Праксин Иван Александрович

Праксин Иван Александрович (28 июль 1855 йыл, Быуа, Сембер губернаһы ― 30 апрель 1913 йыл, Ҡазан) — Рәсәй табибы, хирург, медицина докторы (1890), профессор (1897)[1].

Иван Александрович Праксин
Файл:Праксин, Иван Александрович.png
Тыуған көнө

19 ноябрь 1900({{padleft:1900|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})

Тыуған урыны

город Буинск, Симбирская губерния, Российская империя

Вафат көнө

7 ғинуар 1952({{padleft:1952|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (51 йәш)

Вафат урыны

Казань

Ил

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы
Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Ғилми даирәһе

Хирургия

Эшләгән урыны

Госпитальная хирургическая клиника Казанского университета

Альма-матер

Императорская медико-хирургическая академия

Ғилми дәрәжәһе

доктор медицины

Ғилми исеме

профессор

Ғилми етәксеһе

профессор Д.Е. Ермолаев

Ниндәй өлкәлә танылған

Специалист по хирургическим методам лечения

Биографияһы

үҙгәртергә

Праксин Иван 1855 йылдың 28 июлендә Рәсәй империяһы Сембер губернаһы Быуа ҡалаһында табип ғаиләһендә тыуған.

Беренсе Ҡазан гимназияһында уҡыған. 1874 йылда Ҡазан университетына уҡырға инә. Унда тәбиғәт факультетында 1 йыл һәм медицина факультетында 2 йыл белем ала. 1877 йылда Санкт-Петербург император медицина-хирургия академияһының өсөнсө курсына күсә, уны 1880 йылда тамамлай. Студент йылдарында уҡ Праксин үҙен хирургик эшмәкәрлеккә әҙерләй башлай. Ҙур теләк менән Ҡазан университетында профессор Д. Е. Ермолаев ҡарамағындағы анатомия, ә һуңынан Петербург академияһының хирургия кафедраларында ҙур тырышлыҡ менән шөғөлләнә.

Диплом алғас, хирургия буйынса белемен камиллаштырыу өсөн, академияла ҡалдырыла. 1880—1884 йылдарҙа профессор Е. И. Богдановскийҙың госпиталь хирургия клиникаһында эшләй. Һуңынан бер йыл 30-сы резерв батальонында кесе табип булып хеҙмәт итә. 1886 йылдың апрелендә Санкт-Петербургта ярлылар өсөн Мариинский дауаханаһының хирургия бүлегендә «ассистент-интерн» сифатында эшләй башлай. 1889 йылда хирургия бүлеге мөдире итеп тәғәйенләнә.

1890 йылда «Өлөшләтә ляринготомия етештереү тураһында» темаһы буйынса диссертация яҡлай һәм медицина докторы дәрәжәһен ала. Шунан һуң Хәрби-медицина академияһына госпиталдең хирургия клиникаһына ассистенты булып әйләнеп ҡайта. Тиҙҙән академияла клиник хирургияның приват-доценты итеп һайлана.

1895 йылда Тифлис хәрби госпиталенең хирургия бүлеге консультанты итеп тәғәйенләнә. 1897 йылда Ҡазан университетының госпиталь хирургия клиникаһы профессоры итеп һайлана. Иван Праксин ғүмеренең аҙағына тиклем ошо клиникала эшләй.

Актиномикоз, хроник перитонит проблемаларын өйрәнеүгә, бауыр эхинококкозды хирургик дауалауға, тамаҡ аҫты биҙенә операция яһауға, йөҙ етешһеҙлектәренең пластик хирургияһына булышлыҡ итә. Анатомик яҡтан нигеҙле һәм сат бүҫеренә радикаль хирургияның бик рациональ ысулын тәҡдим итеүе менән билдәле була.

Хеҙмәттәре

үҙгәртергә
  • О клиническом изучении хирургии // Врач. 1897. № 36.
  • Пересадка кожного лоскута шеи в полость рта при рубцовом сведении челюстей в области межчелюстной складки // Труды 2 съезда российских хирургов. Москва, 1901.
  • К симптоматологии и оперативному лечению обширных межуточных и осумковывающих кишечник соединительно-тканных образований при хроническом перитоните // там же. С.104-108.
  • Епифанов Н. С. Иван Александрович Праксин // Казанский медицинский журнал. 1982. № 2[2].

Һылтанмалар

үҙгәртергә