Рендсбург (станция)

Рендсбург станцияһы Рендсбург ҡалаһында (Шлезвиг-Гольштейн германия ерҙәре) Ноймюнстер — Фленсбург линияһының һәм Киль — Рендсбург линияһының бергә тоташҡан ерендә урынлашҡан. Әлеге ваҡытта Bahn Deutsche компанияһы тарафынан идара ителә, ул 4-се категория станция һанала[2]. Әлеге ваҡыттағы Юбек аша булған маршруттан айырмалы рәүештә, элек Рендсбургтан Эрфде аша Хузумға ҡыҫҡа юл була, ул юл әле лә йөктәр ташыу өсөн ҡулланыла.

Рендсбург
Автомагистраль системалары Nahverkehrsverbund Schleswig-Holstein[d][1]
Рәсем
Дәүләт  Германия
Административ-территориаль берәмек Рендсбург
Хужаһы Deutsche Bahn[d]
Хеҙмәтләндереүсе DB Station&Service[d]
Рәсми асылыу датаһы 18 сентябрь 1845
Киләһе туҡталыш Owschlag station[d][1], Nortorf station[d][1], Felde station[d][1] һәм Schülldorf station[d][1]
Маршруты менән хеҙмәтләндерелә Intercity-Express[d], RE 7 (Schleswig-Holstein-Express)[d][1], RE 74 (Schleswig-Holstein)[d][1] һәм RB 75 (Schleswig-Holstein)[d][1]
Тимер юл һыҙаты Neumünster–Flensburg railway[d], Железная дорога Хузум — Киль[d][1], Rendsburger Kreisbahn[d] һәм Kiel-Hassee–Osterrönfeld railway[d][1]
Платформа эргәһендәге тимер юлы юлдары һаны 4
Мираҫ статусы Heritage monument in Schleswig-Holstein[d]
Адрес Am Bahnhof 20, 22, Bahnhofstraße
Рәсми сайт bahnhof.de/bahnhof-de/ba…
Класс станции category 4 railway station[d]
Ҡулланыу статусы ҡулланыла[d][1]
Карта
 Рендсбург Викимилектә

20 быуат башында Киль каналы, ә уның өҫтөнән Рендсбург элмәге өҫтөндә Рендсбург бейек күпере төҙөлә һәм Рендсбург станцияһын файҙаланырға мөмкинлек бирә. 2007-2009 йылдарҙа станцияның ҡыйығы ремонтлана. Һуңыраҡ платформалар тергеҙелә. Ремонт тамамланғандан һуң, станцияның биш юлы була, шуларҙың дүртәүһенең платформалары бар.

Рендсбург элмәгендә NOB поезы

Операциялар

үҙгәртергә

2007 йылдың 9 декабренән башлап Intercity-Express алыҫ юл поездары Орхус — Гамбург — Берлин маршрутында һәм шулай уҡ EuroCity поездары Орхус — Гамбург маршруттарында Рендсбург станцияһында туҡтап торалар. Ял көндәрендә Фленсбург вокзалынан туранан-тура Берлинға барыусы InterCity ҡала-ара поездары ла Рендсбург станцияһында туҡталыш яһай.

Schleswig Regionalbahn Holstein DB (RB-SH) — Regional-Express һәм Regionalbahn поездары һәр ике сәғәт һәм һәр бер сәғәт һайын Фленсбург менән Ноймюнстерға йөрөп тора..

Хузум — Юбек — Шлезвиг — Рендсбург — Киль маршрутында Nord-Ostsee-Bahn (NOB, хәҙер Veolia Verkehr тарафынан идара ителә) хәҙерге заман поездары һәр сәғәт һайын йөрөп тора.

Поездарҙы яртышар сәғәт интервал менән йөрөтөү маҡсатында Киль — Рендсбург линияһын яҡшыртыу планлаштырылған.

Ҡала-ара һәм төбәк ташыуҙары

үҙгәртергә
Линия Маршруттар Интервал
76 ICE Берлин (Көнсығыш вокзалы) – Гамбург – Ноймюнстер – Рендсбург – Фленсбург – Орхус Индивидуаль хеҙмәт күрһәтә
RE Schleswig-Holstein-Express: Падборг – Фленсбург – Рендсбург – Ноймюнстер – Гамбург Һәр ике сәғәт һайын
RB (Падборг) – Фленсбург – Рендсбург – Ноймюнстер Һәр ике сәғәт һайын
NOB Кил Кил – Рендсбург – Шлезвиг – Хузум Һәр сәғәт һайын

Станцияның биш юлы бар, шуларҙың дүртәүһендә платформалар урынлашҡан. Поездар юлға түбәндәгесә сыға:

  • 1 юл платформаһынан: Гамбургҡа барыусы ҡала-ара һәм RB-SH / Ноймюнстер төбәк поездары;
  • 2 юл платформаһынан: Килгә барыусы төбәк NOB поезы.;
  • 3 юл платформаһынан : Данияға барыусы ҡала-ара поезы, Падборг һәм Фленсбургҡа RB-SH поезы, Хузумға һәм Санкт-Петер-Ордингҡа барыусы NOB төбәк поезы ;
  • 4 юл платформаһынан: регуляр ташыуҙар юҡ.

Галереяһы

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Тышҡы һылтанмалар

үҙгәртергә