Пругавин Александр Степанович

Пругавин Александр Степанович (1850(1850)1920) — Рәсәй революционеры-народник, публицист, этнограф, тарихсы, Рус православие сиркәүенең бүленеү тарихын, старообрядлыҡ һәм сектантлыҡ тарихын тикшереүсе[8].

Пругавин Александр Степанович
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Совет Рәсәйе
Тыуған көнө 11 (23) июнь 1850[1][2][3][…]
Тыуған урыны Архангельск, Рәсәй империяһы[4]
Вафат булған көнө 1920[4][2][3]
Вафат булған урыны Красноярск, Енисейская губерния[d], Совет Рәсәйе[5]
Бер туғандары Виктор Степанович Пругавин[d][6]
Һөнәр төрө публицист, этнограф
Эшмәкәрлек төрө публицистика[d][7], этнография[7] һәм секта[d][7]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Партия народных социалистов[d]
 Пругавин Александр Степанович Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Адександр Степанович Пругавин 1850 йылдың 11 (23) июнендә Архангельск губернаһының халыҡ училищеһы смотрителе ғаиләһендә Архангелскиҙа тыуған, урындағы гимназияла уҡырға инә. 1869 йылда Мәскәү Пётр игенселек һәм урман академияһына уҡырға инә[9]. Уҡыу йортон студенттар сыуалыштар ҡатнашыуы арҡаһында тамамлай алмаған, бының буйынса «нечаевец» процесына йәлеп ителә[9]. Һөҙөмтәлә баш ҡалаларҙа йәшәү тыйыла. 1871 йылдың апрелендә Архангельск губернаһы полицияһы күҙәтеүе аҫтына ебәрелә[9]. 1879 йылға Александр Степанович Пругавин Воронеж һәм Архангельск губерналарында йәшәргә тейеш була. 1872 йылда Воронеж ҡалаһында Пругавин революцион түңәрәктәр ойоштора, унда хөкүмәткә ҡаршы пропаганда алып бара. 1873 йылдың аҙағында Воронеж губернаһының ҙур булмаған Коротояк ҡалаһына күсерелә. Унда земство управаһына хеҙмәткә инә. Народниктар менән хатлашыу әүҙем алып бара. «Сәйәси ышанысһыҙлығы» арҡаһында йәнә Архангельскиға ебәрелә, унда хәрби хеҙмәткә инә[10]. 1879 йылдың февралендә полиция күҙәтеүенән азат ителә һәм һәм Санкт-Петербургҡа күсенә.

Халыҡ социалисттар фирҡәһенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе [11].

Рәсәй халыҡтарының Бөйөк көнсығыштағы Петербург бүлексәләренең ағзаларының береһе [12].

1917 йылда Өфөгә күсеп китә. Себерҙә аҡтар хәрәкәте менән хеҙмәттәшлек итә, Колчак гәзиттәрендә эшләй[9]. 1920 йылдың март айында большевиктар тарафынан ҡулға алына[9]. Красноярск төрмәһендә сабыртмалы тифтан вафат була.

Тикшеренеүҙәре

үҙгәртергә

Алыҫ Төньяҡта тыуыуы һәм йәшәүе рус сектантлығына һәм бүленеүенә ҡыҙыҡһыныуға булышлыҡ итә. Уның бүленеш буйынса беренсе «Знаем ли мы раскол?» публицистик мәҡәләһе Борецкий псевдонимы аҫтында 1877 йылда «Неделя» гәзитендә баҫылып сыға.[13] Артабан «Голос», «Неделя», «Новое временя», «Русские ведомости», «Русский курьер», «Страна» гәзиттәрендә һәм Русская мысль», «Вестник Европы», «Исторический вестник» журналдарында һәм XIX быуаттың беренсе яртыһындағы башҡа баҫмаларҙа сыға. Китаптар сығара. Уның китаптарының береһе — «Раскол внизу и раскол вверху. Очерки современного сектантства» баҫылып сығыу менән Рәсәй империяһы Министрҙар комитетының ҡарары менән юҡ ителә (1882).

Старообрядлыҡты тикшереүсе булараҡ, А С. Пругавин, тарҡалыуҙың таралыу сәбәптәрен анализлап, бының сәбәбен иҡтисад өлкәһенән эҙләргә кәрәк, тәү сиратта, ауыл хужалығында, тип тәҡдим итә[14].

Рәсәй иҡтисадсыһы, земство статисы, либераль народник Пругавин Виктор Степановичтың ағаһы (1858—1896).

Төп хеҙмәттәре

үҙгәртергә
 
А. С Пругавин «Раскол внизу и раскол вверху» китабы (1882 й.), Министрҙар комитеты тарафынан тыйыла, ҡулға алынған даналары юҡ ителә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. различные авторы Энциклопедический словарь (урыҫ) / под ред. И. Е. Андреевский, К. К. Арсеньев, Ф. Ф. ПетрушевскийСПб.: Брокгауз — Ефрон, 1907.
  2. 2,0 2,1 Aleksandr Stepanovič Prugavin // NUKAT — 2002.
  3. 3,0 3,1 Aleksandr Stepanovič Prugavin // MAK (пол.)
  4. 4,0 4,1 Пругавин Александр Степанович // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  5. Русские писатели 1800—1917: Биографический словарь / под ред. П. А. НиколаевМәскәү: 2007. — Т. 5: П—С. — Б. 165—167. — 800 с.
  6. Пругавин, Виктор Степанович (урыҫ) // Энциклопедический словарьСПб.: Брокгауз — Ефрон, 1898. — Т. XXVа. — С. 591—592.
  7. 7,0 7,1 7,2 Чешская национальная авторитетная база данных
  8. Пругавин, Александр Степанович // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  9. 9,0 9,1 9,2 9,3 9,4 БСЭ, 1975
  10. Пашков А. М. Неопубликованная рукопись А. С. Пругавина // Старообрядчество в России (XVII—XX века). Вып. 3. / Отв. ред. Е. М. Юхименко. М.: Языки славянской культуры, 2004. С. 341
  11. Мельгунов С. П. Н. В. Чайковский в годы гражданской войны: (Материалы для истории русской общественности). — Париж: Родник, 1929. — С. 159.
  12. Серков А. И. Русское масонство. 1731—2000 гг. Энциклопедический словарь. М.: Российская политическая энциклопедия, 2001. 1224 с.
  13. Пругавин А. С. Знаем ли мы раскол?//Неделя. 1877, № 49-50
  14. Пругавин А. С. Старообрядчество во второй половине XIX века: Очерки из новейшей истории раскола. С. 87.