Сафин Рәлиф Рәфил улы

(Ралиф Сафин битенән йүнәлтелде)

Сафин Рәлиф Рәфил улы (6 ғинуар 1954 йыл) — Рәсәй эшҡыуары, Алтай Республикаһы закондар сығарыу власынан Рәсәй Федерацияһының Федераль Йыйылышы Федерация Советы ағзаһы (2002—2014).

Сафин Рәлиф Рәфил улы
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 6 ғинуар 1954({{padleft:1954|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:6|2|0}}) (70 йәш)
Тыуған урыны Уяндыҡ, Яңы Айыу ауыл Советы (Илеш районы), Илеш районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Балалары Алһыу
Һөнәр төрө сәйәсмән, эшҡыуар, дәүләт эшмәкәре
Биләгән вазифаһы Федерация Советы ағзаһы[d]
Уҡыу йорто ӨДНТУ
Ғилми дәрәжә иҡтисад фәндәре кандидаты[d] (1999)
Дәүләт  Рәсәй[1]
Ойошма ағзаһы Федерация Советы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
 Сафин Рәлиф Рәфил улы Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Рәлиф Рәфил улы Сафин 1954 йылдың 6 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Илеш районы Уяндыҡ ауылында тыуған. Милләте — башҡорт.[2]

1975 йылда Өфө нефть институтының технология факультетын тамамлағандан һуң «Башнефть» ПО бүлексәләрендә мастер, технолог, баш инженер булып эшләй.

1988 йылда ситтән тороп Өфө нефть институтының тау факультетын «Нефть һәм газ ятҡылыҡтарын эшкәртеү технологияһы һәм комплекслы механизациялау буйынса тау инженеры» һөнәре буйынса тамамлай. 19871990 йылдарҙа «Когалымнефть» идаралығы начальнигы, 19901992 йылдарҙа — «Когалымнефтегаз» производство берекмәһенең баш инженеры булып эшләй.

1992 йылдан — «Лангепас-Урай-Когалымнефть» дәүләт нефть концерны вице-президенты. 19932002 йылдарҙа — «Лукойл» нефть компанияһының беренсе вице-президенты, директорҙар советы ағзаһы, «Лукойл Европа Холдингз Лимитед» компанияһы президенты.

20022014 йылдарҙа — Алтай Республикаһы закондар сығарыу власынан Рәсәй Федерацияһының Федераль Йыйылышы Федерация Советы ағзаһы, Федерация Советының аграр- аҙыҡ-түлек сәйәсәте һәм тәбиғәтте файҙаланыу буйынса комитет рәйесенең беренсе урынбаҫары (2012—2014).

2003 йылдың декабрендә Башҡортостан Президентын һайлауҙа, 23,03 процент тауыш йыйып, өсөнсө урын ала[3].

  • 2002 йылда нигеҙ һалынған «Марр Капитал» инвестиция компанияһы хужаһы.

«Forbes» журналы фаразы буйынса 2011 йылда Рәлиф Сафиндың мөлкәте $ 0,5 млрд тип баһаланды[4].

  • Ҡатыны — Сафина Разия Исхаҡ ҡыҙы.
  • Балалары — Руслан (1973 йылғы), Марат (1977 йылғы), Алһыу (1983 йылғы), Ренард (1996 йылғы).

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә