Мэри Вайолет Леонтина Прайс (ингл. Mary Leontyne Price Violet; 10 февраль 1927(19270210) йыл, Лорел[en]) — америка опера йырсыһы (сопрано). Метрополитен-операның төп йырсыһы булып һаналған беренсе афроамерикан ҡатын-ҡыҙы[7][8].

Прайс Леонтина
ингл. Leontyne Price
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ[1][2]
Гражданлыҡ  Америка Ҡушма Штаттары
Тыуған ваҡыттағы исеме ингл. Mary Violet Leontyne Price
Тыуған көнө 10 февраль 1927({{padleft:1927|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})[2][3][4][…] (97 йәш)
Тыуған урыны Лорел[d], Миссисипи, Америка Ҡушма Штаттары[5]
Хәләл ефете Уильям Уорфилд[d]
Һөнәр төрө опера йырсыһы
Уҡыу йорто Джульярдская школа[d]
Central State University[d]
Әүҙемлек урыны Нью-Йорк[2]
Йырсы тауышы сопрано[d]
Ойошма ағзаһы Америка сәнғәт һәм фәндәр академияһы[d]
Жанр Опера һәм популяр музыка[d]
Тауыш яҙҙырыу лейблы RCA Victor[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Досье в Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы[d][6]
 Прайс Леонтина Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Леонтина Прайс Лорел ҡаласығында (Миссисипи infns) урман ҡырҡыусы һәм акушер ғаиләһендә тыуған. Фортепианола уйнарға өс йәшендә өйрәнә башлай.

Уилберфостың (Огайо штаты) Үҙәк дәүләт колледжында, һуңынан Нью-Йоркта Джулъярд музыка мәктәбендә уҡый.

Бродвейҙа профессиональ карьераһын 1952 йылда башлай, тәүге соло концертын Нью-Йоркта 1954 йылда бирә, ә опера йырсыһы булараҡ дебюты 1957 йылда Сан-Франциско Операла үтә.

Артабан бер нисә тапҡыр Вена операһы, Лондонда Король опера театры һәм Миланда Ла-Скала сәхнәләрендә сығыш яһай. Башлыса Моцарт, Джузеппе Верди, Джакомо Пуччини опералары ҡуйылышында партиялар башҡара.

Уның тауышы тәнҡитселәр тарафынан «сағыу»[9] , «бай, һығылмалы һәм баҙыҡ» кеүек баһалана[10].

Опера сәхнәһенән Леонтина Прайс 1985 йылда китә, әммә һуңынан тағы 12 йыл дауамында оркестры концерттары бирә.

Күп һанлы наградаларға эйә, улар араһында Президенттың Аазатлыҡ миҙалы, Спингарн миҙалы, «Эмми» премияһы бар, ун һигеҙ тапҡыр Грэмми премияһы лауреаты, тауыш яҙҙырыу индустрияһына күп йыллыҡ өлөш индергәне өсөн «Грэмми» премияһына эйә (1989). Gramophone журналының Дан залына индерелгән[11].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Мариан Андерсон
  • Грейс Бамбри
  • Ширли Верретт
  • Джесси Норман

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  2. 2,0 2,1 2,2 Deutsche Nationalbibliothek Record #121807002 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  3. Leontyne Price // SNAC (ингл.) — 2010.
  4. Leontyne Price // Internet Broadway Database (ингл.) — 2000.
  5. Southern E. Biographical Dictionary of Afro-American and African Musicians (ингл.)Greenwood Publishing Group, 1982.
  6. https://data.performing-arts.ch/a/4a8c1ba6-1e17-4662-9a79-57a3f8cb8b9a / под ред. Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы
  7. Garland, Phyl. Leontyne Price: Getting Out At the Top. A prima donna assoluta says goodbye to the opera, will continue as concert singer, Ebony Magazine (June 1985). 21 февраль 2011 тикшерелгән.
  8. Music: What Price Glory, Leontyne!, Time Magazine (January 14, 1985). 21 февраль 2011 тикшерелгән. 2013 йыл 22 август архивланған.
  9. Henahan, Donal. OPERA: LEONTYNE PRICE'S FINAL STAGE PERFORMANCE, The New York Times (January 4, 1985). 2 февраль 2011 тикшерелгән.
  10. Music: What Price Glory, Leontyne! 2013 йыл 22 август архивланған. By Michael Walsh;Nancy Newman/New York Monday. Time Magazine. Jan. 14, 1985. Retrieved February 21, 2011.
  11. Gramophone Hall of Fame (ингл.). Gramophone. Дата обращения: 2 ғинуар 2016.