Рача ер тетрәүе

1991 йылдың 29 апрелендә Грузияның Рача провинцияһында ер тетрәү булған

1991 йылғы Рача ер тетрәүе 29 апрелдә 9:12 сәғәттә UTC Грузия Рача провинцияһында булған. Иң ҙур емереклектәр Ҙур Кавказ тауы итәгендә Они һәм Амбролаури ҡалаларында була. Ер тетрәү һөҙөмтәһендә 270 кеше һәләк була, 100 000-гә яҡын кеше йортһоҙ ҡала, илгә етди зыян килтерелә, шул иҫәптән бер нисә урта быуат бинаһы емерелә[2]. Ул 7,0 магнитудалы һәм Кавказда теркәлгән ер тетрәүҙең иң ҡеүәтлеһе була[3].

Рача ер тетрәүе
Рәсем
Ваҡиға ваҡыты 29 апрель 1991
Һәләк булғандар һаны 270
Магнитуда по шкале Рихтера 7
Вертикаль тәрәнлеге 17 km[1]
Төр ареалы картаһы
Карта

Тектоник хәл

үҙгәртергә

Грузия ике тау сылбыры, төньяҡта Ҙур Кавказ, көньяҡта Кесе Кавказ, араһында урынлашҡан. Был ике тау төркөмө Ғәрәп плитаһы менән Евразия плитаһы араһында дауам иткән коллизия (бәрелештәр) һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән. Ҙур Кавказ олигоцендан әүҙем булған көньяҡҡа йүнәлтелгән йыйырсыҡлы-ҡапланмалы (складчато-надвиговый пояс — Fold and thrust belt) билбауҙан ғибәрәт. Рача был хәрәкәт итеү бүлкәтенең көньяҡ сигенә яҡын урынлашҡан, шуға күрә ер тетрәү ҡаплау хәрәкәтенең әүҙем фронты өҙөлөү арҡаһында килеп сыҡҡан тип интерпретация бирелә[4].

 
АҠШ-тың геологик хеҙмәтенән ер тетрәү картаһы

Ер тетрәү һөҙөмтәһендә 700 ауыл һәм ҡасаба зыян күргән, емерелгән 46 000 домов йорт емерелгән һәм 100 000 человек кеше йортһоҙ ҡалған. Халыҡтың күпселеге ер тетрәү ваҡытында баҫыуҙа эшләгәнлектән (урындағы ваҡыт буйынса 13:13), зыян күреүселәр һаны сағыштырмаса аҙ була. Күп кенә мөһим тарихи ҡомартҡылар зыян күрә, атап әйткәндә, Земо-Криха, Архангел сиркәүҙәре һәм Мравалдзали сиркәүе тулыһынса емерелгән[2][5].

Ер тетрәү менән бәйле зыяндың күп өлөшө тетрәүҙәрҙән түгел, ә тетрәүҙәр тәьҫиренән башланған ишелмәләргә, ер шыуыуға бәйле. Иң киң таралған төрө булып таш ишелмәләр, емерелеп төшөү һәм таш лайғыһынан (лавина) тора. Лайғыларҙың иң ҙур ватыҡ-киҫәктәре Хохети ауылын емергән, һөҙөмтәлә 50 кеше һәләк булған. Юр дәүере вулкан тоҡомо ҙур массаһы, ватыҡ-киҫәктәр күскен шыуышмаһын барлыҡҡа килтереп, һыу менән туйынаыусы аллювийға өҫтөнә ҡолап төшкән. Күләме млн м3 менән баһаланған ватыҡ шыуышмаһы, Гебура йылғаһын бикләп, үҙән буйлап Хохети аша үтә һәм 00 метр бейеклектә быуа барлыҡҡа килтерә, һәм ул, тиҙ арала йырылып китеп, ҙур емереклектәр тыуҙыра[6].

15 июндәге афтершок Дзау ҡалаһына ҙур зыян килтерә. Һәр хәлдә 8 человек һәләк була һәм 200 кеше яралана. Урындағы халыҡтың күп өлөшө протест акцияларында ҡатнашҡанлыҡтан, ер тетрәүҙән йөҙҙәрсә кеше түгел, ә бер нисә тиҫтә кеше һәләк була. Хахет ауылы емерелә[7].

Характеристикаһы

үҙгәртергә

Ер тетрәүҙең булған магнитудаһы 7,0 булған. MSK шкалаһы буйынса IX максималь интенсивлыҡ күҙәтелә. Ер тетрәү сығанағының иҫәпләп сығарылған механизмы (механизм очага — Focal mechanism) ер тетрәүҙең төньяҡ-төньяҡ-көнсығышҡа табан яҡынса 35° ауыш ярыҡ яҫылығында бәләкәй мөйөшлө урғылыуы һөҙөмтәһендә булыуын күрһәтә. Был афтершоктар йүнәлешенең аныҡ яҫылығын билдәләгән бүленеше менән раҫлана. Ярылыу зонаһы тирәһендәге деталь тиҙлек структураһын анализлау уның сейсмик тиҙлектең һиҙелерлек үҙгәреүе менән тап килеүен күрһәтә, был мезозой ултырмалары һәм аҫта ятҡан кристалл нигеҙ араһындағы бүленеш сигенә тап килә[3]. 1500 метр бейеклектәге Рача һырты бындай типтағы күп тапҡыр ер тетрәүҙәре арҡаһында күтәрелгән тип иҫәпләнә[4].

Төп тетрәүҙән һуң бер нисә ай дауамында дауам иткән ҡатмарлы афтершоктар серияһы башлана, был артабанғы зыянға һәм кеше ҡорбандарына килтерә. Ике секунд арауығында ике ваҡиғанан торған иң ҙур афтершок 15 июндә Джава тирәһендә 6,5 магнитудалы эпицентрҙа була[8].

1992 йылдың 23 октябрендә афтершок зонаһынан көнсығышҡа табан яҡынса 100 км алыҫлыҡта 6,7 балл магнитудалы ер тетрәү була. Был шулай уҡ төньяҡ-төньяҡ-көнсығыш төшөү яҫылығында ырғытыу арҡаһында була[4].

Эҙемтәләре

үҙгәртергә

Дауам итеүсе грузия-көньяҡ осетия конфликты ҡотҡарыу операцияларын ҡатмарлаштыра[9].

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. http://www.ngdc.noaa.gov/nndc/struts/results?eq_0=5286&t=101650&s=13&d=22,26,13,12&nd=display
  2. 2,0 2,1 Nikoleishvili, I. Earthquake in Racha and Middle Age Monuments (ингл.). Дата обращения: 10 август 2010. Архивировано 21 июль 2011 года. 2011 йыл 21 июль архивланған.
  3. 3,0 3,1 Arafiev, S. S. (2006). «Deep Structure of the Racha Earthquake Source Zone from Seismic Tomography Data». Izvestiya, Physics of the Solid Earth 42 (1): 27–40. DOI:10.1134/s1069351306010034. Bibcode2006IzPSE..42...27A.
  4. 4,0 4,1 4,2 Triep, E. G. (1995). «Active thrust front of the Greater Caucasus: The April 29, 1991, Racha earthquake sequence and its tectonic implications». Journal of Geophysical Research 100 (B3): 4011—4033. DOI:10.1029/94JB02597. Bibcode1995JGR...100.4011.
  5. Seismicity and cultural monuments of Georgia // Earthquake hazard and seismic risk reduction / Balassanian S.. — 2000. — Vol. 12. — P. 127–136. — ISBN 978-0-7923-6390-3.
  6. Jibson, R. W. (1994). «Some Observations of Landslides Triggered by the 29 April 1991 Racha Earthquake, Republic of Georgia». Bulletin of the Seismological Society of America 84 (4). Проверено 10 August 2010.
  7. Архивированная копия. Дата обращения: 7 октябрь 2020. Архивировано 31 август 2020 года.Ҡалып:Авторитетность?
  8. USGS. Significant Earthquakes of the World 1991 (ингл.) (5 ғинуар 2010). Дата обращения: 10 август 2010. Архивировано 16 ғинуар 2009 года.
  9. 1991—1999 гг. От землетрясения в Грузии до землетрясений на территории России. Дата обращения: 20 сентябрь 2009. Архивировано 21 май 2009 года. 2009 йыл 21 май архивланған.