Рафаэль де Ногалес Мендес
Рафаэль Инчауспе Мендес, Рафаэль де Ногалес Мендес булараҡ билдәле (исп. Rafael de Nogales Méndez (1879 йылдың 14 октябрендә Венесуэланың Тачир штаты Сан-Кристобаль ҡалаһында тыуа —1936 йылдың 10 июлендә Панама ҡалаһында (Панама) вафат була) — венесуэла һалдаты, авантюрист һәм яҙыусы, Беренсе донъя һуғышы (1914—1918) осоронда Ғосман империяһы армияһында хеҙмәт итә. Ғүмере буйы күп сәйәхәт иткән һәм күп һуғыштарҙа ҡатнашҡан.
Рафаэль де Ногалес Мендес | |
Зат | ир-ат[1] |
---|---|
Гражданлыҡ | Венесуэла |
Хеҙмәт итеүе | Ғосман империяһы |
Тыуған көнө | 14 октябрь 1879[2] |
Тыуған урыны | Сан-Кристобаль[d], Венесуэла |
Вафат булған көнө | 10 июль 1937[1] (57 йәш) |
Вафат булған урыны | Панама[d], Панама |
Үлем сәбәбе | пневмония |
Һөнәр төрө | хәрби хеҙмәткәр, яҙыусы |
Хәрби звание | генерал[d] |
Һуғыш/алыш | Беренсе донъя һуғышы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Рафаэль де Ногалес Мендес Викимилектә |
Балалыҡ һәм йәшлек йылдары
үҙгәртергәАнд тауҙарындағы Сан-Кристобаль ҡалаһында абруйлы ғаиләлә тыуған: атаһы Венесуэланың бойондороҡһоҙлоғо өсөн көрәшсе Педро Луиса де Инчауспе тоҡомонан, әсәһе конкистадор Диего де Мендес ғаиләһенән булған. «Грек сәтләүеге» тигәнде аңлатыусы «Инчауспе» баск фамилияһы бала сағында уҡ мәғәнәһе буйынса оҡшаш испан фамилияһына — «Ногалес»ҡа алмаштырыла.
Йәш сағында атаһы уны Европаға уҡырға ебәрә, унда ул Германия, Испания һәм Бельгия университеттарында, атап әйткәндә, Барселона университетында һәм Лёвендың католик университетында белем ала башлай, ләкин тиҙҙән хәрби хеҙмәткә тартыла, шуға күрә Бельгия король хәрби академияһын тамамлай һәм 18 йәшендә Испания армияһы лейтенанты булып китә.
Донъяның һуғыштар барған төбәктәренә сәйәхәт итә башлағандан һуң, ул XIX быуат аҙағында һәм XX башында булған бер нисә хәрби бәрелештә ҡатнаша: 1898 йылғы Испания-Америка һуғышында испан армияһы составында американдарға ҡаршы көрәшә, унда Сантьяго-де-Куба янында тәүге тапҡыр яралана, 1902 йылда Венесуэль революцияһында ҡатнаша, 1903 йылда Ҡытайға барып сығып, 1904 йылда британ шпионы сифатында, Рус-япон һуғышына эләгә. Артабанғы йылдарҙа ул Аляскала ҡиммәтле тиреле йәнлектәргә һунар итә, Төньяҡ Боҙло океанда китҡа һунар итеүсе суднола матрос, Аризонала ковбой һәм Невадала алтын эҙләүсе булған. Бер нисә телдә иркен һөйләшкән.
Ул 1909 йылда, үҙенең дошманы Сиприано Кастроны төшөргән Хуан Висенте Гоместың хәрби түңкәрелешенән һуң күп тә үтмәҫтән, Мексика аша Венесуэлаға ҡайтҡан һәм сәйәси мәҡәләләр менән сығыш яһаған бер нисә гәзит менән хеҙмәттәшлек итә башлаған. Ысынында иһә Совет Рәсәйенә дошман булған Мендес оҙаҡламай, коммунизмға симпатияһы бар тип шикләнгәнлектән, Мексиканың яңы президентының дошманы тип иғлан ителә. 1911 йылда ҡораллы отряд ойоштороп, Ногалес ике йылға яҡын, Колумбия сигендә урынлашҡан тикшерелмәгән Льянес районынан Венесуэла властарына ҡаршы һуғыша, шул уҡ ваҡытта урындағы губернаторҙы Гомесҡа ҡаршы баш күтәрергә өндәй, ләкин һөҙөмтәлә улар президент ғәскәрҙәренән еңелә һәм күсеп китергә мәжбүр була, һуңынан тыуған иленә бер тапҡыр ғына ҡайтыу бәхетенә өлгәшә.
Беренсе донъя һуғышы
үҙгәртергәБеренсе бөтә донъя һуғышы башланғас, 1914 йылдың сентябрендә Ногалес Бельгия йәки Франция армияһы сафына инергә маташҡан, ләкин улар ҡуйған венесуэль гражданлығынан баш тартыу шартына риза булмаған.
Ногалесҡа ҡайҙа һуғышһа ла, барыбер булғанлыҡтан, ул Германия армияһына мөрәжәғәт итә, уны Венесуэла гражданлығынан баш тартыуға мәжбүр итеп тормайынса, ҡабул итәләр һәм 1915 йылдың ғинуарында Ғосман империяһы армияһына хәрби советник итеп ебәрәләр, оҙаҡламай ул бей титулын ала. 1915 йылдың 12 февралендә Ногалес 3-сө армияла етәксе постарҙың береһен биләй һәм Кавказ фронтында хеҙмәт итә. 1915 йылдың апрель һәм май айҙарында ул илдең төньяғында төрөк жандармерияһында хеҙмәт итә һәм, Ван һуғышында төрөктәрҙең әрмәндәрҙе үлтереүенә шаһит булыу сәбәпле, протест йөҙөнән был хеҙмәттән азат итеүҙәрен һорай. Ул Беренсе бөтә донъя һуғышында осман ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән, Кавказ фронтында, Месопотамияла һәм Палестинала һуғышҡан, 3-сө кавалерия дивизияһына етәкселек иткән, 1917 йылда Иерусалимды инглиздәрҙән обороналауҙа ҡатнашҡан. Германия кайзеры Вильгельм II Ногалесты беренсе класлы Тимер тәреһе менән бүләкләй, бер нисә ғосман наградаһына, Ғосман армияһының генерал-майоры исеменә лайыҡ була.
Артабанғы йылдар
үҙгәртергәБеренсе донъя һуғышынан һуң ул Үҙәк Америка илдәре буйлап сәйәхәт итә, күпмелер ваҡыт колумбия баш күтәреүселәрендә була, Калифорнияға бара, унда Мексиканың анархо-коммунисы Рикардо Флорес Магон менән аралаша, 1927 йылда Америка ғәскәрҙәре баҫып ингәндән һуң, Никарагуаға юллана, унда журналист хеҙмәтен башҡара. Ошо һәм унан һуңғы осорҙа ул бай немец графына кейәүгә сыҡҡан һеңлеһе Анна Марияның финанс ярҙамы менән Европаға сыға.
1935 йылда президент Гомес вафат булғас һәм Венесуэлала власҡа Элеасар Лопес Контрерас килгәс, Ногалес Каракасҡа ҡайтҡан. Уны һалым ведомствоһына ҙур булмаған вазифаға тәҡдим итәләр, ләкин тиҙ арала эштән сығалар. Шунан һуң Ногалес Панамаға китә, унда урындағы полиция идаралығында вазифа ала (полиция реформаһы үткәреү бурысы ҡуйыла) һәм ғүмеренең аҙағына тиклем тыуған илендә түңкәрелеш ойоштороу планы менән янған, әммә тиҙҙән вафат була. Фараздарҙың береһенә ярашлы, уның тамағында шешеү процесы барлыҡҡа килгән, ә операциянан һуң пневмония башланған һәм үлемгә сәбәпсе булған; икенсе фараз буйынса, ул инсульттан вафат булған.
Ногалес үҙ ғүмере буйына Король география йәмғиәте, Америка география йәмғиәте һәм Берлин география йәмғиәте ағзаһы булып торған. Ул үҙенең тормошо хаҡында бер нисә китап яҙған: «Cuatro años bajo la Media Luna» (1925; ғосман армияһы офицеры хеҙмәте тураһында; уның тарафынан Андта яҙыла, һуңынан күп телдәргә тәржемә ителгән һәм ҙур уңыш менән файҙаланған); «El saqueo de Nicaragua» (1928) һәм «Memorias de un Soldado de Fortuna» (1932); Уның «Cuatro años bajo la Media Luna» китабында Ғосман империяһында әрмәндәргә ҡаршы ҡылынған енәйәттәр тураһында хикәйәләре көнбайышта әрмәндәр геноцидының иң мөһим дәлилдәренең береһе тип танылды.
Библиографияһы
үҙгәртергә- Рафаэль де Ногалес. Четыре года под полумесяцем 2022 йыл 31 март архивланған.. М.: Русский Вестник, 2006. 368 с.
- Rafael De Nogales Méndez: Caballero andante venezolano 2007 йыл 31 май архивланған., José Rosario Araujo. (исп.)
- Memorias de un aventurero venezolano: Rafael de Nogales Méndez, por Violeta Rojo (исп.)
- Mirela Quero De Trinca, RAFAEL DE NOGALES MENDEZ (Biblioteca Biografica Venezolana, Caracas, August, 2005).
- McQuaid, Kim, The Real and Assumed Personalities of Famous Men: Rafael De Nogales, T.E. Lawrence. and the Birth of the Modern Era, 1914—1937, London. Gomidas Institute, 2010, ISBN 978-1-903656-97-6.
- Mehmet Necati, Kutlu Yeni Bilgiler Işığında "Rafael de Nogales Mendez" (24 Eylül 2003).
- I. Tomoko, Asomura Rafael Nogales Méndez beneath the Crescent 1915~1918 ―Ethnic Questions in the Ottoman Empire during the World War I witnessed by a Latin American Officer― (2007).
Һылтанмалар
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ Rafael de Nogales Méndez // https://pantheon.world/profile/person/Rafael_de_Nogales_Méndez