Пушкин Александр Иванович
Пушкин Александр Иванович (7 сентябрь 1907 йыл—20 март 1970 йыл) — балет артисы һәм балет педагогы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1968).
Пушкин Александр Иванович | |
Зат | ир-ат[1] |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР |
Тыуған көнө | 25 август (7 сентябрь) 1907 |
Тыуған урыны | Микулино[d], Лотошинский район[d] |
Вафат булған көнө | 20 март 1970[1] (62 йәш) |
Вафат булған урыны | Санкт-Петербург, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | балет артисы, балетный педагог, хореограф, солист, балетмейстер |
Эш урыны |
А. Я. Ваганова исемендәге Рус балеты академияһы Мариин театры[d] |
Уҡыу йорто | А. Я. Ваганова исемендәге Рус балеты академияһы |
Уҡыусылар | Барышников Михаил Николаевич, Рудольф Нуриев, Саттаров Фәүзи Миңлемулла улы һәм Сафиуллин Хәләф Ғата улы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәАлександр Иванович Пушкин 1907 йылдың 7 сентябрендә Тверь губернаһы Микулино ауылында[2] тыуған. Рус бейеүсеһе, балетмейстер һәм балет педагогы, Император театрҙарының атҡаҙанған артисы Николай Легаттың шәхси мәктәбендә, һуңынан — Петроград театр училищеһында[3] уҡый. Педагогы — хореограф һәм балетмейстер, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы Владимир Иванович Пономарёв. 1925 йылдан С. М. Киров исемендәге Ленинград опера һәм балет театры[4] солисы. Педагогик эшмәкәрлеген педагог-репетитор булараҡ башлай. 1932—1978 йылдарҙа Ленинград хореография училищеһының ирҙәр классик бейеүенең күренекле уҡытыусыһы була. Үҙ тәжрибәһен уҡыусыға тапшырыу һәм талант осҡононан бөйөклөк ялҡынын тоҡандырыу мөмкинлеге биреү һәләтлеге талантлы балет артистарын тәрбиәләргә мөмкинлек бирә. Аскольд Макаров, Рудольф Нуриев, Ф. М. Саттаров, Х.Ғ.Сафиуллин, Михаил Барышников, Юрий Соловьев, Сергей Викулов, Олег Виноградов кеүек донъя кимәлендәге балет йондоҙҙары төркөмөн тәрбиәләй. 1951 йылда Владимир Иванович Пономарёвтан Киров театры бейеүселәрен камиллаштырыу класына ҡабул итә. Пушкин дәрестәрен «йондоҙҙар класы» тип йөрөтәләр — Ленинград балетының ғына түгел, бөтә донъя премьераларына ла эләгергә ынтылалар.
Академик традицияларға таянып, бейеү техникаһын камиллаштырыуға булышлыҡ иткән үҙенең уҡытыу методикаһын төҙөй. XX быуаттың 30—60-сы йылдарында Ленинград хореография училищеһы милли бүлегенең башҡорт төркөмөнә һайлап алыу һәм ҡабул итеү комиссияһы ағзаһы була.
А. И. Пушкин Нурыевта сағыу, үҙенсәлекле талантты күрә. Нурыев һуңынан үҙенең уҡытыусыһын рәхмәт һүҙҙәре менән иҫкә ала: Александр Иванович уның училищела яратҡан һәм хөрмәт иткән берҙән-бер яҡын кешеһе була.
Пушкин 1970 йылдың 20 мартында Ленинградта фажиғәле вафат була. Санкт-Петербургтың Большеохтинск зыяратында ерләнгән, унда шулай уҡ ҡатыны К. И. Юргенсон ерләнә[5].[6].
Төп партиялары
үҙгәртергә- Шағир («Юҡҡа сыҡҡан өмөттәр» — «Утраченные иллюзии», Б. В. Асафьев);
- Принц («Аҡҡош күле» — «Лебединое озеро», П. И. Чайковский);
- Актеон («Эсмеральда», Ч.Пуньи).
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1968).
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ хәҙер Мәскәү өлкәһе Лотошин районы
- ↑ Санкт-Петербург хореография училищеһы
- ↑ хәҙер Мариин театры
- ↑ Г. Альберт «Александр Пушкин. Школа классического танца»
- ↑ Персона А. Пушкин 2022 йыл 27 август архивланған.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Пушкин Александр Иванович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 27 август 2022)