Пура Улун Дану Братан

Пура Улун Дану Братан, йә Пура Дану Братан Индонезияла, Балила һыулыҡ эргәһендә урынлашҡан төп Индуизм Шиваизм Шива ғибәҙәтханаһы. Ғибәҙәтхана Братан күле ярҙарында Бедугул эргәһендә тауҙарҙа урынлашҡан. Күлдең һыуы бөтә төбәк халҡына хеҙмәт итә; йылға ағым буйынса аҫҡа төшһәң, башҡа бәләкәй ғибәҙәтханалар бар.
1633 йылда һалынып ғибаҙатхана Бали һыу, күл һәм йылға Алиһәһе Дэви Дануға тәҡдим итеү церемонияһе өсөн ҡулланылған. Комплекста 11 ҡатлы пелиннгиһ меру Шиваға һәм уның ҡатыны Парватиға бағышланған. Ғибаҙатханада Будда поты да бар. Ғибаҙатхана шулай уҡ Күлдә Бали ғибаҙатханаһы тейеп атала, сөнки Братан йылғаһы ташығанда ғибаҙатхана һыу өстөндә һымаҡ күренә.
Пура Улун Дану Братан Индонезия Бали утравы буйлап урнашҡан туғыҙ Каһйанган Жагат ғибаҙатханаларының береһе. Ғибаҙатхана комплексы төрлө Илаһларға бағышланған биш ғибаҙатханадан тора.
Даирә мул уңышлы булып Братан күле Иҙге тау күле булараҡ мәғлүм. Диңгеҙ дәрәжәһеннән 1200 бейеклектә урнашып, уның климаты һалҡын тропик. Шулай уҡ, ул бөтә Бали пландарында күренекле урындарның береһе.

Братан күле ярында ғибаҙатхана комплексы өлөшө.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә