Ғиззәтуллин Ринат Сәхи улы

зоотехник
(Ринат Сахиевич Гизатуллин битенән йүнәлтелде)

Ғиззәтуллин Ринат Сәхи улы (19 март 1949 йыл) — ғалим-зоотехник., юғары мәктәп уҡытыусыһы. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (2005). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2010).

Ғиззәтуллин Ринат Сәхи улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 РСФСР
Тыуған көнө 19 март 1949({{padleft:1949|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (75 йәш)
Тыуған урыны Стәрлебаш, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө зоотехник, ғалим
Ғилми дәрәжә ауыл хужалығы фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре

Биографияһынан

үҙгәртергә

Ринат Сәхи улы Ғиззәтуллин 1949 йылдың 19 мартында БАССР‑ҙың Стәрлебаш районы Стәрлебаш ауылында тыуған.

1976 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлай һәм шунда уҡ өлкән ғилми хеҙмәткәр булып эшләй башлай.

1985 йылдан алып Башҡортостан малсылыҡ һәм мал аҙығы етештереү фәнни-тикшеренеү һәм проектлау-технологик институтында өлкән ғилми хеҙмәткәр булып эшләй.

1990 йылдан шул уҡ институтта — бүлек мөдире.

1995 йылдан Башҡорт дәүләт аграр университетында эшләй (был йылдарҙа ул икенсе урындарҙа ла эшләп ала): 2000 йылға тиклем малсылыҡ продукттары етештереү технологиялары кафедра мөдире, 2007 йылдан алып — бүлек мөдире, 2009 йылдан — уҡыта.

2001 йылдан башлап «Башптицепром» ДУАХП‑ның бүлек мөдире.

2004 йылдан — «Урал-Волга буйы агросәнәғәт компанияһы» ЯСЙ‑ның баш технологы.

20052006 йылдарҙа Рәсәй аграр университетында — К. А. Тимирязев исемендәге Мәскәү ауыл хужалығы академияһында уҡыта.

Фәнни эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Ринат Сәхи улы Ғиззәтуллиндың фәнни хеҙмәттәре аҫрау технологиялары, ашатыу рациондары, тоҡом сифатының ауыл хужалығы малдарының продуктлылығына йоғонтоһон һәм малсылыҡта экология йәһәтенән таҙа продукция алыу мөмкинлеген өйрәнеүгә арналған.

100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы[1].

Ғилми хеҙмәттәре

үҙгәртергә
  • Повышение полноценности рациона молодняка крупного рогатого скота. Уфа, 1999.
  • Интенсификация производства экологически безопасной говядины. М., 2005.
  • Ресурсосберегающая технология разведения мясного скота и производства говядины. Уфа, 2013 (авторҙаш).

Маҡтаулы исемдәре һәм һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2010).

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Ғиззәтуллин Ринат Сәхи улы [1] 2019 йыл 24 декабрь архивланған.

Һылтанмалар

үҙгәртергә