Йәйғор

(Радуга битенән йүнәлтелде)

Йәйғор — атмосфераның оптик һәм метеорологик күренеше, башлыса юғары дымлылыҡ яланында күҙәтелә. Ул төрлө төҫтәрҙә хасил була һәм дуға йәки ярым түңәрәк формаһын һыҙатландыра. Төҫтәр спектры, дуғаның эс яғынан ҡараһаң, былай: ҡыҙыл, һарғыҙыл, һары, йәшел, зәңгәр, күк, зәңгәр күк).

Ладога күле өҫтөндәге йәйғор
Һыу һиптергән саҡта, бөртөктәренән барлыҡҡа килгән йәйғор. Takakkaw Falls, Канада
Йәйғор барлыҡҡа килеү схемаһы
1) сферик тамсы
2) эске сағылыу
3) беренсел йәйғор
4) яҡтылыҡтың һыныуы
5) икенсел йәйғор
6) инеүсе яҡтылыҡ нуры
7) беренсел йәйғор барлыҡҡа килгәндә, нурҙарҙың юлы
8) икенсел йәйғор барлыҡҡа килгәндә, нурҙарҙың юлы
9) күҙәтеүсе
10) беренсел йәйғор барлыҡҡа килгән урын
11) икенсел йәйғор барлыҡҡа килгән урын
12) тамсылар болото

Күк йөҙөндә йәйғор пәйҙә булғас, балалар ни ҡәҙәр шатлыҡ кисерә, уның нисек барлыҡҡа килеүе тураһында һорап, ата-әсәләрҙе йөҙәтеп бөтөрә.

Йәйғорҙо өйрәнеү тарихы

үҙгәртергә

Фарсы астрономы Кутб ад-Дин аш-Ширази (1236—1311), ә бәлки, уның уҡыусыһы Камал ад-Дин Ширази (1260—1320) булғандыр, беренселәрҙән булып феномендың теүәл аңлатмаһын бирә.[1]

Йәйғорҙоң дөйөм тасуирламаһын 1611 йылда Марк Антоний де Доминис «De radiis visus et lucis in vitris perspectivis et iride» китабында бирә. Күҙәтеүҙәр нигеҙендә ул йәйғор тамсыһының эске өҫлөгөнән сағылыу һәм ике тапҡыр һыныу нәтижәһендә (тамсыға кергәндә һәм сыҡҡанда), барлыҡҡа килә тигән фекергә килә.

Рене Декарт 1635 йылда «Метеорҙар» китабының «Йәйғор тураһында» бүлегендә күренешкә тулы тасуирлау бирә.

Спектрҙы билдәләү өсөн төҫтәр һанын, йәғни 7 һанын Исаак Ньютон индерә. Ул фәнгә таянмай, ә 7 һанының символик мәғәнәгә эйә булыуын ғына иҫенә төшөрә. Башта ул биш төҫтә генә туҡталырға уйлай (ҡыҙыл, һары, йәшел, зәңгәр һәм миләүшә), сөнки 5 һаны ла символик мәғәнәгә эйә. Ләкин был һанды аҙһынып, 7 һанында туҡталырға була.

Ысынында иһә, йәйғорҙа айырым-асыҡ ярылып ятыусы төҫтәр юҡ. Спектр тоташ, бер төҫ икенсеһенә ҡушылып китә, шуға күрә ентекләберәк, текәлеберәк ҡараһаң, унда «рәсми» төҫтәрҙән тыш тағы әфлисүн, ҡурай еләге (ҡуйы ҡыҙыл), салат (асыҡ йәшел), фирүзә төҫтәрен дә күрергә мөмкин.

Тәбиғәттә йәйғор күренеше

үҙгәртергә

Физика дәрестәрендә был мөғжизәнең атмосфералагы оптик күренеш булыуы, ҡояш яҡтыһының һыу тамсыһында һынып, спектрҙың ете төҫөнә тарҡалыуы тип аңлаттылар. Төрлө оҙонлоҡтағы тулҡынды һыу тамсыһы төрлөсә һындырып, аҡ төҫ спектрға тарҡала — иң кескенә һыныу мөйөшө ҡыҙыл төҫтөҡө, ә иң ҙурыһы — миләүшәнеке. Был күренеш дисперсия тип атала.

Йәйғорҙы күреү өсөн, ҡояшка арт менән, ә һыу тамсыларына йөҙ менән баҫырға кәрәк. Әммә йәйғор берәү генә түгел, уның янында икенсеһе, өсөнсөһө лә күренергә мөмкин. Тимәк, һыу тамсыһында нур ике йәки өс тапҡыр һына. Былары, билдәле, тоноғораҡ була. Иғтибарлы кеше икенсе йәйғорҙа төҫтәрҙең тәртибе төп күперҙәгегә ҡапма-ҡаршы булыуын да күрер. Әгәр төп күперҙә ҡыҙыл төҫ дуғаның тышында булһа, икенсеһендә ул эсендә булыр.

Ай йәйғор ҙа бар. Дөрөҫ, ай йәйғор күпкә тоноғораҡ була, шуға күрә уны йыш ҡына “аҡ йәйғор” тип атайҙар.

Төнгө йәйғор —– бик һирәк осрай торған тәбиғәт күренеше. Уны планетаның бер нисә урынында ғына күҙәтергә мөмкин. Иң атаклы ай йәйғор – шарлауыҡлы Калифорния штатының Йосемити Милли паркында күҙәтелә. Ай йәйғорҙо шулай уҡ Кентуккилағы Камберленд шарлауыҡтарында һәм Замбия менән Зимбабве сигендәге Виктория шарлауығында күрергә була. Ә бик үҙенсәлекле ай йәйғор Себерҙә — Ямал ярымутрауының ҡуйы томандарында күҙәтелә.

Йәйғор тарихта, мәҙәниәттә һәм мифологияла

үҙгәртергә

Иҫ китмәле күренеш булғанға күрә, йәйғор боронғо замандарҙан бирле мөғжизә булараҡ ҡабул ителгән.

  • Боронғо гректар уны күк менән ерҙе тоташтырыусы тип һанаған.
  • Япон риүәйәттәрендә йәйғорҙо донъя яратылыу менән бәйләйҙәр. Ошо күперҙән тәңреләр Идзанаги һәм Идзанами үҙҙәре яһаған ерҙе ҡарарға төшкәндәр.
  • Боронғо ҡытайҙар йәйғорҙо күк йыланы тип белә.
  • Скандинавтарҙа ул — тәңреләр торағын ер менән тоташтырыусы күпер.
  • Боронғо һинд мифологияһында — күк күкрәү һәм йәшен аллаһы Индраның йәйәһе.
  • Әрмән мифологияһында йәйғор — Тирҙың билбауы (Тир — тәүҙә ул ҡояш аллаһы, аҙаҡтан — яҙма, сәнғәт, фән аллаһы).
  • Славяндарҙың ышаныуҙары буйынса, йәйғор күл, йылға һәм диңгеҙҙәрҙән һыу эсә, был һыу аҙаҡтан ямғыр булып яуа. Ҡайһы берҙә ул һыу менән бергә балыҡтарҙы һәм тәлмәрйендәрҙе лә йота, шуға күрә улар ҙа күктән төшөү осраҡтары бар. Йәйғор ҡалҡыу бәхетһеҙлекте иҫкәрткән, әгәр инде кеше йәйғор аҫтынан үтә алһа, ир-егет ҡатын-ҡыҙға, ә ҡатын-ҡыҙ — ир-егеткә әйләнгән.
  • Байтаҡ африкалы ҡабиләләрҙең ышаныуы буйынса, йәйғор ергә тоташҡан ерҙә хазина (ҡиммәтле таштар, ҡабырсаҡтар йәки ынйы) табырға мөмкин  

Йәйғор тураһында һынамыштар

үҙгәртергә

Халыҡтарҙа был иҫ киткес матур тәбиғәт күренешенә бәйле йөҙләгән йомаҡ, әйтем, һынамыштар һ. б. бар. Мәҫәлән,

  • Йәйғор иртәнсәк күренһә, йәки күпер икәү булһа, йә түбән булһа, йәиһә күк йөҙөндә оҙаҡ торһа, һауа боҙолоп, ямғыр яуасаҡ.
  • Йәйғор көнбайышта күренгәндә лә, ямғыр көтөлә.
  • Күпер йылға буйлап һуҙылған осраҡта ла ямғырҙан ҡаса алмайһың.
  • Әгәр ҙә ул йылғаға арҡыры ятһа, һауа торошоноң яҡшырыуын көт тә тор.
  • Һауа торошон билдәләү өсөн, йәйғорҙоң төҫө лә әһәмиәткә эйә: йәшел төҫ күберәк икән — ямғырға, һары — көн яҡшырыуға, ҡыҙыл — эҫелеккә йәки елгә.


Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Урыҫ телендә

үҙгәртергә

Инглиз телендә

үҙгәртергә


{{|he}} {{|pl}}

  1. Al-Farisi biography 2007 йыл 25 март архивланған.