Пушкин һәйкәле (Харьков)

Харьковта А.С. Пушкин һәйкәлеХарьковта Шиғриәт майҙанында уның Пушкин урамына сыҡҡан яғында А.С. Пушкиндың бронза бюсы. 1904 йылдың май айында төҙөлгән. Скульпторы Б. В. Эдуардс.

Пушкин һәйкәле
укр. Пам'ятник Олександру Пушкіну
Нигеҙләү датаһы 26 май 1904
Рәсем
Дәүләт  Украина
Административ-территориаль берәмек Харьков
Жанр бюст[d] һәм паблик-арт[d]
Булдырыусы Эдуардс, Борис Васильевич[d]
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән бронза
Һүрәтләнгән объект Пушкин Александр Сергеевич һәм ир
Мираҫ статусы Украинаның күсерелмәй торған ҡомартҡыларының дәүләт реестры[d]
 Пушкин һәйкәле Викимилектә

Һәйкәл тарихы

үҙгәртергә

Пушкиндың тыуыуының 100 йыллыҡ юбилейы 1899 йылда Рәсәй империяһында ҙур ҡолас менән үтә. Был ваҡиға айҡанлы Харьковта Немец урамы Пушкин урамы тип үҙгәртелә. Пушкин һәйкәлен ҡороу тураһында ҡарар ҡабул ителә. Уның өсөн ҡала ҡаҙнаһында аҡса ҡапыл ғына булмай, шуға күрә һәйкәл тик биш йылдан һуң ғына барлыҡҡа килә. Бюстың авторы булып скульптор Б.В. Эдуардс тора[1][2].

Башта һәйкәлде Сергиев майҙанында ҡуйырға ҡарар ителә, әммә Санкт-Петербург<тан ҡаланың үҙәгендә урын табыу тураһында күрһәтмә килә. Һөҙөмтәлә һәйкәл Театр скверы башында урынлаштырыла[1]. Һәйкәл асыу тантанаһы 1904 йылдың майында үтә[3].

1909 йылға скверҙың ҡапма-ҡаршы яғында шул уҡ авторҙың Гоголь һәйкәле ҡуйыла.

Һәйкәл композицияһы

үҙгәртергә

Ҡоролма дүрт ҡырлы аҫҡа ҡарай киңәйгән гранит постаментта бронза бюстан ғибәрәт.

Ҡыҙыҡлы факттар

үҙгәртергә
 
А.С. Пушкин һәйкәле
  • Һәйкәл ҡуйылғандан һуң биш ай үткәс, 1904 йылдың 31 октябрендә Украина халыҡ партияһы нигеҙендә барлыҡҡа килгән «Украина оборонаһы» террористик төркөмө украин милли сәйәси эшмәкәре Николай Михновский етәкселегендә һәйкәлде шартлатырға маташа.. Шартлау һөҙөмтәһендә бюст зыян күрмәй, тик постаменттың өлөшө кителеп төшә.
  • Пушкин һәйкәле рус әҙәбиәтен һәм шиғриәтен һөйөүселәрҙең ижади саралар үткәреү өсөн яратҡан урыны булып тора. 2000 йылда һәйкәл янында Украинала рус телен һаҡлап ҡалыу буйынса йыш ҡына митингтар үтә.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә