Ҡасимов Рафаил Ғәбделхәй улы

башҡорт композиторы
(Рафаил Ғәбделхәй улы Ҡасимов битенән йүнәлтелде)

Рафаил Ғәбделхәй улы Ҡасимов (2 июль 1947 йыл, Слупск) — композитор, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1993), башҡорт музыкаһындағы симфоник жанрға нигеҙ һалыусы. Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2004) («Салауат Юлай улының көрәше һәм солохо» симфонияһы өсөн)[1]. СССР Композиторҙары союзы ағзаһы (1983), Башҡортостан Композиторҙары союзы идараһы ағзаһы, Рәсәй Федерацияһы Президенты стипендиаты. Башҡортостан Республикаһының балалар музыкаһы комиссияһы рәйесе, йәштәрҙе эстетик тәрбиәләү буйынса Бөтә Рәсәй комиссияһы ағзаһы, 1994 йылдан фортепиано дуэттарының Халыҡ-ара ассоциацияһы ағзаһы.

Рафаил Ғәбделхәй улы Ҡасимов
Тыуған

2 июль 1947({{padleft:1947|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (77 йәш)

Тыуған урыны

Слупск, Польша

Үлгән

4 октябрь 2023({{padleft:2023|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (76 йәш)

Ил

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Наградалар

Дуҫлыҡ ордены — 2010, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1993), Салауат Юлаев ис. дәүләт премияһы лауреаты(2004)

Биографияһы

үҙгәртергә

Рафаил Ҡасимовтың атаһы хәрби хеҙмәткәр булғанлыҡтан, уның ғаиләһенә төрлө урында йәшәргә тура килә. Мәктәптә уҡырға Белоруссияла төшә, Удмурт Республикаһында дауам итә. Ошонда уҡ Глазов ҡалаһы музыка мәктәбен тамамлай.

Һөнәри белемде Ижевск музыка училищеһында ала. Фортепиано класы буйынса етәксеһе — атаҡлы пианист һәм педагог Генрих Нейхауздың уҡыусыһы Галина Полторацкая-Глушенкова.

Ҡаҙан консерваторияһында ул ике йыл Ида Ғөбәйҙуллина класында белем ала.

Өфө дәүләт сәнғәт институтын 1973 йылда тамамлай. Композиция буйынса педагогы — танылған башҡорт композиторы, СССР-ҙың халыҡ артисы, профессор Загир Ғариф улы Исмәғилев. Фортепиано буйынса Л. Франк етәкләй. Р. Ҡасимовтың диплом эштәре — фортепиано менән оркестр өсөн концерт, бас һәм фортепиано өсөн Муса Йәлил шиғырҙарынан баллада.

Уҡыуҙы тамамлағандан һуң ул 9 йыл Башҡорт дәүләт филармонияһында музыкаль лекторий етәксеһе була. Шул мәлдә «Һабантуй», «Ҡурай көйө», «Онотолған шлягер», «Элеонораның ҡулсатыры» скрипка әҫәрҙәрен яҙа. Тәүге тапҡыр бейеүҙәргә, хореографик тамашаларға көйҙәр ижад итә. Иҙрис Ғәзиев, Венера Мостафина башҡарған «Гөлнара», «Ҡарлуғаслы өй» һ.б. эстрада йырҙарын яҙа, халыҡ йырҙарын эшкәртә.

Ижад менән бер рәттән Рафаил Ғәбделхәй улы педагогик эшмәкәрлек тә алып бара — Нариман Сабитов исемендәге 1-се балалар музыка мәктәбендә уҡыта.

Ҡатыны Евгения, ҡыҙҙары Ольга, Ләйлә — музыканттар.

Әҫәрҙәре: Беренсе симфония, кларнет, гобой, флейта өсөн соната, «Өс миниатюра», «Камера оркестры өсөн бәләкәй концерт».

Алтынсы симфония — «Салауат Юлаевтың көрәше һәм солохо» («Война и мир Салавата Юлаева»). Был әҫәре өсөн Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ була(2004)[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Токиолағы халыҡ-ара композиторҙар конкурстары дипломанты (1993, 1997)
  • Республика композиторҙары конкурстары лауреаты (1995, 2000, 2003)
  • Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2004).
  • Дуҫлыҡ ордены (2010) — тыуған ил мәҙәниәтен һәм сәнғәтен үҫтереүҙәге ҡаҙаныштары, күп йыллыҡ һөҙөмтәле эшмәкәрлеге өсөн[3].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Восемь нотных сборников Касимова: 5 фортепианных, 3 скрипичный.
  • Скурко, Е. Рафаил Касимов / Е. Скурко, С. Хәбирова // Композиторы и музыковеды Башкортостана. Очерки жизни и творчества, тормош һәм ижады. — Өфө: Китап, 2002. — 138—143 бб.
  • Давыдова, Э. Симфония о Салавате / Э. Давыдов // Истоки. — 2004. — 1 сент. — 14 б.
  • Латыпова, Л. Без хрестоматийного глянца / Л. Латыпова // Башҡортостан. — 2004. — 5 октябрь
  • Латыпова, Лилия. Композитор Касимов в пространстве и времени / Л. Латыпова // Рампа. — 1998. — № 3-4. — 23 б.
  • Латыпова, Лилия. О чем рассказа симфония / Л. Латыпова // Рампа. — 1999. — № 9. — 6 б.
  • Мингазова, Эльмира. Главное — быть профессионалом / Э. Минһажева // Ватандаш. — 2005. — № 2. — 192—196 бб.

Һылтанмалар

үҙгәртергә