Рамана ҡәлғәһе
Раманалағы дүрт мөйөшлө ҡәлғә (әзерб. Ramana qalası) — Баҡы ҡалаһының Рамана ҡасабаһында урынлашҡан. XIV быуатта төҙәлгән[1]. Ҡәлғәнең бейеклеге 15 метр, 4 ҡатламлы.
Рамана ҡәлғәһе | |
Нигеҙләү датаһы | XIV быуат |
---|---|
Дәүләт | Әзербайжан |
Административ-территориаль берәмек | Рамана[d] |
Архитектура стиле | Ширван-Апшерон архитектура мәктәбе[d] |
Рамана ҡәлғәһе Викимилектә |
Мәҙәниәттә
үҙгәртергәҠәлғәне «Кёроглу», «Нәсими» һәм «Бабек» фильмдарын төшөргәндә файҙаланғандар. «Кёроглу» фильмын төшөрә башлағанса ҡәлғә ярым емерек хәлдә булған һәм 1956 йылда яңынан тергеҙелгән.[2]. Ҡәлғәнең артҡы өлөшөндә күҙгә тик ташланып тормаған ҡаяташ бар, фильмдағы тореадор Кёроглу арияһы тап шул таш эргәһендә башҡарылған булған. Ауыл кешеләре уны иҫтәлекле ҡомартҡы һанап, килгән кешеләргә шуны күрһәтергә ярата[3].
Архитектура үҙенсәлектәре
үҙгәртергәҠәлғә диуарында яғында өҫкә күтәрелә торған ике баҫҡыс бар. Был баҫҡыстар буйлап ҡыйыҡҡа күтәрелеп, ауылды күреп була.
Раманалағы ҡәлғә ҡаяла эшләнгән. Диуарҙары тәбиғи рәүештә ҡаяларҙы дауам иткән кеүек. Ҡәлғәгә инеү юлдары дошмандан һаҡланыу өсөн уңайлы итеп эшләнгән. Апшерондың башҡа ҡәлғәләренән айырмалы, бормалы баҫҡысҡа инер ишек иҙән кимәлендә, ә бейектәрәк урынлашмаған. Ул төҙөлөшө яғынан да айырыла — ҡаяның дауамы һымаҡ итеп эшләнгән, X быуаттағы ҡәбиләләрҙең тамғаларын һаҡлай.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Бретаницкий, Усейнов, Саламзаде, 1963, с. 393
- ↑ Nuriyev A. Qapısı qıfıllı qala (әзерб.) // Kaspi. — 2010. — С. 8.
- ↑ Усейнов М., Бретаницкий Л., Саламзазаде А., История архитектуры Азербайджана, М., 1963
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Бретаницкий Л. С., Усейнов М.А., Саламзаде А. В. История архитектуры Азербайджана. — Москва: Гос. изд. лит. по строит, арх. и стройматериалам., 1963.
- К. М. Мамед-заде. Строительное Искусство Азербайджана(с древнейших времен до XIX в.). — Баку: ЭЛМ, 1983. — 336 с.