РСФСР-ҙың Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

РСФСР ордены

РСФСР-ҙың Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены — Рәсәй Совет Федератив Социалистик Республикаһы ордены, 1920 йылдан алып 1933 йылға тиклем ғәмәлдә була, хеҙмәт эшмәкәрелегендәге айырым ҡаҙаныштары өсөн айырым кешеләргә лә, коллективтарға ла бирелгән.

РСФСР-ҙың Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
Нигеҙләү датаһы 28 декабрь 1920
Рәсем
Дәүләт  Совет Рәсәйе
 СССР
Ғәмәлдән сыҡҡан дата ғинуар 1933

Орден тарихы

үҙгәртергә

1920 йылдың 28 декабрендәге 8-се Бөтә Рәсәй эшсе, крәҫтиән, ҡыҙылармеец һәм казак депутаттары Советтары ҡарары менән раҫланған[1].

  ... В целях отличия перед всей Республикой Советов тех групп трудящихся и отдельных граждан, которые проявили особую самоотверженность, инициативу, трудолюбие и организованность в разрешении хозяйственных задач, 8-й Съезд Советов постановляет установить Орден Трудового Красного Знамени и его знак.  

Бүләкләүҙәр 1921 йылдың апреленән 1933 йылдың ғинуарына тиклем башҡарыла. Орден Хәрби Ҡыҙыл Байраҡ орденынан айырмалы рәүештә коллектив һәм шәхси бүләк булараҡ булдырыла. 1921 йылдың 14 апрелендә ВЦИК Президиумы тарафынан орден эскизына Бөтә Рәсәй конкурсы иғлан ителә, һөҙөмтәһе тик 1922 йылдың мартында билдәле була, еңеүсеһе тип ҡыҙылармеец С И. Куклинский (Строганов сәнғәт училищеһы сығарылыусыһы) иғлан ителә, уның эскизы, бер аҙ үҙгәрештәр менән, ҡабул ителә.

Тәүгеләрҙән булып 1921 йылдың 25 апрелендә Тула ҡорал һәм Тула патрон заводтары, Охтен һәм Шостен капсул заводтары бүләкләнә:

  выполнение программы производства винтовок и патронов во время угрозы захвата Тулы Деникиным.  

Никита Захарович Менчук — Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденының тәүге кавалеры, РСФСР-ҙың Гомель губернаһы Чигиринки ауылы крәҫтиәне 1921 йылдың 28 июлендә бүләкләнә. Ә һуңғы кавалеры — РСФСР прокуроры А. В. Вышинский, 1933 йылдың 21 ғинуарында бүләкләнә[2].

Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса барыһы 163 орден тапшырылған, шул иҫәптән 43 эшсе коллективҡа һәм Дағстан АССР-на[1]. Башҡа мәғлүмәттәр буйынса — 43 коллектив (Түбәнге Новгород радиолабораторияһы хеҙмәткәрҙәре ике тапҡыр бүләкләнгән) һәм 115 хеҙмәткәр шәхсән бүләкләнгән.

1925 йылдан башлап шулай уҡ СССР-ҙың Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләү үткәрелә, әммә орден булмағанға күрә 1931 йылға тиклем республикалар ордендары бирелә[1].

Артабан РСФСР-ҙың Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Бөтә Союз наградаһы — Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән алыштырыла.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Совет республикаларының хеҙмәт ордендары

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 Трудовые ордена Советских республик. Дата обращения: 16 март 2011. Архивировано 23 июль 2012 года.
  2. Учреждение ордена Трудового Красного Знамени РСФСР. Дата обращения: 16 март 2011. Архивировано 23 июль 2012 года.