Ниғмәтуллин Рауил Хөрмәт улы

башҡорт шағиры, ғалим һәм сәйәсмән, юғары мәктәп уҡытыусыһы, Башҡортостан Халыҡ партияһына нигеҙ һалыусы Һәм уның беренсе лидеры (етәксеһе
(Равиль Нигматуллин битенән йүнәлтелде)

Ниғмәтуллин Рауил Хөрмәт улы (12 май 19415 сентябрь 2005) — башҡорт шағиры, ғалим, йәмәғәт эшмәкәре һәм сәйәсмән. 1984 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. 19902004 йылдарҙа — Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1991)[1].

Ниғмәтуллин Рауил Хөрмәт улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 12 май 1941({{padleft:1941|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})
Тыуған урыны Ғүмәр, Ишембай районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 5 сентябрь 2005({{padleft:2005|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (64 йәш)
Һөнәр төрө шағир, сәйәсмән
Биләгән вазифаһы мәктәп директоры
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты

Биографияһы

үҙгәртергә

Рауил Ниғмәтуллин 1941 йылдың 12 майында Башҡорт АССР-ының Маҡар (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы) Ғүмәр ауылында тыуған. Һигеҙ класты тамамлағас, колхозда эшләй.

1965 йылда зооветеринария техникумын тамамлап, "Коммунизм" колхозында баш зоотехник, партком секретары вазифаларын башҡара. Башҡорт дәүләт университетында белем алып, 1969 йылда Әхмәр урта мәктәбендә директор булып эшләй башлай. 1973 йылда РСФСР Милли мәктәптәр институтының Башҡортостан филиалында ғилми хеҙмәткәр, 1977 йылда "Башҡортостан уҡытыусыһы" журналының баш мөхәррире урынбаҫары була. 1979-1984 йылдарҙа Башҡортостан китап нәшриәтенең нәфис әҙәбиәт бүлегендә редактор вазифаһын башҡара. 1984 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар Союзының Стәрлетамаҡ ойошмаһының яуаплы секретары итеп һайлана.

1989 йылда рәсми Мәскәүҙән Стәрлетамаҡта башҡорт телендә ҡала гәзитен булдырыуҙы юллай башлай. 1990 йылда ҡала яҙыусылары ойошмаһы органы булараҡ, "Стәрле таңдары"гәзите сыға башлай. Аҙаҡҡараҡ ул бөгөнгө "Ашҡаҙар" гәзитенә әйләнеп китә. Шул саҡтарҙа уҡ әле Рауил ағай ҡалала милли мәктәптәр асыу (милли кластар ҙа булмаған бер мәлде!), башҡорт драма театры, филармония ойоштороу кеүек төшкә лә инеп сыҡмаған нәмәләр тураһында һөйләр ине ...Ҡалала "Аманат"башҡорт халыҡ үҙәген барлыҡҡа килтереп, үҙе йәмәғәт башланғысында шуның тәүге етәксеһе була. Биш-алты йыл эсендә "Ашҡаҙары" ла, драма театры ла, филармонияһы ла асыла, милли мәктәптәр һәм кластар ҙа шул хыялдан барлыҡҡа килеп, һин дә мин эшләп китәләр! Ҡалала Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө башҡорт гимназияһы асылып, уңышлы эшләй башлауы ла уның исеме менән бәйле. Рауил Хөрмәт улы 1990 йылда Өфөгә Башҡорт дәүләт педагогия институтынына эшкә саҡырыла. 1991 йылдан Башҡорт халыҡ фирҡәһе Үҙәк идара рәйесе вазифаһына тәғәйенләнә. Заманыбыҙҙың халыҡтар дуҫлығы һәм азатлыҡ илсеһе булып танылған Рауил Хөрмәт улы башҡорт халҡының уй-тойғолары менән йәшәп, Башҡортостандың үҙаллылығын тәьмин итеү буйынса беренселәрҙән булып азатлыҡ байрағын күтәреп сыҡты. Шуға күрә уның тормошоноң һуңғы йылдарындағы эшмәкәрлеге Өфө ҡалаһы, бөтә Башҡортостан кимәлендәге хәл- ваҡиғалар менән бәйле була. Бөтә донъя башҡорт ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы итеп һайлана, башҡорт әҙәбиәтен яңыса уҡытыуҙың программа-дәреслектәрен төҙөүсе ғалим, "Үҫмер" исемле китаптар серияһы һәм "Әҙәбиәт буйынса кластан тыш эштәр" методик ҡулланмаһының, 50-нән артыҡ йырҙар авторы, ялҡынлы оратор.

Кешенең яҙмышына, булмышына уның исеме хәл иткес йоғонто яһай тейеүҙәре раҫтыр: "Рауил-үҫмер, йәш егет;сәйәхәтсе, ил гиҙеүсе". "Хөрмәт - ҡәҙер. Ниғмәтулла - байлыҡ, мөлкәт, бәхеткә эйә" мәғәнәһендәге исемдәр. Ә байлыҡ төшөнсәһенә ҡарата Рауил Ниғмәтуллиндың фекере аныҡ ине:

Берәү өсөн байлыҡ - алтын,

Байлығым, ти берәү, атын.

Берәү өсөн байлыҡ- аҡса,

Берәү өсөн байлыҡ - баҡса,

Берәү өсөн байлыҡ- малда,

Берәү өсөн байлыҡ- балда,

Йотһа байлыҡ намыҫыңды -

Йән ғазабы көтә алда.

Уның байлығы - рухи байлыҡ ине: туған теле, Тыуған иле һәм еренең имен булыуы, иленең һәм халҡының азатлығы, милләттәштәренең дуҫлығы, берҙәмлеге, аңлы булыуы. Маҡсаты - "Булһын өсөн Башҡортостан!"тип янып йәшәүҙә булды:

Уянығыҙ,

Уйланығыҙ,

Ҡуҙғалығыҙ-

Яҙмаҫ элек тамам һуштан!

Булһын өсөн телем, илем,

Булһын өсөн Башҡортостан!

Бер ни ҡалмаҫ телдән, илдән,

Ҙур тарихлы башҡортлоҡтан -

Оран һалып остан осҡа,

Иңдәш булып йәндәш дуҫҡа,

Ҡалҡынмаһаң, Башҡортостан!

  • Үҙенең йәштәштәренә "Һабандаштар"исемле поэмаһын арнаған:

Һабандаштар!

Беҙҙең осрашыуҙар

Һуҙылһа ла бары бер аҙға,

Уртаҡтар бит беҙҙең тыуған ерҙә

Бергә ярған тәүге бураҙна![2][3]

Рауил Ниғмәтуллин әҙәбиәткә үткән быуаттың 70-се йылдарында килә. Йәштәргә аң-белем өләшеүсе һәйбәт педагог һәм әҙәбиәт өлкәһендә ялҡыны һирпелеп торған ижадсы булараҡ балалар һәм үҫмерҙәр өсөн фәһемле китаптар сығара:

  • "Еңмеш" (1982),
  • "Кемгә ниндәй исем"(1993),
  • "Урман музыканттары"(1999)

Шағирҙың өлкәндәр өсөн яҙылған әҫәрҙәрендә әхлаҡи һәм рухи ҡиммәттәр, милләтенең яҙмышы өсөн борсолоу идеялары ярылып ята:

  • "Тауҙарҙа таң" (1981)
  • "Япраҡ еле" (1984)
  • "Мөхәббәткә юҡ өҙәрем" (1991)
  • "Аҡ нур"(1991)
  • "Ҡыңғырауҙар"(1996)
  • "Тауҙарыма ҡарап" (2001)

Р.Ниғмәтуллин юғары тәрбиәлелек сифаттарына эйә мәҙәни кеше, талапсан һәм ғәҙел остаз, маҡсатына һәм выжданына тоғро, көслө рухлы шәхес, ҡайнап торған энергиялы ижадсы булып ҡалды замандаштарының хәтерендә.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

үҙгәртергә
  • Писатели земли башкирской. Справочник/Сост.: Р.Н.Баимов, Г.Н.Гареева, Р.Х.Тимергалина. - Уфа: Китап, 2006, 496 с.
  • Ишимбайская энциклопедия/ Нигматуллин Равиль Хурматович С. 404 ISBN 978 5 88 185-205-4
  • Хәмит Ирғәлин "Ил ағаһы"/ "Ашҡаҙар"гәзите, 24 май, 1996 йыл.
  • Мәсғүт Хажиев "Иҫтәлекле осрашыу"/ "Ашҡаҙар"гәзите, 5 февраль, 2000 йыл.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Писатели земли башкирской. Справочник/Сост.: Р.Н.Баимов, Г.Н.Гареева, Р.Х.Тимергалина. - Уфа: Китап, 2006, 496 с.
  2. Ниғмәтуллин Рауил Хөрмәт улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  3. Ишимбайская энциклопедия/ Нигматуллин Равиль Хурматович С. 404 ISBN 978 5 88 185-205-4