Почтамт күпере
Почтамт күпере (Сылбырлы бәләкәй, Прачечный) — йәйәүлеләр өсөн аҫылмалы күпер, Мойка йылғаһы аша — Санкт-Петербургтың Адмиралтейство районындағы Ҡазан һәм 2-се Адмиралтейство утрауҙарын тоташтырыусы күпер. Петербургта иң беренсе төҙөлгән сылбырлы күперҙәрҙең береһе, унда сылбырҙарҙың берҙән-бер оригиналь конструктив схемаһы һаҡланып ҡалған (Банк һәм Арыҫлан күпере сылбырҙары декоратив функцияны ғына башҡарған, ә ғәмәлдә таяулы күперҙәр булып тора)[1]. 2001 йылда күпер Рәсәйҙең федераль әһәмиәттәге мәҙәни мираҫ объекты исемлегенә индерелә һәм дәүләт һаҡлауы аҫтында тора.
Почтамт күпере | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Адмиралтейский районы[d] |
Урын | Адмиралтейский районы[d] |
Рәсми асылыу датаһы | 1824 |
Өҫтөнән/аҫтынан үтә | Мойка[d] |
Мираҫ статусы | объект культурного наследия России федерального значения[d] |
Оҙонлоҡ | 41,9 метр |
Почтамт күпере Викимилектә |
1790 йылда төҙөлгән ағас күперҙе 1823—1824 йылдарҙа яңы күпер менән алмаштырып төҙөгәндәр. Күпер аҫтына 1905 йылда өҫтәмә таяуҙар терәткәндәр, шунан һуң ул таяулы күпергә әйләнгән. 1981—1983 йылдарҙа күперҙе реконструкциялағандар, шунан һуң күпер тарихи күренешендә тергеҙелгән. 2003 йылда күпергә капиталь ремонт үткәрелгән.
Урынлашыуы
үҙгәртергәПрачечный тыҡрығы башланған ерҙә Почтамт бинаһынан алыҫ түгел урынлашҡан. Был урында Ҙур Диңгеҙ урамы Мойка йылғаһының яры буйлап бара һәм күпер уның № 61 йорто ҡаршыһына барып сыға[2].
Күперҙән йыраҡ түгел Йосоповтар һарайы (Мойка йылғаһы ярындағы № 94 йорт) урынлашҡан, архитектор Огюст Монферрандың Исаакий соборын төҙөгән саҡта унда йәшәгән йорто (Мойка йылғаһы ярындағы № 86 йорт), Элемтә союзы мәҙәниәт йорто (элекке немец реформат сиркәүенең бинаһы, 1862—1865 йылда архитектор Г. Боссе проекты буйынса төҙөлгән, 1930-сы йылдарҙа мәҙәниәт йорто итеп яңынан П. Райц тарафынан төҙөлгән — Мойка йылғаһы ярындағы № 103 / Оло Диңгеҙ урамы, № 58 йорто) урынлашҡан. Күпер ҡаршыһында, нәҡ № 61 участкаһында, М. И. Ломоносовтың мозаика оҫтаханалы һәм лабораториялы таш йорто[3][4] тора.
Ағымдан өҫтәрәк Фонарлы күпер, ә аҫта — Үбешеүҙәр күпере тора[5].
Исеме
үҙгәртергәБаш Почтамт бинаһының ҡаршыһында торғанға һәм уның янында Почтамт урамы һәм Почтамт тыҡрығы торғанға күрә күперҙе Почтамт күпере тип атағандар. Баштараҡ күпер рәсми документтарҙа Кесе Мойка сылбырлы күпере[6] тип аталған булған. XIX быуат уртаһында хәҙерге исеме менән нығынған, уға тиклем Сылбырлы йәйәүлеләр күпере, Прачешный (Прачечный тыҡырығы атамаһы буйынса) күпере тип атап йөрөткәндәр.
Тарих
үҙгәртергәБыл урында XVIII быуат аҙағында дүрт ерҙән таяулы ағас күпер булған, уның свайҙары таҡта менән көпләнгән булған[7][8]. Ваҡыт үтеү менән был күпер иҫкергән һәм уны алмаштырырға кәрәк була[8].
1823 йылдың көҙөндә инженер В. Треттер А. В. Христианович ҡатнашлығында аҫылмалы сылбырлы күпер проектын әҙерләй һәм ул раҫлана[9][5][10]. 1823 йылдың 10 сентябрендә күперҙе төҙөй башлайҙар һәм ун бер ай дауамында В. Треттер етәкселегендә төҙөп бөтөрәләр. Күпер төҙөү бер үк ваҡытта Фонтанка йылғаһы аша ат йөрөмәле Пантелеймон сылбырлы күперен дә төҙөү менән бергә алып барылған[11]. Күперҙең бөтә суйын һәм башҡа металл өлөштәрен К. Н. Берд заводында эшләгәндәр, ошо уҡ заводта эшселәр көсө менән күпер элементтарын йыйып етештергәндәр[8][5].
1824 йылдың 4 авгусында урындағы халыҡ күперҙең рәсми асылғанын көтмәй генә күпер аша йөрөй башлаған. Күперҙең ҡайһы бер деталдәре, шул иҫәптән рәшәткәле тотҡалҡалары ҡуйылмаған булған, күпер сафҡа ингәндән һуң да төҙөлөүен дауам иткән[8].
Башта күперҙең аралары ағастан була[12]. Ҡара төҫкә буялған суйын һәм тимер өлөштәре алтын ялатылған деталдәргә контрастланып торған[9].
1824 йылда ташҡын ваҡытында күпер етди зыянлана[13].
Тәүге йылда күпер, проект буйынса кәрәкле урынына еткереп эшләнмәгәнлектән, йылға яғына аушая башлай, түшәлмәһе ҡыйшая[5]. 1827 йылдың 14 декабрендә обелиск янындағы күпергә анализ яһап, дефекттарын табалар, әммә шул ваҡыттан алып күперҙең деформацияһы дауам итә[8]. Күпер таяу-терәктәре араһы ҙур булғанлыҡтан (34 м)[5], 4 пилон-обелискыларҙың 3-һе ҡырыная, шунлыҡтан кешеләр күперҙән үткәндә күпер ныҡ сайҡалып тора[11]. Бынан ҡотолоу өсөн һәм йәйәүлеләр хәрәкәтен көйләү өсөн күпер баштарына турникет ҡуйғандар — крестообразное изображение вертушка йәйәүлеләр хәрәкәтен көйләү өсөн[14].
1882 йылда күперҙең ағас өлөштәре металл менән алмаштырыла, ә 1884 йылда сылбырҙары төҙәтелә[15]. Күперҙең таяуҙарына ауырлыҡты кәметеү өсөн тимер рәшәткәләрҙе еңелдән, ябай һүрәтленән ҡуйғандар[14][5][8][11].
1905 йылда, ҡоролмала деформацияларҙың көсәйеүе менән бәйле, шулай уҡ Мысыр күперенең емерелеүе арҡаһында, Почтамт күперен, аҫтына ике өҫтәмә терәк ҡуйып, нығыталар[5]. Төҙөлөш эштәре башҡарылыуын техник яҡтан архитектор В. К. Бальди күҙәтә[16]. Ошо реконструкция үткәрелгәндән һуң, суйын обелискылар бары тик декоратив биҙәүестәр итеп кенә ҡалдырылған һәм күперҙе тотоп тороу фукцияһынан азат ителгән[8][5].
1953 йылда ағас терәктәр металл терәктәр менән алмаштырылған [11][14]. 1956 йылда Калинин исемендәге трамвай паркының ҡойоу цехында Ленмосттрест инженеры П. П. Степнов инициативаһы менән күперҙең элекке ҡоймаһы тотҡалҡалары нөсхәһенең еңеләйтелгән күсермәләрен ҡоялар. Ҡойоу моделен Фәнни-реставрация оҫтаханаһы архитекторы Л. А. Ротач проекты буйынса башҡарғандар. Суйын рәшәткәләр күпергә шул уҡ 1956 йыл дауамында ҡуйыла[8][5]. 1968[17] һәм 1992 йылдарҙа суйын обелискыларҙың шарҙары алтын менән ялатылып эшләнә.
1981—1983 йылдарҙа күпер тарихи күренешендә тергеҙелә (уның ваҡытлыса терәктәре алынған һәм элекке тарихи конструкцияһы яңыртылған). Сылбырлы аҫылмалы күпер конструкцияһы тағы ла бер аралы ғына булып китә[5]. Реконструкциялау проекты «Ленгипроинжпроект» инженерҙары төркөмө Б. Э. Дворкин һәм Р. Р. Шипов етәкселегендә башҡарған[5]. Күперҙең яңы араһы Петрокрепость суднолар төҙөү заводында ҡойолған, сынйырҙарын Канонер заводында сүкеп эшләгәндәр [8].
2002 йылда ҡыш һыуыҡ булыу сәбәпле йәки күперҙән автомобилдәр йөрөү арҡаһында, белгестәр фекеренсә, сылбыр сынйырҙары тарҡалған. Күперҙе ваҡытлыса һаҡлау өсөн уның аҫтына ике металл терәк яһағандар.
2003 йылда күпергә капиталь ремонт үткәрелгән. Күперҙең проектын ЯАО «Стройпроект» институты (инженеры Ю, Б, Девичинский) башҡарған[18][1]. Ремонт барышында уның бөтә деталдәре лә һүтеп алына һәм «Мостспецмонтаж» подрядсы базаһына килтерелә. Йөкләнештең тотороҡлоғон тәьмин итеү һәм күперҙең иҫкереүен булдырмаҫ өсөн « Адмиралтейство верфында» диаметрҙары 1,5 тапҡырға ҙурыраҡ итеп эшләнгән оригиналь яңы сылбырҙарҙы сүкеп эшләйҙәр. Эш барышында күперҙең сылбырҙары һәм уларҙы күтәреп торған конструкциялары тулыһынса алмаштырыла, ҡоймаһының художестволы деталдәре тергеҙелә. 2003 йылдың 29 декабрендә дәүләт комиссияһы күперҙе ремонттан һуң ҡабул итә.
Иҫкәрмә
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Богданов Г. И., Ярохно В.И. В гранит оделася Нева, мосты повисли над водами... : к 200-летию Петербургского государственного университета путей сообщения, 1809-2009, и 125-летию кафедры "Мосты" ПГУПС. — СПб.: Голанд, 2009. — С. 156. — 174 с.
- ↑ Степнов, 1991, с. 305
- ↑ Константин Коничев. Земляк Ломоносова (повесть о Федоте Шубине) (библиотека Максима Мошкова)
- ↑ Меншуткин. Ломоносов, Михаил Васильевич. 1914 2007 йыл 8 октябрь архивланған. — Фундаментальная электронная библиотека «Русская литература и фольклор»
- ↑ 5,00 5,01 5,02 5,03 5,04 5,05 5,06 5,07 5,08 5,09 5,10 Степнов, 1991
- ↑ Мосты Ленинграда, 1986, с. 85
- ↑ Ф. 1487. Оп. 4. Д. 233 . РГИА.
- ↑ 8,0 8,1 8,2 8,3 8,4 8,5 8,6 8,7 8,8 Мосты Ленинграда, 1986
- ↑ 9,0 9,1 Кочедамов, 1959
- ↑ Пунин А. Л. Повесть о ленинградских мостах. — Л.: Лениздат, 1971. — С. 67. — 192 с.
- ↑ 11,0 11,1 11,2 11,3 Тумилович, Алтунин, 1963
- ↑ Ф. 1487. Оп. 4. Д. 235 . РГИА.
- ↑ Известие о работах, произведенных или предпринятых инженерами путей сообщения с 1823 по 1827 год // Журнал путей сообщения. — СПб., 1827. — № Кн. 11. — С. 3.
- ↑ 14,0 14,1 14,2 Почтамтский мост . СПб ГБУ «Мостотрест».
- ↑ С.-Петербург. Городское общественное Управление в 1884 г. Отчет Городской Управы. — СПб., 1885. — С. 306—307.
- ↑ Обзор строительной деятельности С.-Петербургского городского общественного управления за 1905 и 1906 гг. / Сост. Н. С. Нелюбов. — СПб., 1908. — С. 151—152. — 213 с.
- ↑ Почтамтский мост .
- ↑ ЗАО «Институт «Стройпроект». История в проектах, 1990—2010. — 2010. — С. 74. — 116 с. — 1500 экз.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Бройтман Л. И., Краснова Е. И. Большая Морская улица. — СПб.: Мим-Дельта, 2005. — 462 с. — ISBN 5-9524-1427-3.
- Бунин М. С. Мосты Ленинграда. Очерки истории и архитектуры мостов Петербурга — Петрограда — Ленинграда. — Л.: Стройиздат, 1986. — С. 85—86. — 280 с.
- Городские имена сегодня и вчера: Петербургская топонимика / сост. С. В. Алексеева, А. Г. Владимирович, А. Д. Ерофеев и др. — 2-е изд., перераб. и доп. — СПб.: Лик, 1997. — С. 99. — 288 с. — (Три века Северной Пальмиры). — ISBN 5-86038-023-2.
- Горбачевич К. С., Хабло Е. П. Почему так названы? О происхождении названий улиц, площадей, островов, рек и мостов Санкт-Петербурга. — СПб.: Норинт, 2002. — 353 с. — ISBN 5-7711-0019-6.
- Кочедамов В. И. Цепные мосты в Петербурге первой четверти XIX века // Архитектурное наследство. — Л., 1959. — № 9. — С. 209—220.
- Новиков Ю. В. Мосты и набережные Ленинграда / Сост. П. П. Степнов. — Л.: Лениздат, 1991. — 320 с.
- Тройницкий С. Н. О цепных мостах Петербурга // Старые годы. — 1907. — С. 96—99.
- Тумилович Е. В., Алтунин С. Е. Мосты и набережные Ленинграда. Альбом. — М.: Издательство Министерства Коммунального Хозяйства РСФСР, 1963. — 298 с.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Почтамтский мост . СПб ГБУ «Мостотрест».
- Почтамтский мост .