҡ таралған һәм хатта бөгөнгө көнгә тиклем башҡа йырсылар тарафынан башҡарыла.

Дастандар һәм комуз үҙгәртергә

Роза Аксанова ҡырғыҙ традицион музыкаһына (айырым алғанда, дастан) ҙур өлөш индерә. Ҡырғыҙ «Ҡорманбәк» эпосы геройының 500 йыллығын байрам иткәндә, ул бөтә эпосты комуз менән бергә йырлай алған. Роза Аманова башҡарыуының үҙенсәлеге — ул «Ҡорманбәк» эпосының һәр персонажы өсөн көйҙө үҙгәртеп йырлай. Һуңыраҡ эпос 5 CD дискка яҙыла, унда 58 сюжет темаһы бар. Бынан тыш, уның башҡарыуындағы бәләкәй эпостар һәм дастандар: «Олжобай менен Кишимжан», «Ак бала», «Саринжи Бөкөй» һәм башҡалар. Роза Аманова күренекле ҡубыҙсы булараҡ та билдәле, ул шулай уҡ күренекле кубыз композиторҙарының башҡа әҫәрҙәрен дә башҡара: Атая Огонбаевтың «Маш ботой», «Кыз кербез»; Ныязалы Борошевтың «Кара озгөй»; Токтогул Сатылгановтың «Чайкама», «Чоң кербез»; Ибрай Тумановтың «Жеңиш», «Боз Салкын»; Карамолдло Орозовның «Жаш кербез» һәм башҡалар[1]

Хәҙерге әҫәрҙәре үҙгәртергә

Һуңғы ваҡытта йырсы уҡытыусы хеҙмәте менән шөғөлләнә. 1998 йылда Ҡорманғазы исемендәге Ҡаҙаҡ милли консерватория аспирантураһына уҡырға инә. 2006 йылда «Ҡырғыҙҙарҙың традицион музыкаһы» тигән темаға кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай. 2006—2012 йылдарҙа уның яңы йырҙары: «Алматыга бараткан кыз», Ҡытай ҡырғыҙҙарының йырҙары «Бактылуу жашай берели», «Жаштык кездин даяны», «Ак бала»; ҡаҙаҡ авторҙары Б. Эсебаев һәм Н.Аралбаевтың «Ак куу» йыры (А. Рыскулов тәржемәһендә); Ж. Кочкуровтың А. Бегимкулованың «Онорду сүндордун эсиндемин» шиғырына яҙылған йыры; А. Ормонбековтың «Жаштык ыры» йыры һәм башҡалар, һәм яңы дастандары: 1936—1938 йылдарҙа Сталин репрессияһы ҡорбандары иҫтәлегенә «Кылым дастаны» (И. Гыйләжетдинов һүҙҙәре, Б. Тоҡтобаев музыкаһы), 2010 йылдың 7 апрелендә һәләк булгандар иҫтәлегенә «Энелердин елавы» (Г. Момунова һүҙҙәренә); 1916 йылғы тарихи ваҡиғалар иҫтәлегенә «Кайран эл»; апай батша — Курманжан датканың 200 йыллығы уңайынан «Замана» һәм «Курманжандың кошогу» донъя күрә.

Уҡытыу эшмәкәрлеге үҙгәртергә

Роза Аманова оҙаҡ ваҡыт Ҡырғыҙстан-Төркиә университеты «Манас» консерваторияһы директоры булып эшләй. Был ваҡыт эсендә ул бик күп уҡыусылар үҫтерә, улар төрлө конкурстарҙа еңеү яулайҙар (Мээрим Карыпова, Элзар Осконбаева һ.б.). Ҡайһы бер уҡыусылары менән Роза Асановна «Маржан» төркөмөн булдыра, улар төрлө концерттарҙа һәм фестивалдәрҙә Роза Аманова менән берлектә поэма һәм ҡырғыҙ халыҡ йырҙарын башҡаралар, Йырсы сит ил мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә, шуға күрә уның репертуарында каҙаҡ, төрөк әҫәрҙәре һәм Ҡытай ҡырғыҙҙарының йырҙары осорай.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре үҙгәртергә

  • Ҡырғыҙстандың халыҡ артисы (29 октябрь, 2009) — республиканың милли музыкаль сәнғәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн[2] .
  • Ҡырғыҙстандың атҡаҙанған артисы (1999 йылдың 29 октябре) — сәнғәт өлкәһендәге хеҙмәттәре өсөн[3] .
  • Ҡаҙағстандың атҡаҙанған артисы (1998).
  • Әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә Туҡтағыл исемендәге Ҡырғыҙстан дәүләт премияһы (2011 йылдың 14 декабре) — һуңғы йылдарҙағы концерт һәм спектакль программалары өсөн[4] .

Һылтанмалар үҙгәртергә

  1. Роза Аманова — лауреат государственной премии Токтогула(недоступная ссылка)
  2. Указ Президента Кыргызской Республики от 29 октября 2009 года УП № 474 «О награждении государственными наградами работников культуры и искусства республики»
  3. Указ Президента Кыргызской Республики от 29 октября 1999 года УП № 276 «О награждении государственными наградами работников культуры и искусства»
  4. Постановление Правительства Кыргызской Республики от 14 декабря 2011 года № 757 «Об одобрении решения Комитета по Государственным премиям Кыргызской Республики имени Токтогула в области литературы, искусства и архитектуры от 20 сентября 2011 года о присуждении Государственных премий Кыргызской Республики имени Токтогула в области литературы, искусства и архитектуры за 2011 год»