Проект:АХБ төҙәтеү/Рамаҙанов Айрат Шәйхулла улы
Фараз буйынса, был мәҡәлә йәки уның бүлеге авторлыҡ хоҡуҡтарын боҙа. Бәлки, уның эстәлеге һылтанмаларҙа күрһәтелгән БЭ сайтынан ғәмәлдә үҙгәртеүһеҙ күсерелгән.
Зинһар, күрһәтелгән БЭ самаланған сығанаҡтың Интернет Архивында килеп сығыу датаһын тикшерегеҙ һәм мәҡәләгә индерелгән үҙгәртеүҙәрҙең датаһы менән сағыштырығыҙ. Әгәр ҙә һеҙ улай түгел тип иҫәпләһәгеҙ, был мәҡәләнең фекер алышыу битендә үҙегеҙҙең фекерегеҙҙе яҙып ҡалдырығыҙ. Әгәрҙә һеҙ автор, тексты ҡулланыу өсөн рөхсәтте кәрәкле рәүештә алығыҙ. Ҡағиҙәләр боҙоуҙы табыусыға: Зинһар, был хәбәрҙе урынлаштырығыҙ {{subst:nothanks cv|pg=АХБ төҙәтеү/Рамаҙанов Айрат Шәйхулла улы|url=һылтанмаларҙа күрһәтелгән БЭ}} – ~~~~ мәҡәләгә ошо материалды өҫтәгән ҡатнашыусы менән һөйләшеүгәПоследнее изменение сделано участником Рөстәм Нурыев (вклад, журналы) в 16:22 UTC (705837 минут назад). Администраторам: ссылки сюда, история, журналы, удалить. Мәҡәләнең авторына: Авторлыҡ хоҡуҡтары, Рөхсәт алыу, Нимә эшләргә? |
Айрат Шәйхулла улы Рамаҙанов | |
Тыуған көнө: |
24 февраль 1953 (69 йәш) |
---|---|
Тыуған урыны: | |
Гражданлығы: | |
Ғилми өлкәһе: |
геофизика |
Эшләгән урыны: | |
Ғилми дәрәжәһе: |
техник фәндәр докторы |
Уҡыу йорто: | |
Награда һәм премиялары |
![]() | |
---|---|
![]() |
Айрат Рамаҙанов |
Рамаҙанов Айрат Шәйхулла улы (24 февраль 1953, Ҡалмашбаш, Саҡмағош районы, БАССР) — СССР һәм Рәсәй физигы, геофизик һәм уҡытыусы. Техник фәндәр докторы (2005). Рәсәйҙең почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2009), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1985), ВДНХ бронза миҙалы менән бүләкләнгән.
БиографияһыҮҙгәртергә
Рамаҙанов Айрат Шәйхулла улы 1953 йылдың 24 февралендә Башҡорт АССР-ы Саҡмағош районының Ҡалмашбаш ауылында тыуа. Шунда уҡ 1970 йылда урта мәктәпте тамамлай.
1975 йылда яҡшы билдә менән Башҡорт дәүләт университетының физика-математика факультетын тамамлай. Шул йылдан алып бөгөнгө көнгә тиклем БДУ-ла уҡытыу эшен алып бара. Әлеге ваҡытта «Ер һәм планеталар физикаһы» һөнәре буйынса дисциплиналарҙы алып бара.
1987 йылда доцент ғилми дәрәжәһенә лайыҡ була. 2005 йылда Айрат Рамаҙанов техник фәндәр докторы исемен яҡлай.
1985 йылда — СССР-ҙың уйлап табыусыһы, 2009 йылда Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре исемдәре менән бүләкләнә.
Рамаҙановтың ғилми тикшеренеүҙәре туйынған күҙәнәкле мөхиттәрҙәге термогидродинамик процестарҙы өйрәнеүгә, математик модель әҙерләүгә һәм геофизик тикшеренеүҙәрҙең һығымталарын автоматлаштырып эшкәртеүгә бағышланға. Рамаҙанов Айрат Шәйхулла улы ҡарамағында нефть ҡатламдарын термогидродинамик өйрәнеү юлының теоретик нигеҙҙәре уйлап табыла.
Рамаҙнов етәкселегендә нефть һәм газ ҡатламдарын гидродинамик тикшереү һөҙөмтәләрен автоматлаштырылған ысул менән эшкәртеү һәм интерпретациялау өсөн «Гидрозонд» системаһы яһала. Был система Рәсәй Федерацияһының, Беларусь һәм Ҡаҙағстан геофизика предприятиеларында әүҙем рәүештә эшләтелә.
Айрат Шәйхулла улының 150 тирәһе ғилми эше һәм 18 уйлап табыуы бар.
Ғилми хеҙмәттәреҮҙгәртергә
- Термические исследования при компрессорном освоении нефтяных скважин. Өфө, 1992 (авторҙ.)
- Термометрия пластов с многофазными потоками. Өфө, 1998 (авторҙ.)
Наградалары һәм исемдәреҮҙгәртергә
- СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1985)
- Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығының почётлы грамотаһы (2003)
- Рәсәйҙең почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2009)
- ВДНХ бронза миҙалы
ҺылтанмаларҮҙгәртергә
- Р.Ғ. Ғилманов тәрж. Рамаҙанов Айрат Шәйхулла улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- БДУ сайтында Айрат Рамаҙанов тураһында