«Манас» Ҡырғыҙ-төрөк университеты
«Манас» Ҡырғыҙ-төрөк университеты (ҡырғ. Кыргыз-Түрк «Манас» университети, төр. Kirgizistan-Türkiye «Manas» Üniversitesi) — Бишкәк ҡалаһында урынлашҡан юғары уҡыу йорто. Легендар ҡырғыҙ геройы Манас хөрмәтенә аталған.
«Манас» Ҡырғыҙ-төрөк университеты | |
ҡырғ. Кыргыз-Түрк «Манас» университети | |
Нигеҙләү датаһы | 30 сентябрь 1995 |
---|---|
Кем хөрмәтенә аталған | Манас (эпос) |
Дәүләт | Ҡырғыҙстан[1][2] |
Административ-территориаль берәмек | Бешкәк |
Урын | Бешкәк |
Ҡулланылған тел | Төрөк теле |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Рәсми сайт | manas.edu.kg |
Тарихы
үҙгәртергәМанас университеты 1997—1998 йылдарҙа, «Ҡырғыҙстандың баш ҡалаһы — Бишкәктә «Манас» Ҡырғыҙ-төрөк университетын ойоштороу тураһында» ике ил араһында килешеү төҙөлөгәндән һуң эш башлай. Был килешеүгә 1995 йылдың 30 сентябрендә Төрөк Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында Измир ҡалаһында ҡул ҡуйыла.
Университет Ҡырғыҙстандан Студенттарҙы йыйыу һәм уларҙы бүлеү үҙәге ойошторған имтихан һөҙөмтәләре буйынса йыя. Төркиә Республикаһы студенттарын үҙҙәренең дәүләте туплай. Башҡа төрки телле дәүләттәр һәм халыҡтар студенттары Төркиә Республикаһының Студенттарҙы йыйыу һәм бүлеү үҙәгенең төрки телле дәүләттәр өсөн уҙғарҙан имтихандары һөҙөмтәләре буйынса алына.
2011—2012 уҡыу йылының беренсе семестр аҙағында 9 факультетта, 4 юғары мәктәптәң, бер һөнәри мәктәптә 3809 бакалавриат студенты, 2 институтта 196 магистрант һәм аспирант дауам итә.
Университет юридик шәхес булып тора, Төркиәнең башҡа университеттары кеүек үк, ғилми автономияға эйә. Юғары уҡыу йортонда белем алыу бушлай, бынан тыш студенттарға стипендия бирелә, иң яҡшыларына академик өлгәш өсөн айырым стипендия ҡаралған. Университет шулай уҡ уҡыу әсбаптары менән тәьмин итә. Студент ашханаһында төшкө аш льготалы хаҡ буйынса бирелә. Университеттың үҙенең ятаҡтары бар. Уҡытыу теле — ҡырғыҙ һәм төрөк телдәре. Бынан тыш, инглиз һәм рус телдәре уҡытыла[3].
Факультеттар
үҙгәртергә- Гуманитар факультет
- Тәбиғи фәндәр факультеты
- Сәнғәт факультеты
- Иҡтисад һәм идара итеү факультеты
- Коммуникациялар факультеты
- Химия-технология факультеты
- Ветеринария факультеты
- Ауыл хужалығы факультеты
- Юғары физик культура һәм спорт мәктәбе
- Консерватория (юғары мәктәп статусы)
- Туризм һәм ҡунаҡхана эше юғары мәктәбе
- Сит телдәр юғары мәктәбе
- Теология факультеты[4]
Наградалары
үҙгәртергә- «Достук ордены» (2017 йылдың 30 авгусы, Ҡырғыҙстан) — "Ҡырғыҙстан Республикаһының социаль-иҡтисади, рухи һәм интеллектуаль потенциалын үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн "[5].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ (unspecified title) — 2017-05-22 — 2017. — doi:10.6084/M9.FIGSHARE.5032286
- ↑ Directory of Open Access Journals — 2003.
- ↑ О Манасе . Кыргызско-Турецкий Университет Манас. 2016 йыл 6 сентябрь архивланған.
- ↑ Образование . Кыргызско-Турецкий Университет Манас. 2016 йыл 6 сентябрь архивланған.
- ↑ О награждении государственными наградами Кыргызской Республики . Президент Кыргызстана (30 август 2017). Дата обращения: 22 ноябрь 2017.