Резяпов Виктор Семёнович

Резяпов Виктор Семёнович (29 декабрь 1940 йыл) — педагог, сәйәсмән, хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре. Рәсәй Федерацияһының профессиональ белем биреү мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы (2002), Башҡорт АССР-ының ун икенсе саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2022).

Резяпов Виктор Семёнович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 29 декабрь 1940({{padleft:1940|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:29|2|0}}) (83 йәш)
Тыуған урыны Башҡортостан Республикаhы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө уҡытыусы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсәй Федерацияһының дөйөм белем биреүҙең маҡтаулы хеҙмәткәре

Биографияһы

үҙгәртергә

Виктор Семен улы Резяпов 1940 йылдың 29 декабрендә Башҡортостан АССР-ы Дәүләкән районы Ивановка ауылында тыуған. Атаһы Бөйөк Ватан һуғышында һәләк була, әсәһе өс балиғ булмаған ир балалар менән тороп ҡала.1948 йылда олатаһы вафат була, Викторға 7 йәш саҡ тулған була, ауылда хужалыҡ эштәрендә әсәһенең ышаныслы ярҙамсыһы булып үҫә.

Хеҙмәт юлын Дәүләкән районының Калинин исемендәге колхозда комбайнер булып башлай, уҡытыусы, ВЛКСМ-дың беренсе секретаре, СПТУ-ның директор ярҙамсыһы Әлшәй районы колхоз-совхоздар идараһының инспектор-ойоштороусыһы, ПМК № 9 начальнигы, унан һуң Рәсәйҙең иң эре «Башмелидводстрой» тресын етәкләй.

1984 −2001 йылдарҙа Өфөнөң ПТУ № 84 директоры, халыҡ хужалығы өсөн кадрҙар әҙерләй, был уҡыу йорто илдәге иң алдынғыларҙың береһе була.

1989 йылда уҡытыусыларҙың Бөтә союз сьезы делегаты. Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығының коллегия ағзаһы.

Хаҡлы ялға сыҡҡас, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә.

Нагаево биҫтәһенең Ветерандар ойошмаһын рәйесе. Матбуғатта мәҡәләләре менән сығыш яһай[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Рәсәй Федерацияһының профессиональ белем биреү мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы (2002);
  • Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2022) [2]
  • Моя судьба — в моих делах, в моих друзьях. — Уфа, 2017.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә