Мойкалағы Йосоповтар һарайы

Мойкалағы Йосоповтар һарайы (Йосопов һарайы) — Санкт-Петербург ҡалаһындағы элекке һарай, федераль әһәмиәттәге тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡыһы. Мойка йылғаһының яр буйында урынлашҡан. Һарайҙың территорияһы, баҡса менән бергә, Декабристтар урамына тиклем һуҙылған. Һарай тарихҡа Григорий Распутинды үлтергән урын булараҡ инеп ҡалған.

Мойкалағы Йосоповтар һарайы
Нигеҙләү датаһы 1770
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Санкт-Петербург һәм Набережная реки Мойки[d]
Хужаһы Йосоповтар[d]
Архитектор Валлен-Деламот, Жан-Батист-Мишель[d]
Архитектура стиле архитектура неоклассицизма[d] һәм неоклассицизм[d]
Мираҫ статусы объект культурного наследия России федерального значения[d]
Рәсми сайт yusupov-palace.ru
Ҡулланыу статусы ҡулланыла[d]
Иң тәүге яҙма ваҡыты 1726
Карта
 Мойкалағы Йосоповтар һарайы Викимилектә

Әлеге ваҡытта бинала Мәғариф хеҙмәткәрҙәренең мәҙәниәт Һарайы урынлашҡан. Ул 1990 йылдан мәғрифәт, экскурсиялар, күргәҙмәләр, концерт эшмәкәрлеген берләштергән күп фуникциялы тарихи-мәҙәни үҙәк булып формалаша.

 
Эске ихатала кәртәләре һәм ҡапҡалары
 
Мойка яғынан Йосопов һарайының инә торған баҫҡысы.
 
Театр һарайы

Петербургтың[1] тәүге карталарында был урында ул уҡ ваҡытта ҙур булмаған ағас һарай һәм Прасковья Ивановнаның (Пётр I һеңлеһе усадьбаһы торған.

1726 йылда имение Семенов полкына бүләк ителә, һәм полк 1742 йылға тиклем унда була. Артабан уны Елизавета Петровна заманында күренекле вельможа генерал П. И. Шувалов һатып ала.


1770 йылдарҙа Жан-Батист Валлен-Деламот проекты буйынса һарайҙың хәҙерге бинаһын граф Андрей Петрович Шувалов өсөн төҙөй башлайҙар.

Ҡапҡа-арка (Декабристар урамы яҡлап) һәм ете метр бейеклектәге классик колонналары менән ихатаһы үҙгәртелмәй.

1789 йылда, Шувалов үлгәндән һуң, йорт уның ҡыҙы Александраға һәм улы Павелға күсә.

1795 йылда Екатерина II уны ҡаҙнанаға һатып ала һәм яҡын әхирәте булған Г. А. Потемкиндың һеңлеһе графиня А. В. Браницкиийгә бүләк итә:

  Купленный по воле нашей у наследников покойного действительно тайного советника графа А.А.Шувалова дом в Санкт-Петербурге, на Мойке лежащий, пожаловали Мы нашей статс-даме графине Браницкой в вечное потомственное владение, повелевая тот дом отдать ей со всеми уборами...  

1830 йылда һарай Борис Николаевич Йосопов тарафынан 250 мең һум ассигнацияға өлкән йәштәге хужабикәнән «барлыҡ күҙгә күренгән әйберҙәре менән» һатып алына. 1917 йылға тиклем һарайға кенәз Йосоповтың биш быуыны хужа булып тора. Рәсәйҙә Йосоповтар ҡарамағында 57 һарай булыуға ҡарамаҫтан, тик береһе генә — «Йосоповтар һарайы» билдәле.

Һиҙелерлек үҙгәртеп ҡороу 1830—1838 йылдарҙа үткәрелә (архитектор А. А. Михайлов 2-се).

18321834 йылда архитектор Михайлов көнсығыш яҡлап биш зал һәм театр һыйырлыҡ тағы бер корпус өҫтәп, һарайҙы киңәйтә.

1881 йылда архитектор А. Д. Шиллинг һарай янында Покровский сиркәүе төҙөй (һаҡланмаған).

18901916 йылдарҙа һарайҙы эстән реставрациялау эше архитетор А. А. Степанов етәкселегендә башҡарыла. 1890 йылдың башында һарайҙа электр, канализация үткәрелә, йылытыу системаһы (һыу менән) эшләнә, театр яңыртыла һәм Мавритан ҡунаҡ бүлмәһе булдырыла. 1914 йылда Ҙур ҡунаҡ бүлмәһе, Ҙур зал, ашхана төҙөлә.

Распутинды үлтереү

үҙгәртергә

1916 йылдың 17 (30) декабрендә төндә һарайҙа Григорий Распутин үлтерелә.

Кенәз Феликс Йосопов енәйәтселәр менән берлектә булғаны өсөн үҙенең имениеһына «Ракитный»ға һөргөнгә ебәрелә, ә һарай ышаныслы кешеләргә тапшырыла.

Совет осоро

үҙгәртергә

Һарайҙа швед, немец консуллығы, хәрби әсирҙәрҙе алмашыу буйынса комиссия урынлашҡан була.

1918 йылда һарай миллиләштерелә һәм унда картиналар галереяһы менән тарихи-көнкүреш музейы асыла. Тәүге тапҡыр сәнғәт һәм архитектура ҡомартҡыһы булараҡ 22 ғинуар 1919 йылда А. В. Луначарский тарафынан телгә алына.

1925 йылда һарай мәғариф хеҙмәткәрҙәренә тапшырыла. Музей ябылғандан һуң, бик күп ҡиммәтле әйберҙәр юғала, ләкин ҡиммәтле сәнғәт әйберҙәренең һәм картиналарҙың күпселек өлөшө Эрмитаж һәм Рус музейына тапшырылалар. Шул йылда ҡағыҙҙар араһынан Пушкиндың Е. М. Хитровоға яҙған хаты табыла, ул 1927 йылда аңлатмалар менән айырым китап итеп нәшер ителә.

1935 йылда һарай РСФСР ВЦИК-ы ҡарары менән союз әһәмиәтендәге тарихи-әҙәби ҡомартҡы итеп дәүләт һағына алына.

Һуғыштан һуң һарайҙа ижади интеллигенцияның ял Үҙәге асыла, аҙаҡ уҡытыусылар Йорто була.

19461955 йылдарҙа һарайҙың ҡайһы бер залдары инеү өсөн асылды.

Хәҙергеһе

үҙгәртергә
 
Йосопов һарайының антик залы
 
Ҙур Ротондаһы (кабинеттары)
 
Кенәз Йосопов кабинеты

Һарайҙың залдары, ҡунаҡ бүлмәләре, театр, тарихи бүлмәләре экскурциялар маҡсатында асылған. Даими рәүештә классик музыка концерттары, спектаклдәр, вокаль йыр кисәләре үтә. Төрлө мәҙәни программалар, ҡабул итеүҙәр ойошторола. Распутинды үлтергән подвалда «Григорий Распутиндың: үлеме һәм тормош биттәре» балауыҙ һындары менән күргәҙмә асылған.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Санкт-Петербург на картах и планах первой половины XVIII века / Семенцов С. В., Красникова О. А.

Һылтанмалар

үҙгәртергә