Проект:АХБ төҙәтеү/Назаров Айрат Әхмәт улы
Фараз буйынса, был мәҡәлә йәки уның бүлеге авторлыҡ хоҡуҡтарын боҙа. |
Айрат Әхмәт улы Назаров | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны | |
Ил | |
Ғилми даирәһе |
физик |
Эшләгән урыны | |
Альма-матер | |
Ғилми дәрәжәһе |
физика-математика фәндәре докторы |
Тышҡы һүрәттәр | |
---|---|
Айрат Назаров |
Назаров Айрат Әхмәт улы (1 октябрь 1959, Байыш (Ейәнсура районы), БАССР) — СССР һәм Рәсәй ғалимы, физигы һәм юғарып мәктәп уҡытыусыһы. Физика‑математика фәндәр докторы (1999). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фәндәр эшмәкәре.
Биографияһы
үҙгәртергәНазаров Айрат Әхмәт улы 1959 йылдың 1 октябрендә Башҡорт АССР-ының Байыш ауылында тыуа.
1981 йылда Өфөлә Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. Артабан СССР Фәндәр академияһының Башҡорт филиалының Физика һәм математика бүлегендә хеҙмәт юлын башлай.
1985 йылдан алып Өфө нефть институтында эшләй, ә 1986—2004 һәм 2007 йылдан алып Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары институтында эшмәкәрлеген алып бара: 1994 йылдан алып — өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1996—2003 йылдарҙа — сектор мөдире, 2007 йылдан фәнни эштәр буйынса директор урынбаҫары булып эшләй.
Айрат Назаров 2005—2007 йылдарҙа Перспективалы материалдар физикаһы институтының директоры урынбаҫары вазифаһын биләй, бер үк ваҡытта 1999—2008 йылдарҙа ӨДАТУ‑ла, ә 2009 йылдан башлап БДУ‑ла уҡытыу эшен алып бара.
Назаровтың ғилми эшмәкәрлеге ныҡлыҡ һәм һығылмалылыҡ физикаһына, шулар араһында кристаллы төҙөлөш теорияһы һәм уның дефекттары моделдәрен башҡарыуға, наноструктур материалдарҙы өйрәнеүгә арналған.
Айрат Әхмәт улы тарафынан металдарҙағы бөртөктәр сигенең тигеҙ булмаған торошо, бөртөктәр сиге буйындағы диффузия теорияһы үҫтерелә, нано‑материалдар структураһының моделе яһала.
Уның 130-ҙан артыҡ ғилми хеҙмәте бар.
Ғилми хеҙмәттәре
үҙгәртергә- Nanostructured Materials //Handbook of Nanoscience, Engineering and Technology. Boca Raton [etc.] 2003 (авторҙ.)
- Modeling of Grain Boundary Structure in Nanostructured Materials //Severe Plastic Deformation: Toward Bulk Production of Nanostructured Materials. New York. 2006
Наградалары һәм исемдәре
үҙгәртергә- Рәсәй Фәндәр академияһының почётлы грамотаһы
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фәндәр эшмәкәре
- «Фәндәр докторҙары» номинацияһы буйынса «Выдающиеся ученые. Кандидаты и доктора наук РАН» программаһының лауреаты (2005)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- А.П. Жиляев. Назаров Айрат Әхмәт улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.