Проект:Мәғариф һәм Википедия. Башҡорт википедиясыларының 4-се форумы

Көнө һәм ваҡыты: 19 февраль, 10:00

Уҙғарыу урыны: Онлайн

Эш теле: башҡорт һәм урыҫ теле

Форумдың йүнәлеше: Викимедиа ирекмәндәр хәрәкәтенә уҡытыусыларҙы һәм уҡыусыларҙы йәлеп итеү, дөйөм белем биреү учреждениеларында ғилми эҙләнеү һәм ирекмәнлек эшмәкәрлеге тематикаһын киңәйтеү.

Башҡорт Википедияһы мөхәррирҙәре, дөйөм белем биреү учреждениеларының кластан тыш һәм мәктәптән тыш эшен ойоштороусылары, уҡытыусылары һәм уҡыусылары, шулай уҡ теләге булған һәр кем саҡырыла.

Ҡатнашыу өсөн теркәлеү АНКЕТАҺЫ. Ҡатнашыусылар исемлеге.

Видео конференция залына һылтанма электрон почта аша ебәрелә.

Видео трансляция https://www.youtube.com/c/WikimediaRU каналында буласаҡ.

Бәйләнеш өсөн: bash.wiki2017@yandex.ru , +7 925 588 10 28, ҡыҫҡа адрес https://w.wiki/4oFJ

Регламент:

  • 09:30 — 10:00 — теркәлеү
  • 10:00 — 10:15 — тәбрикәләү һүҙе
  • 10:15 — 12:40 — сығыштар
  • 12:40 — 13:00 — фекер алышыу, йомғаҡлау
  • Тәбрикәләү һүҙе — 3-5 минут
  • Сығыштар — 10-15 минут
  • Фекер алышыу 2-3 минут

Ойоштороусылар үҙгәртергә

  • «Викимедиа РУ» коммерцияға ҡарамаған партнерлығы
  • Башҡорт телен үҫтереү һәм һаҡлау фонды
  • «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)» йәмәғәт ойошмаларының халыҡ-ара берлеге
  • Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығы (килешеү буйынса)

Сығыштар үҙгәртергә

Форумда ҡатнашыусыларҙың танытмаһы

1. Владимир Медейко, «Викимеда РУ» ойошмаһы директоры. Санкт-Петербург.

  • Викимедиа ирекмәндәре хәрәкәте һәм Рәсәй халыҡтары телдәрендә белемде ирекле таратыу проекттары.

2. Фәниә Ҡотлобулатова, википедиясы, хаҡлы ялдағы уҡытыусы. Дәүләкән районы Ҡоръятмаҫ ауылы.

  • Мәктәптәрҙә ғилми эҙләнеү һәм ирекмәнлек эшмәкәрлеген Википедия аша киңәйтеү мөмкинлектәре.

3. Гөлназ Сәлихова, уҡытыусы. Күгәрсен районы Тәүәкән ауылы.

  • Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә Башҡорт Википедияһын ҡулланыу.

4. Көнһылыу Ҡотлобаева, википедиясы, хаҡлы ялдағы уҡытыусы. Бөрйән районы Байназар ауылы.

Әбделвәхит Мөхәмәтов, уҡытыусы, википедиясы. Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылы.
  • Мәғариф менән Википедия араһында эшлекле хеҙмәттәшлек итеү юлдары.

5. Зөфәр Сәлихов, википедиясы. Өфө, Киров районы.

  • «Башҡортостан ауылдары» һәм «Мириада» конкурстары тураһында.

6. Гүзәл Ситдиҡова, википедиясы. Өфө, Киров районы.

  • Башҡорт Википедияһында топонимика темаһы. Тағы нимәләр эшләнмәгән.

7. Гөлшат Сөләймәнова, википедиясы, хаҡлы ялдағы уҡытыусы. Стәрлетамаҡ ҡалаһы.

  • Башҡорт Википедияһында тарих темаһы. Ҡалын һәм йоҡа урындары.

8. Ансар Нуретдинов, википедиясы. Белорет ҡалаһы.

  • Википедияла Башҡортостан юбилярҙары. Билдәле шәхестәр темаһы.

9. Миләүшә Әхмәтйәнова, википедиясы. Балтас районы Иҫке Балтас ауылы.

  • Фәнни-популяр әҙәбиәт — Башҡорт Википедияһында яңы йүнәлеш.

10. Таһир Мансуров, википедиясы, студент. Сибай ҡалаһы.

  • Смартфонда мәҡәлә яҙыу. Мастер-класс.

11. Дмитрий Жуков, википедиясы. Дондағы Ростов ҡалаһы.

12. Рөстәм Нурыев, википедиясы. Өфө, Калинин районы.

Киң матбуғат саралары форум тураһында үҙгәртергә

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә