Пушкин халыҡ йорто
Пушкин халыҡ йорто — Вологдала йәмәғәт учреждениеһы, XX быуат башында эшләгән. Башта йорт «Ярҙам» ағартыу йәмғиәте ҡарамағында булған[1], аҙаҡ дәүләт милкенә күсә.
Пушкин халыҡ йорто | |
Нигеҙләү датаһы | 1904 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Вологда |
Входит в состав списка памятников культурного наследия | Культурное наследие России/Вологодская область/Вологда[d] |
Мираҫ статусы | Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d] |
Указания, как добраться | Октябрьская улица, 2 |
Пушкин халыҡ йорто Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергәТөҙөлөшө һәм эштәренең беренсе йылдары
үҙгәртергәВологда Халыҡ йорто төҙөлөшө йәмәғәт аҡсаһына алып барыла — аҡсаны Вологданың бай кешеләре генә түгел, шулай уҡ ябай кешеләр ҙә индерә. Бөтәһе 10 мең һум аҡса йыйыла (земствонан субсидия менән бергә), империя финанс министрлығы шулай уҡ 10 мең һум аҡса бүлә[2]. Архитекторы Г. И. Попов була.
Пушкин Халыҡ йортон төҙөү идеяһы 1899 йылда, шағирҙың тыуыуының 100-йыллығына арналған байрам ваҡытында тыуа[3]. Төҙөлөш 1903 йылдың 5 майында башлана [4]. Йыл ярым үткәс, 1904 йылдың 10 октябрендә Пушкин халыҡ йорто асыла. Бина Дворян бульвары уртаһында төҙөлә[5]. Йортто асыу барышында бина күп һанлы тамашасылар алдында изгеләндерелә[6].
Бина алдында А.С. Пушкин бюсы ҡуйыла. Һуңыраҡ емерелә һәм тергеҙелә. Совет осоронда күпләп сығарылған бюст менән алмаштырыла (скульпторы В. Н. Домогацкий). 1985 йылда һәйкәл реставрациялана һәм хәҙерге урынына ҡуйыла (Пушкин урамы скверы)[7].
Бина ҙур мәҙәни-ағартыу эштәре үҙғарыла: лекциялар уҡыла, һәүәҫкәр спектаклдәр ойошторола, китапхана эшләй[3].
1905 йыл революцияһы һәм сыуалыштар
үҙгәртергә1905 йылда Пушкин халыҡ йорто социал-демократтарҙың сәйәси агитация үҙәге булып тора. Бинала сәйәси әҙәбиәт һатыла. 1905 йылдың көҙөндә бинала сәйәси митингтар ойошторола[8]. Митингта бер нисә тапҡыр Т.Н.Шаламов сығыш яһай[9]. 1905 йылғы революция ваҡытында Вологдала хәрби дружиналар ойошторола (милиция) һәм Вологда ҡала милицияһының патрондар келәте урынлаша[1].
1906 йылдың 1 майында черносотенлылар бинала сыуалыштар ойоштора, сәхнә ҡорамалдарын, декорация, музыка ҡоралдарын, китапханалағы 10 меңдән ашыу китапты юҡ итә[8]. Ҡырыу, үлтерештән һуң дауаханаға ике үлгән һәм илленән ашыу яраланған кешене алып баралар[10]. 1908 йылда ғәйеплеләр өҫтөнән суд үтә, ул йәлеп ителгәндәрҙең барыһын да аҡлау менән тамамлана, йәнәһе лә улар «тәрән патриотизм тойғоһонан эш иткән»[9].
Сыуалышты В. И. Ленин үҙенең мәҡәләһендә Рәсәйҙә синфи көрәш тарихында мөһим ваҡиға кеүек һүрәтләй[3]. Ысынында, Ленин сыуалышты ойоштороуҙа полицияны ғәйепләй[11][12]. Шул уҡ ваҡытта, В.Т. Шаламов, "Вологда - ҡара йөҙлө ҡала", тип телгә ала[9].
Сыуалыш һәм артабанғы янғын һөҙөмтәһендә йорт тулыһынса янып юҡҡа сыға; уның стеналары ғына тороп ҡала[1].
Ҡыйралыштарҙан һуң бинаны файҙаланыу
үҙгәртергәБина Октябрь революцияһынан һуң ғына тергеҙелә. 1918 йылдың 7 ноябрендә ремонт эштәренән һуң уны асыу тантанаһы уҙа. Бынан һуң йорт Революция йорто исемен ала. Бинала губерна советтары съездары һәм партия үтә. 1920 йылдарҙа бинала М.И. Калинин сығыш яһай[8]. 1933 йылда бина Драмтеатрға тапшырыла[10]. Хәҙер бинала Вологданың ТЮЗ-ы урынлаша.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 Из донесения прокурора Вологодского окружного суда Б. С. Врасского прокурору Московской судебной палаты о первомайских событиях 1906 г. в г. Вологде
- ↑ Насон-город. Пушкинский народный дом (Дом революции)
- ↑ 3,0 3,1 3,2 ПАМЯТНИКИ ИСТОРИИ И КУЛЬТУРЫ ВОЛОГОДСКОЙ ОБЛАСТИ
- ↑ Здание ТЮЗа начали строить в этот день в Вологде 108 лет назад 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ Деревянный мир
- ↑ Пушкинский Народный Дом общества «Помощь»
- ↑ Памятники А. С. Пушкину. Материалы к аннотированному каталогу
- ↑ 8,0 8,1 8,2 ЗДАНИЕ, В КОТОРОМ В 1904—1906 гг. РАЗМЕЩАЛСЯ ПУШКИНСКИЙ НАРОДНЫЙ ДОМ, В 1918—1933 гг. — ДОМ РЕВОЛЮЦИИ, В 1934—1974 гг. — ОБЛАСТНОЙ ДРАМАТИЧЕСКИЙ ТЕАТР
- ↑ 9,0 9,1 9,2 В. Т. Шаламов. Четвёртая Вологда 2019 йыл 7 апрель архивланған. Өҙөмтә хатаһы:
<ref>
тег дөрөҫ түгел: «Shalamov4thVologda» исеме бер нисә тапҡыр төрлө йөкмәткегә бирелгән - ↑ 10,0 10,1 Улицы Вологды
- ↑ Ленин В. И. Реакция начинает вооруженную борьбу(недоступная ссылка)
- ↑ Ленин В. И. Новый подъём(недоступная ссылка)