Президент һарайы (Любляна)

Президент һарайы (слов. Predsedniška palača), шулай уҡ Хөкүмәт һарайы (слов. Vladna palača) — Словенияның баш ҡалаһы Любляналағы Үҙәк округта вәкиллеге бинаһы , президенттың, премьер-министрҙың һәм Словения хөкүмәтенең рәсми резиденцияһы.

Президент һарайы
Нигеҙләү датаһы 1899
Рәсем
Дәүләт  Словения
Административ-территориаль берәмек Любляна[d] һәм Любляна
Архитектор Бауэр, Рудольф[d] һәм Эмиль Фёрстер[d]
Архитектура стиле неоренессанс[d]
Мираҫ статусы словенский памятник локального значения[d][1]
Рәсми сайт predsednik.si/up-rs/uprs…
Карта
 Президент һарайы Викимилектә

1895 йылдағы көслө ер тетрәүҙән һуң бөтә ҡалала дәүләт учреждениеларының урындағы офистары ныҡ зыян күргәндән һуң провиниция хакимиәте яңы бина төҙөргә ҡарар итә.

Проектты Вена архитекторы Эмиль фон Ферстер эскизы буйынса инженер Рудольф Бауэр (нем. Bauer Rudolf) эшләй. Нигеҙгә беренсе таш 1897 йылда һалына, ә бина 1898 йылда файҙаланыуға тапшырыла.

1918 йылға тиклем бында урындағы австрия-венгрия властары урынлаша, Югославия короллеге төҙөлгәндән һуң Драва бановинаһы урынлаша. Икенсе донъя һуғышынан һуң бинаны Любляна хакимиәте, артабан Словенияның конституция суды, ә 1975 йылдан Словения Социалистик Республикаһы башҡарма советы биләй.

1993 йылдан (Югославия тарҡалғандан һуң) бында президент, премьер-министр офисы һәм бойондороҡһоҙ Словенияның хөкүмәте урынлаша. Шул уҡ йылда бина мәҙәниәт ҡомартҡыһы тип иғлан ителә.

Архитектураһы

үҙгәртергә

Ике атриум менән өс ҡатлы ҡоролма неоренессанс стилендә төҙөлә. Мөйөштәрендә декоратив башнялар ҡоролған. Прешернов урамына сыҡҡан төп фасадының өс подъезы бар. Үҙәк инеү урынының яҡтарында скульптор Йозеф Бейерҙың Закон һәм Власты кәүҙәләндергән статуялары ҡуйылған.

Тәүҙә бина үҙ эсенә һарай капеллаһын ала, хәҙер ул рәсми ҡабул итеүҙәр «Гәлсәр залы» итеп ҡулланыла. (слов. Kristalna dvorana). Һуғыштар араһы осорҙа интерьерҙары рәссам Антон Гоймир Костың ил тарихына арналған эштәре менән биҙәлә.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  1. (unspecified title)Ministry of Culture of Slovenia.