Республика майҙаны (Ереван)
Республика майҙаны (әрм. Հանրապետության հրապարակ, hraparak Hanrapetutyan) — Еревандың үҙәк майҙаны[2]. Совет власы осоронда Ленин исемен йөрөтә. Баш ҡала Европа баш ҡалалары араһында иң ҙур майҙан.
Республика майҙаны | |
Нигеҙләү датаһы | 1977 |
---|---|
Кем хөрмәтенә аталған | республика |
Дәүләт | Әрмәнстан[1] |
Административ-территориаль берәмек | Кентрон[d] |
Башланыу датаһы | 1926 |
Архитектор | Таманян Александр Оганесович |
Мираҫ статусы | памятник культурного наследия в Армении[d][1] |
Майҙан | 3 гектар |
Республика майҙаны (Ереван) Викимилектә |
Ул Вазген Саркисян, Амирян, Абовян, Налбандян урамдары һәм Тигран Мецо проспекты киҫелешендә урынлашҡан.
Тарихы
үҙгәртергәРеспублика майҙаны элекке сауҙа майҙаны урынында төҙөлә[3]
Төҙөлөш ҡаланың баш архитекторы Александр Таманян тарафынан 1924 йылда башлана, уның тулыһынса йөҙө 1958 йылда формалаша, башта уҡ планлаштырылған конструктивизм стиле урынына милли үҙенсәлектәр ҡулланылған Сталин ампирыстилендәге биналар төҙөлә. Башта майҙанды овал рәүешендә күҙаллайҙар, һуңынан, тирә-яҡтағы территорияның үҙенсәлеге арҡаһында, майҙан формаһын овал менән трапецияны ҡушып эшләйҙәр. Майҙан ҡанаың ғына түгел, тотош Әрмәнстандың административ үҙәге булырға тейеш була. Ә яңы мәҙәни ңҙәк, Тетатр майҙаны менән уны Төньяҡ проспекттың тоташтырыуы күҙаллана. Әммә проспект бары тик 2001 йылда ғына һалына, Милли галерея алдараҡ төҙөлгәнлектән, проспект майҙанға барып етмәй, Абовян урамында туҡтап ҡала.
Майҙан структураһы идеяһы Венециялағы Пьяцца-дель-Пополо майҙанына тартым. Оҡшашлыҡты биналарҙың күп һанлы, майҙанды урап алған аркалары көсәйтә.
Майҙан формаһын 5 бина барлыҡҡа килтерә:
- Әрмәнстандың милли картиналар галереяһы һәм Әрмәнстандың тарих музейы,
- Әрмәнстан Хөкүмәте (бина башняһында илдең ҡыңғыраулы төп сәғәте урынлашҡан),
- Республиканың үҙәк почта бинаһы,
- «Marriott Armenia» ҡунаҡханаһы (башта «Әрмәнстан» ҡунаҡханаһы),
- Сит ил эштәре һәм энергетика министрлығы.
Республика майҙанда урынлашҡан барлыҡ биналар туфтан, ә уларҙың аҫҡы өлөшө базальттан эшләнгән. Бина фасадтары алһыу һәм аҡ төҫтәге фельзит туф менән йөҙләнгән. Әрмәнстан тарихы музейы урынлашҡан бина алдында «йырлаусы» фонтандар урынлашҡан, улар кистәрен төҫөн үҙгәртә. Майҙан эргәһендә бульвар (хәҙерге вернисаж) бар, унда 1990 йылға тиклем Ереванды<ң 1968 йыл>да тулған 2750 йәшен символлаштырыусы 2750 пулпулак булған.
Майҙан үҙәге таш менән биҙәлгән, уны халыҡ тип «таш келәм» тип атай.
1939 йылдан майҙандың көньяғында Ленин һәйкәле урынлашҡан (скульпторы С. Д. Меркур, архитекторы Н. Ф. Паремузов, Л. С. Вардан) була, 1991 йылда ул һүтелә.[4][5]
2018 йылдың яҙына майҙан экс-президент Серж Саргсянды премьер-министр итеп тәғәйенләүгә ҡаршы дөйөм халыҡтың баш күтәреү урынына әйләнә.
-
Әрмәнстандың милли картиналар галереяһы һәм тарих музейы
-
ӘрмәнстанХөкүмәте
-
Үҙәк почта бинаһы
-
«Marriott Armenia» ҡунаҡханаһы
-
Сит ил эштәре һәм энергетика министрлығы.
Транспорты
үҙгәртергә- Метро станцияһы «Республика майҙаны». 1981 йылда асылған. Станция майҙандың архитектураһын боҙмаҫ өсөн ер өҫтө вестибюлеһеҙ төҙөлә.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 https://tools.wmflabs.org/heritage/api/api.php?action=search&format=json&srcountry=am&srlang=hy&srid=1.6/96 — 2017.
- ↑ АБП — Площадь Республики 2010 йыл 13 апрель архивланған.
- ↑ Д. Аксёнов. Станция «Ханрапетутиан храпарак» . Мир метро. Дата обращения: 19 июнь 2018.
- ↑ Ереван . Памятники Ленину. Дата обращения: 19 июнь 2018.
- ↑ Пеший тур по Еревану. Площадь Республики . Армянское наследие. Дата обращения: 19 июнь 2018.