Прусикин Илья Владимирович

Илья Владимирович Прусикин (8 апрель 1985 йыл) — Рәсәй музыканты, йырсы, фронтмен, музыкаль продюсер, видеоблогер, видеоклиптар сценарисы һәм режиссеры[2], психолог-педагог. "Little big" панк-поп-рейв-группаһының[3] ойоштороусыһы һәм етәксеһе. "Ильич" псевдонимы аҫтында билдәле.

Илья Прусикин
Төп мәғлүмәт
Исеме

Илья Владимирович Прусикин

Тыуған

8 апрель 1985({{padleft:1985|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})[1] (39 йәш)

Тыуған урыны

Усть-Борзя, Онон районы, Чита өлкәһе, РСФСР, СССР

Һөнәрҙәре

музыкант, йырсы,музыкаль продюсер, видеоблогер, видеоклиптар сценарисы һәм режиссеры, психолог-педагог

Жанрҙар

рэйв, рэп-рэйв, электропанк, альтернативный рок, ню-метал

Псевдонимдар

Ильич

Коллективтар

Little Big, «КликКлак», Tenkorr

 Аудио, фото, видео Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Илья Прусикин 1985 йылдың 8 апрелендә Чита өлкәһенең (хәҙерге заманда Байкал аръяғы крайы) Усть-Борзя[4] ауылында тыуған. Һуңғараҡ ата-әсәләре менән бергә Санкт-Петербург янындағы Сосновый Бор ҡалаһына күсә

Бала сағында бейсбол уйнаған, футбол менән мауыҡҡан һәм авиамоделләү түңәрәгенә йөрөгән.

2001 йылда Сосновый Бор "КВН"да мәктәп лигаһы чемпионы була.

Балалар музыка мәктәбендә фортепиано класы буйынса уҡыған[4].

Санкт-Петербург дәүләт мәҙәниәт институтының психологик-педагогия факультетын тамамлай.

2011 йылда "My Ducks Vision" fun-продакш студияһының тармаҡ проекты Юрий Дегтярёвтың "Спасибо, Ева!" видеоблогерҙар партнерлыҡ селтәре менән хеҙмәттәшлек итә башлай[5]. Балалар тапшырыуына стилләштерелгән "Шоу Гаффи Гафа" (2012 йыл) һәм "Великая рэп-битва" (2012 йыл) видео-группировка платформаһында иң рентингылары була. Ике тапшырыу ҙа йәмғиәттең социаль етешһеҙлектәр яҡтарын фашлайҙар һәм кешелектең мөн-языҡтарынан көләләр[6].

2012 йылда Прусикин продюсер була һәм шул уҡ ваҡытта "" Полицейские будни" интернет-ситкомында актёр ҙа. "Блогер"ҙар менән етештерелгән кинотаҫмала "YouTube" видеохостингы вәкилдәре: Илья Мэддисон, "Хлеб" рэп-коллективы ҡатнашыусылары, Сэм Никель һәм башҡалар төшә. Әммә өсөнсө эпизодтан һуң проект ябыла[5].

Бер йылдан һуң Эльдар Джарахов менән "КликКлак" ижади берекмәһе булдыра. Ойоштороусылар әйтеүенсә, "КликКлак" аудиторияһы — әүҙем тормош позицияһы һәм яҡшы юмор тойғоһо булған егеттәр һәм ҡыҙҙар. Канал битендә "Дай леща", "Трэш лото", "Шокирующее караоке", "Как скажешь", "Зашкварные истории", "Дикие рекорды", "Кажется, нащупал" һәм "КликКлак шоу" кеүек шоуҙар баҫыла[6].

Музыкаль карьера

үҙгәртергә

2003 йылда "Ильич" (Ильч Прусикиндың сәхнә псевдонимы) "Тенкорр" ("Tenkorr") киң билдәле булмаған ню-метал төркөмөнөң ҡатнашыусыһы була. Ижад Рәсәй тамашасыһына бик оҡшай, шуға күрә йүнсел егеттәрҙен бер нисә пластикалары донъя күрә. Шулай уҡ "Like A Virgin", «St. Bastards» һәм «Construktorr» төркөмдәре менән эшләү тәжрибәһе булған.

Тормошонда музыкаль коллективтарҙың күп булыуына ҡарамаҫтан, Ильичҡа танылыуҙы "Little big" рейв-төркөмө килтерә.

 
Илья Прусикин Little Big төркөмө менән «VK Fest 2018» фестивалендә, Санкт-Петербург. 29 июль 2018 йыл.

Шәхси тормошо

үҙгәртергә

2016 йылдың 6 июлендә Илья Прусикиндың һәм Ирина Смелаяның туйҙары уҙа[7]. 2017 йылдың 26 ноябрҙә улдары Добрыня донъяға килә[8][9]. 2020 йылдың 31 авгусында айырылышыуҙары тураһында иғлан итәләр[10].

Фильмография

үҙгәртергә
Йыл Исеме Роль
2019 с Туристическая полиция (серия № 8) камео

Рекламала эшләү

үҙгәртергә
  • 2019 йылдың 15 авгусында Илья Прусикин Рәсәйҙең "Связной" һәм "Евросеть" брендтары аҫтында сауҙа нөктәләрен берләштергән "Связной" электрон магазиндары селтәренең креатив директоры итеп тәғәйенләнә[11][12]. Был эш Прусикиндың хеҙмәт кенәгәһендә тәүге рәсми яҙыу була[13]. 2019 йылдың 19 декабрендә һынау осоронан һуң Илья Прусикин "Связной" компанияһының креатив директоры вазифаһын китә. Уның инициативаһы буйынса "Связной" компанияһының бер нисә магазиндарында яңы униформа булдырыла, "Свайп" кампанияһы башлана.

Башҡа проекттарҙа ҡатнашыу

үҙгәртергә
  • 2016 йылдың 16 февралендә Бэдкомедиана байҡауында свидетель ролендә ҡатнаша[14].
  • 2019 йылдың йәйендә Илья Прусикин " Чоткий Паца" украин комедия проектының "Я не этот" музыкаль видеоклибында асарбаҡ ролен уйнай. Был клип "Little Big" төркөмөнөң "I'm OK"[15] (Илья Прусикин үҙе уйлаған) йырына пародия.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Ilya Prusikin // https://www.themoviedb.org/person/2274667
  2. Радиоведущие: Брагин, Татьяна Гордеева, Захар. YouTube сайтында ВИДЕО. Программа «Мурзилки. LIVE». Skibidi и Faradenza. Группа «Little Big» в студии «Авторадио». // youtube.com (пользователь — «Авторадио»; опубликовано в 2019 году)
  3. Russia’s Little Big reveals 'Uno' song and music video. — Russia sends punk-pop-rave band Little Big to Rotterdam. (инг.) Официальный сайт конкурса песни «Евровидение» // eurovision.tv (12 March 2020 at 23:38 CET)
  4. 4,0 4,1 Автор и ведущий: Иван Ургант. YouTube сайтында ВИДЕО. Программа «Вечерний Ургант» на «Первом канале». Гость программы — лидер группы «Little Big» Илья Прусикин (выпуск от 1 февраля 2019 года; 00:15:44). // youtube.com (пользователь — «Вечерний Ургант»; опубликовано 1 февраля 2019 года)
  5. 5,0 5,1 Алексей Глинкин. «Рекламное очко». — «Лента.ру» рассказывает, как зарождался главный поставщик видеоблогеров в стране − «Спасибо, Ева». // lenta.ru (17 мая 2018 года)
  6. 6,0 6,1 Алексей Глинкин. «Чудаки» по-русски. Они просто хотели веселиться. Теперь их уважают в России и любят за рубежом. — Творческое объединение «КликКлак» − это большая команда друзей, состоящая из видеоблогеров, актёров, музыкантов, продюсеров, операторов и режиссёров. О зарождении и становлении одной из самых востребованных и безбашенных команд на YouTube — в материале «Ленты.ру». // lenta.ru (15 июля 2018 года)
  7. Когда состоялась свадьба Ирины Смелой и Ильи Прусикина, фотография? Интернет-сервис «Большой вопрос» // bolshoyvopros.ru (2017 год). Дата обращения: 23 сентябрь 2018.
  8. Популярная видеоблогерша из Челнов назвала сына Добрыней. Вести КАМАЗа (28 декабрь 2017). Дата обращения: 29 декабрь 2017.
  9. Кто родился у Иры Смелой и Ильича (солиста Little Big)? nasmillion.ru. 1M (25 декабрь 2017). Дата обращения: 29 декабрь 2017.
  10. «Масса претензий»: лидер Little Big объявил о разводе. Газета.Ru. Дата обращения: 1 сентябрь 2020.
  11. «Связной» назначил фронтмэна группы Little Big креативным директором.(недоступная ссылка) Официальный сайт компании «Связной» // svyaznoy.ru (15 августа 2019 года)
  12. Фронтмен петербургской рейв-группы Little Big стал креативным директором «Связного». Газета «Коммерсантъ» // kommersant.ru (15 августа 2019 года)
  13. Варвара Перцова, Юлия Варшавская. Лидер группы Little Big Илья Прусикин станет креативным директором «Связного». Журнал «Forbes» // forbes.ru (15 августа 2019 года)
  14. Бэдкомедиан. Воин (билдәһеҙ).
  15. «Little Big» — «I’m OK» (пародия, при участии «Ильича» на песню его же исполнения). // youtube.com (опубликовано 22 августа 2019 года; пользователь — «Чоткий Паца»)

Һылтанмалар

үҙгәртергә