Псков күле
Псков күле — (эст. Pihkva järv), рус. Псковское озеро) — сөсө һыулы ҙур күл, Чудь-Псков күлдәр комплексының көньяҡ өлөшө
Псков күле | |
Күлгә ҡойоусы йылғалар | Великая река[d], Пиуза[d], Обдёх[d], Липенка[d], Чёрная[d], Выханду[d], Кулейская[d], Моложевка[d], Старцева[d], Толба[d], Желча[d] һәм Абижа[d] |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Псков районы һәм Печорский район[d] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 28 метр |
Оҙонлоҡ | 40 km |
Киңлек | 19 km |
Вертикаль тәрәнлеге | 5,3 метр |
Майҙан | 708 км² |
Тасуирламаһы
үҙгәртергәКүлдең майҙаны — 709 км²[1]. Диңгеҙ кимәленән бейеклеге — 30 м[2].
Псков күле төньяҡтараҡ урынлашҡан Чудь күлен Тёплое күле менән тоташтыра. 1945 йылдан һуң, Печора районы Псков өлкәһенә кире ҡайтарылғас, Псков күленең яр буйҙарының күп өлөшө (сик буйындағы Чудь күленән айырмалы булараҡ) һәм уның барлыҡ утрауҙары Рәсәй (Псков өлкәһе) тарафынан идара ителә, Эстонияның өлөшө ҙур түгел — күлдең төньяҡ-көнбайышында 6 % .
Этимологияһы
үҙгәртергәПсков күле атамаһы ҡала исеменән килеп сыҡҡан, сөнки шул күлдән алыҫ түгел урынлашҡан (яҡынса 10 км)[3].
Физик-географик тасуирламаһы
үҙгәртергәГидрография
үҙгәртергәЯҙын ул көньяҡтан төньяҡҡа табан боҙҙан әрселә. Күл бик балыҡлы (урыҫса снетки тип аталған балыҡ күп). Көньяҡ Псков куленә күп һыулы Великая тигән йылға ҡоя, ул шаҡтай ҙур дельта хасил итә, һаҙлыҡлы утрауҙар барлыҡҡа килтерә. Башҡа, бәләкәйерәк йылғалар ҙа (Пиуза, Обдёх, Старцевка, Липенка, Чёрная) күлгә һыу сығанағы булып тора. Төньяҡтан көньяҡҡа табан 40 км самаһы, уртаса киңлеге 18-19 км самаһы. Күл тәрән түгел, 2-5 метр тәрәнлек өҫтөнлөк итә, ылымыҡтар, ләм баҫып барыусан. Күлдә даими халҡы булған шаҡтай ҙур утрауҙар бар.
Утрауҙар
үҙгәртергәКөнсығыш яр буйында, яҡынса 200 кеше йәшәгән Талаб утрауҙары архипелагы бай рухи мираҫы менән дан тота. Көнбайыш ярында урынлашҡан объекттар: кескәй утрау Коломцы — бер үк исемле ауылы бар; кеше йәшәмәгән Семский утрауы; шулай уҡ тораҡ пункттары булған эре утрауҙар — Колпина (ауылдары — Шартово, Медли, Колпино) һәм Каменка — тораҡ пункттары Рожитец, Каменка, Медово, Сельцы (янында шул исемле Сельцы утрауы урынлашҡан). Төньяҡ ярында бәләкәй генә Иҫке Мтеж утраулы морон урынлашҡан. Шулай уҡ Псков күле Дубки эксклавын Рәсәйҙең төп территорияһынан айырып тора. Дубки төньяҡ ярынан башҡа бөтә яҡтан — Эстония биләмәһе менән уратып алынған (1991 йылға тиклем — Эстон ССР-ы)
Галереяһы
үҙгәртергә-
Күл яғынан күренеш. Липно ауылы янында]]
-
Күл яғынан күренеш .Молгово
-
Великая йылғаһы килеп ҡушылған урын. Псков.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Поверхностные водные объекты . Комитет по природным ресурсам и экологии Псковской области. 2017 йыл 25 февраль архивланған.
- ↑ Карта бите O-35-Г.
- ↑ Поспелов Е. М. Географические названия мира: Топонимический словарь.— 2-е изд., стереотип.— М.: Русские словари, ООО «Издательство Астрель», ООО «Издательство АСТ», 2001
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Кузнецов И. Д. О льдах Псковского водоема. — Псков: Электрич. типо-лит. Псковск. губ. земства, 1912. — 21 с.